Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2025, 05:55

Һәр ваҡыт “йәшел ут” янып торһон!

26 октябрь – Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө Йыл һайын октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был байрамды “Башавтотранс” ДУП-ы филиалы - Красноусол автотранспорт предприятиеһы лайыҡлы ҡаршылай. һөнәри байрамдары алдынан Красноусол АТП-һы директоры Анатолий Иванович ГРЕБНЕВ менән осрашып, предприятие эшмәкәрлеге тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Һәр ваҡыт “йәшел ут” янып торһон!
Һәр ваҡыт “йәшел ут” янып торһон!

-Анатолий Иванович, һеҙгә традицион һорау - һөнәри байрамығыҙҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ?
- Ысынлап та, һөнәри байрамды билдәләгәндә башҡарған эштәрҙе барлау, йәғни йомғаҡ яһау йолаһы йәшәй. Әйтергә кәрәк, предприятиебыҙҙың күрһәткестәре республика АТП-лары араһында насар түгел, урта рәттәбеҙ. Беҙҙең предприятиеның 9 айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, шуны билдәләп үтергә кәрәк: предприятиебыҙҙың тулайым килеме 34 миллион 300 мең һумдан ашыу тәшкил итте. Әммә сығымдар 4 миллион һумға күберәк булды. Әлбиттә, был яғыулыҡ-майлау материалдарына, запас частарға, ремонт һәм техник хеҙмәтләндереүгә хаҡтар артыуы менән бәйле булды. Шулай уҡ күптәр шәхси транспорт хеҙмәтенән файҙалана. Предприятие автобустары ҡала яны маршруттарында - 43 мең, ҡала-арала 42 мең пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Стәрлетамаҡ маршруты буйынса 27 мең пассажир ташылған.
Әле беҙҙең ҡарамаҡта төрлө маркалы 19 автобус иҫәпләнеп, 17-һе ҡала яны һәм 5-һе ҡала-ара маршруттар буйынса пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә. Һуңғы йылдарҙа предприятиебыҙҙың автобустар паркы өр-яңы автобустар менән тулыланды. Был йәһәттән “Башавтотранс”ҡа республика Башлығы Радий Хәбировтың иғтибарын тоябыҙ. Уның аҡыллы сәйәсәте һөҙөмтәһендә федераль һәм республика программаларына ярашлы автопредприятиелар автобустар менән тәьмин ителә. Һуңғы ике йылда автопредприятиебыҙҙың техника паркы ете берәмек техника менән яңырҙы. Беҙгә Ҡытайҙа етештерелгән өр-яңы юғары уңайлылыҡлы, хеҙмәтләндереү кимәле юғары булған 53 урынлыҡ ике “Ютонг” автобусы бүленде, улар “Красноусол” шифаханаһы-Өфө маршруттары буйынса пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә. Был автобустарҙың уңайлылығын пассажирҙар һынап, юғары баһаһын бирҙе лә инде. Шулай уҡ өс “ПАЗ-Вектор”, ике “Газель-Некст” автобустарына эйә булдыҡ.
- Маршруттар буйынса ла бер нисә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине. Районыбыҙ ауылдарына, ҡалаларға автобус йөрөшө нисегерәк?
- Көн һайын “Красноусол” шифаханаһы-Өфө, “Красноусол” шифаханаһы-Стәрлетамаҡ ҡала-ара маршруттары буйынса 5-әр рейс яһала. Һәр йәкшәмбе шифахана-Салауат ҡалаһы (Ишембай ҡалаһы аша) йүнәлешендәге автобус рейсҡа сыға. Ҡала яны маршруттарына килгәндә, районыбыҙҙың барлыҡ ҙур ауылдарына ла тиерлек автобустар тотҡарлыҡһыҙ йөрөп тора. Хәҙер Антоновка-Аҡкүл-Ҡотлоғужа, Красноусол-Стәрлетамаҡ маршруттары буйынса өр-яңы “Газель-Некст”, Ҡауарҙы-Красноусол, Имәндәш-Красноусол, Мораҡ-Буруновка-Красноусол маршруттары буйынса яңы алынған “ПАЗ-Вектор” автобустары пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә. Красноусол эсендәге иртәнге рейсыбыҙ ҙа бар. Пассажирҙар менән тулылыҡ буйынса бик яҡшы булған йүнәлештәр ҙә, шулай уҡ бик көсһөҙҙәре лә бар. Шуларҙан Красноусол-Мораҡ, -Буруновка, -Ташбүкән маршруттарында хатта өс кеше өсөн генә лә рейс яһаған саҡтар була. Ләкин беҙгә юғарынан ҡаты бурыс ҡуйылған – пассажирҙар ағымы түбән булһа ла, предприятие мөмкин булғанса хеҙмәт күрһәтергә тейеш.
- Запас частар һәм яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтар күтәрелә, улар артынан билет хаҡтары ла арта... Быларҙы иҫәпләмәгәндә, һеҙҙең эштә һөйөнөслө мәлдәр ҙә барҙыр?
- Һәр бер эштең үҙенең яҡшы һәм насар мәлдәре була, әлбиттә. Беҙҙең тармаҡта ыңғай моменттар, әлбиттә, ярайһы ғына. Мәҫәлән, былтыр сентябрҙән Хөкүмәт ҡарары менән артыҡ эшләнгән сәғәттәр өсөн өҫтәп түләүҙәр үҙ көсөнә инде. Хәҙер ҙур хеҙмәт стажына эйә тәжрибәле I категориялы артыҡ эш сәғәттәре булған водителдәр айына 80-100 мең һумға яҡын эш хаҡы алыу мөмкинлегенә эйә. Былар автобус водителдәренә бик яҡшы мотивация булып тора.
Әммә был эш хаҡтары бушҡа түләнмәй, водителдәрҙең эше еңелдән түгел, яуаплылыҡ талап итә. Автобус водителдәренең эш сәғәттәре иртә таңдан (6-нан) төнгә (сәғәт 12-гә) тиклем дауам итә һәм бик күп саҡрым юл үтәләр. Һауа торошо ла төрлөсә булырға мөмкин. Юлдарҙың торошо ла кәйефте ҡыра. Бынан тыш, уяулыҡты һаҡларға, шулай уҡ пассажирҙарға ҡарата иғтибарлы булырға ла кәрәк. Бындай көндәлек мәшәҡәттәр ысын профессионалдарҙың ғына көсөнән килерлек.
- Һөнәри байрам уңайынан айырыуса һөҙөмтәле эшләгән, коллектив ғорурлығы булып торған, маҡтаулы хеҙмәткәрҙәрҙе атап үтмәҫһегеҙме?
- Әлбиттә, бар ундайҙар. Ғөмүмән, беҙҙең коллектив эшсән, берҙәм, барыһы ла һыналған, тәжрибәлеләр, 20-25 йыл хеҙмәт стажына эйәләр, үҙ бурыстарына яуапһыҙ ҡарап, илке-һалҡы башҡарыусылар беҙҙә оҙаҡ торламай. 25 кешене берләштереп, уларҙың 12-һе – водителдәр, 6-һы – административ-идаралыҡ кадрҙар, 3-һе – слесарҙар, 3-һе – ремонт-ярҙамсы эшселәр. Беҙҙә лә, күп кенә ойошмаларҙағы кеүек, хеҙмәткәрҙәр етешмәй. Ысынында, автобус водителе эше бик ауыр һәм яуаплы, һәм беҙгә йәштәр араһында эшкә килергә теләүселәр юҡ. Һәр ҡайһыһы үҙенә еткерелгән бурыстарҙы тейешенсә башҡара. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан араларынан ҡайһы берҙәрен төрлө бүләкләүҙәргә тәҡдим иттек. Бына, мәҫәлән, баш инженер Наил Ғазиндың фотоһүрәте “Башавтотранс” ДУП-ының “Почёт таҡтаһы”нда урын аласаҡ. Имәндәш-Красноусол маршруты автобусы водителе Камил Аҙналин “Башавтотранс”тың Почётлы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ буласаҡ. Красноусол-Стәрлетамаҡ маршруты автобусы водителе
Марсель Фәтҡуллин БР Транспорт һәм юл хужалығы Дәүләт комитетының Маҡтау грамотаһы, 2008 йылдан алып водитель булып эшләүсе Мораҡ йүнәлеше автобусы водителе Фәнил Әхмәров БР Транспорт һәм юл хужалығы Дәүләт комитетының Рәхмәт хаты, Ҡауарҙы-Красноусол маршруты водителдәре Дамир Юлъяҡшин “Башавтотранс” ДУП-ының Маҡтау грамотаһы, Асҡар Абдуллин менән секретарь-эш башҡарыусы Елена Фәйезова “Башавтотранс” ДУП-ының Рәхмәт хаттары, Красноусол-Антоновка-Аҡкүл маршруты автобусы водителе Валерий Тарасов Красноусол АТП-һының Маҡтау грамотаһы, машиналарҙы ремонтлау буйынса слесарь Шамил Тулубаев Красноусол АТП-һының Рәхмәт хаты менән бүләкләнәсәк.
- Һөнәри байрамығыҙ уңайынан хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандарығыҙҙы ла иҫкә төшөрөп үтмәҫһегеҙме?
- Әлбиттә, ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, улар беҙҙә 15 кеше. Ете кеше үҙҙәренең хеҙмәт юлын дауам итә. Мәҫәлән, Павел Петров һәм Владимир Плеско үҙ ваҡытында 30 йылдан ашыу эшләнеләр. Айырыуса беҙҙең оҙон ғүмерле ветераныбыҙ - “КрАЗ” йөк автомашинаһы водителе булып эшләгән Нәжметдин Латиповты билдәләп үтергә теләр инем, уға быйыл 95 йәш тула. Ололар көнөндә уның янында ҡунаҡта булдым, аралаштыҡ, эшләгән ваҡыттарын иҫкә алдыҡ. Бөтә коллегаларын да, шофёр булып эшләгән йылдарын бик яҡшы хәтерләй. Ветерандарға, әлбиттә, ныҡлы һаулыҡ, йылылыҡ, хөрмәт һәм оҙон ғүмер теләйем.
- Байрам уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Форсаттан файҙаланып, һөнәри байрам уңайынан барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, районыбыҙ автотанспортсыларын, ветерандарыбыҙҙы тәбрикләйем, иҫәнлек-һаулыҡ, имен тормош, тигеҙ юлдар һәм һәр саҡ “йәшел ут” янып тороуын, байрамса кәйеф, ерҙә тыныс күк йөҙө булыуын теләйем.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Байрамығыҙ менән!
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.

Һәр ваҡыт “йәшел ут” янып торһон!
Һәр ваҡыт “йәшел ут” янып торһон!
Һәр ваҡыт “йәшел ут” янып торһон!
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас