

Программа республика биләмәһендәге туристик объекттар, музейҙар, мәсеттәр, ҡорамдар менән танышыуҙы үҙ эсенә ала. Экскурсиялар йәйәүле йәки автобус туры рәүешендә ойошторола. Уның сиктәрендә 55 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 60-тан уҙған ир-аттарға йылына бер тапҡыр бушлай туристик сәйәхәт итеү мөмкинлеге асылды. Ошо йылдар арауығында өлкән йәштәге райондаштарыбыҙ Өфө ҡалаһындағы тарихи урындарға, төрлө райондарҙың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылды, Ағиҙел йылғаһында теплоходта йөрөнө, Торатауға күтәрелде, Баймаҡ районында үткән “Башҡорт аты” фестивалендә ҡатнашты.
10 сентябрь көндө республикабыҙҙа оло йәштәгеләр өсөн ойошторолған тап ошо проект сиктәрендә районыбыҙҙан хаҡлы ялдағылар “Торатау” геопаркына сираттағы тур - сәйәхәткә юлландыҡ. Иртәнге сәғәт 9-ҙа беҙҙе район хакимиәте алдында Өфөнән туристик ойошманың 50 кешегә иҫәпләнгән заманса итеп йыһазландырылған автобусы көтә ине. Бергәләп фотоға төшкәс, проектты тормошҡа ашырыуҙа яуаплы булған район хакимиәте белгесе Зәлиә Сәйфуллина етәкселегендә 47 кеше уңайлы автобусҡа урынлашып, райондан ҡуҙғалып киттек. Арабыҙҙа өлкәндәрҙең һаулыҡ торошон ҡайғыртыу өсөн Архангел районынан медицина хеҙмәткәре лә бар ине. Баш ҡаланан экскурсовод Венера Ҡудашева юл буйынса тарихи мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Бына, беҙ күккә олғашҡан Торатау шиханы янына килеп еттек. Уның биләмәһендә төрлө тирмәләр урынлашҡан, уларҙың береһендә милли биҙәүес эшләү оҫтаһы ҡатын-ҡыҙҙарға беләҙек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ә ир-аттарға уҡ атыу серҙәрен төшөндөрҙөләр һәм һәр береһе йәйәнән сәпкә уҡ атып, мәргәнлеген һынап ҡараны.
Артабан Торатауға менеү өсөн һалынған баҫҡыстарға тиклем бер нисә саҡрым араны үтеп, баҫҡыстар буйлап тауға күтәрелдек. Беҙҙең арала ярайһы ғына өлкән, 80 йәштән уҙғандар ҙа бар ине, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, 700-гә яҡын тупһанан торған баҫҡыс буйлап Торатауҙың иң бейек үренә тиклем менеп еттек. Һәм бар тирә-яҡтың хозурлығына, ғәжәйеп һоҡланғыс күренешкә, аҫта көҙгөләй ялтырап ятҡан Туғарһалған күленә ҡарап һоҡландыҡ. Тәбиғәттең иҫ киткес урынында күмәкләп фотоға төштөк. Күңелебеҙҙә урғылған шатлыҡты тыя алманыҡ. Хатта тау үрендә йырлашып та алды өлкәндәр. Бурлы ауылынан “Әхирәттәр” ансамбленең дәртле апайҙары йыр башлап ебәреүгә башҡалар ҙа ҡушылды һәм дәртләнешеп бейеп тә алдылар.
Торатау шихандарын күреү миндә лә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Белеүебеҙсә, Торатау - Башҡортостан тәбиғәтенең уникаль ҡомартҡыларының береһе булып тора. Ул Ишембай районында Ағиҙел йылғаһынан алыҫ түгел Туғарһалған күле буйында урынлашҡан. Тауҙың бейеклеге 406 метр, оҙонлоғо 1 километр 200 метр, киңлеге 800 метр тәшкил итә. Тауҙың көнбайышы һәм көньяҡ-көнбайыш битләүендә бер нисә ҙур булмаған мәмерйә бар. Тау тоҡомо һуңғы палеозой дәүеренә ҡараған риф массивынан тора. Бында 230 миллион йыл элек тропик диңгеҙ булған. Шуға ла Торатауҙа диңгеҙ ҡабырсаҡтары һәм башҡа йән эйәләренең ҡалдыҡтары табыла. Торатау 1965 йылдан алып тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын йөрөтә һәм дәүләт тарафынан һаҡлана.
Тарихсылар билдәләүенсә, Торатау башҡорт халҡы өсөн тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ ҡына түгел, тарихи объект булараҡ та ҡиммәтле. Был тау башҡорттарҙың боронғо тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Тау башында Башҡортостан менән хакимлыҡ иткән нуғай хандарының һарайы (нығытмаһы) булған. Үҫәргән тәуарихында (шәжәрәһендә) хандың исеме лә телгә алына. Ул Тура хан тип исемләнә. Ағиҙел буйындағы мәшһүр Торатау уның һарайы урынылыр. Башҡорт халҡының бойондороҡһоҙ ханы булып тора, тиелә Үҫәргән шәжәрәһендә. Тимәк, борон Торатауҙың башында башҡорт халҡы менән идара иткән Тура хандың резиденцияһы урынлашҡан булған һәм уны башҡорт ханы тип атаһаҡ бер ҙә яңылыш булмаҫ. Был тау дошмандарҙан һаҡланыу йәһәтенән дә бик уңайлы урын. Сөнки тирә-яғында ялан, яу менән килгән дошманды әллә ҡайҙан шәйләргә мөмкин. Башҡорт халҡы өсөн Торатау хан һарайы торған тау ғына түгел ә әүлиәләр ерләнгән изге урын булараҡ та борон-борондан ҡәҙерле һаналған.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Матур. Ватрушкин” хәләл кафеһында төшкө аш ашап алғандан һуң, сәйәхәтебеҙҙең һуңғы туҡталышы Стәрлетамаҡ районының Кантюковка ауылындағы “Суфия” мәсете булды. Ауылдағы ике ҡатлы бик матур һәм үҙенсәлекле “Суфия” мәсетенең алтынға мансылған манаралары йыраҡтан уҡ күренеп, үҙенә тартып тора. Мәсеттең имам-хатибы бик фәһемле вәғәздәр һөйләне. Уны ошо ауылдың меценаты Рәфҡәт Абдулхай улы Кантюков әсәһе Суфия хөрмәтенә төҙөткән. Мәсеттә хәйер саҙаҡалар һалып, ил тыныслығына, донъя именлегенә доғалар ҡылдыҡ һәм изге ниәттәр менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Йыр-моңдар автобуста ла туҡталманы, ҡайтып еткәнсе йырҙар яңғыратты өлкәндәр.
Был йырлы-моңло күңелле сәйәхәт һәр кемгә ыңғай тәьҫораттар һәм онотолмаҫлыҡ хәтирәләр бүләк итте. Оло йәштәгеләр Башҡортостаныбыҙҙың ошондай үҙенсәлекле тарихи урындары менән танышыу мөмкинлеге биргән ойоштороусыларға рәхмәтле булды.