Йәйге каникулдың өсөнсө айына аяҡ баҫабыҙ. Балалар рәхәтләнеп ял итә, ә белем биреү усаҡтарында тормош әле лә ҡайнап тора – яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре бара. Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә бөгөндән уҡыусыларҙы ҡаршы алырға әҙерҙәр, тиергә мөмкин.
Мәктәп ихатаһына килеп инеүгә уның бер яҡ өлөшөндә күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө-төрлө сәскәләргә күмелгән участка хайран ҡалдырһа, икенсе яҡта ишелеп үҫкән йәшелсә түтәлдәре һоҡландыра.
Мәктәп директоры Ринат Зөфәр улы Насировтан коллективтың үткән уҡыу йылын нисек тамамлауҙары, уҡыусыларҙың уңыштары хаҡында белештек һәм мәктәптең яңы уҡыу йылына әҙерлеге менән таныштыҡ.
- Иң башта шуны әйтеп үтергә кәрәк, Үтәк, Буруновка, Туғай ауылдары мәктәптәре Яңғыҙҡайын мәктәбенең филиалдары булып тора. Быйыл 11-се класты 9 уҡыусы (3 егет, 6 ҡыҙ) тамамлап, барыһы ла БДИ һынауҙарын уңышлы үтеп, үҙҙәре һайлаған уҡыу йорттарына документтарын тапшырҙы. 2 уҡыусыбыҙ – Нәзилә Ғәлекәйева (Яңғыҙҡайындан) менән Сулпан Кәримова (Үтәк ауылынан) мәктәпте миҙалға тамамланы. 9-сыны тамамлаған 22 уҡыусының барыһы ла Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеп, төрлө һөнәри белем алыу йорттарына уҡырға инде. Уларға алмашҡа - 1-се класҡа 14 бала киләсәк.
Был белем биреү йортоноң тышы, йәғни участкаһына ғына түгел, эске яғына ла матур төҫ бирергә тырышҡандар. Бина эсенә үтеүгә Ринат Зөфәр улы беҙҙе спорт залы, класс бүлмәләре менән таныштырып сыҡты. Кабинеттар “ялт” итеп тора, ашхана ла аҡланып-буялып ҡуйылған, ҡоролмалары ла көйлө эшләй, ә коридорҙарҙа, спорт залында буяу еҫтәре таралып өлгөрмәгән әле. Класс бүлмәләренең яртыһында тәҙрәләр пластикҡа алыштырылған.
-Мәктәптә нигеҙҙә косметик ремонт уҙғарылды. Был маҡсатҡа 45 мең һум аҡса бүленгәйне, шуны файҙаландыҡ. Класс бүлмәләрендә иһә һәр йылдағыса, ата-әсәләр, уҡыусылар ярҙамында уҡытыусылар уҡыу йылы тамамланыу менән буяу-аҡлау эштәрен башҡарҙы. Шулай уҡ мәктәп менән берләштерелгән балалар баҡсаһында ла эштәр теүәлләнеп, балаларҙы ҡабул итергә әҙерҙәр. Бында ике төркөм ойошторолоп, төп төркөмдә 20 бала тәрбиәләнһә, 15 бала ҡыҫҡартылған көн төркөмөнә йөрөнө. Филиалдарыбыҙ булып торған Үтәк
(яуаплы - Рима Бохарова), Туғай (Фәймә Баһауетдинова), Буруновка (Ренетта Лукина) башланғыс мәктәптәре лә яңы уҡыу йылын әҙерлекле ҡаршылай. Был мәктәптәрҙең яуаплыларынан (хәҙер шулай атала) бик ҡәнәғәтмен, сөнки барыһы ла үҙ бурыстарына бик тә яуаплы ҡарай, тырыштар, бирелеп, матур эшләйҙәр, - тип маҡтап телгә алды Р.Насиров коллегаларын. – Ошо ауылдарҙан юғары класс уҡыусыларын Яңғыҙҡайын мәктәбенә 22 урынлыҡ “ПАЗ” һәм 11 балаға иҫәпләнгән “Газель” автобустары ташый. Июндә мәктәптәрҙең һәр ҡайһыһында көндөҙгө ял лагерҙары ойошторолоп, унда йәмғеһе 80 бала рәхәтләнеп ял итте. Уҡыусылар 5-се хеҙмәт сирегендә, йәғни мәктәп яны участкаһындағы эштә ата-әсәләр ризалығы (ғариза буйынса) менән ҡатнаша. Йәшелсә-емеш тулы баҡсала (яуаплы - Әлфиә Ғафарова) уҡытыусылар сменалап эшләй, бында ҙур теләк менән йөрөгән балалар сүп үләндәрен ваҡытында утап, баҡсаны ҡарап тора. Баҡсала ҡарағат өлгөрҙө, был емеш тә уҡыусылар тырышлығы менән тиҙүк йыйып алынды, үҙебеҙҙән артҡанын һатып, мәктәп бюджетын да тулыландырабыҙ, - тип мәктәп тормошо менән таныштырҙы беҙҙе Ринат Зөфәр улы.
Мәктәп баҡсаһындағы ишелеп уңған емеш-еләкте, бер сүп әҫәре булмаған тип-тигеҙ рәт булып теҙелгән йәшелсә түтәлдәрен (мәктәп ашханаһында балаларҙы туҡландырыу өсөн йыл әйләнәһенә етерлек йәшелсә үҫтерелә), күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙе, бинаның эске яғында күркәм төҫ бирергә тырышыуҙарын күреп тә бында бөтмөр етәксе, тырыш коллектив эшләгәнлеген аңларға була.