-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белем биреү форумы
14 Август 2018, 11:52

Әҙерлек тулы кимәлдә


- Бөгөнгө көнгә райондың бар белем биреү учреждениеларында ла ағымдағы косметик ремонт эштәре тамамланды. Был маҡсатҡа быйыл район бюджетынан 663 мең һум аҡса бүленде. Бынан тыш, 3 миллион һумдан ашыу аҡса Красноусол башҡорт гимназия-интернатының иҙәндәрен, инеү урынын, үткәүелен ремонтлауға, янғын хәүефһеҙлеге сараларына (утҡа сыҙамлы ишектәр урынлаштырыу, ҡыйыҡтың ағас конструкцияларын янғынға ҡаршы эшкәртеү), Красноусолдағы 2-се мәктәптең ҡыйығын төҙөкләндереүгә, тамаша залында ағымдағы ремонт эштәренә, 3-сө мәктәптең инеү урынын, “Әкиәт” балалар баҡсаһының ҡыйығын төҙөкләндереүгә, “Тирәккәй” балалар баҡсаһының ҡоймаһын заманса материалдарға алмаштырыуға тотонолдо.

Әйтергә кәрәк, быйыл иң ҙур күләмле эш Бурлы урта мәктәбендә барҙы. “Мәктәптәрҙең базаһын нығытыу һәм энергия һаҡлау” программаһы буйынса үткәрелгән капиталь ремонтҡа республика бюджетынан 14 млн 362 мең һум бүленде. Мәктәптә йылытыу, яҡтыртыу сис-темалары тулыһынса яңыртылды, яңы тәҙрәләр, ишектәр ҡуйылды, иҙәндәр алмаштырылды, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә яраҡлы ишектәр урынлаштырылды, бина тыш яҡтан йылытылды, профнастил менән көпләнде. 1 сентябрҙә белем усағы 145 баланы ҡаршы алырға әҙер.

Ағымдағы ремонт эштәре Табын урта мәктәбендә лә бара. Унда мәктәпкә инеү урыны төҙөкләндерелә. Бында тамамлағас, ошо уҡ төҙөүселәр бригадаһы Сәйетбаба мәктәбенә күсәсәк.

Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, бар белем биреү учреждениеларында ла йылы бәҙрәф булырға тейеш. Районда был эш күптән башланды. Бөгөнгө көнгә 53 учреждениеның 50-һендә улар бар. Тик 3-һендә – Сәйетбаба мәктәбенең филиалы Ҡаранйылға башланғыс мәктәбендә, Имәндәш мәктәбе филиалы Тайыш мәктәбендә һәм Ҡарағай урта мәктәбенең филиалы Юрмаш мәктәбендә юҡ. Был капиталь ремонт эштәренә 500 мең һум аҡса бүленәсәк, әлегә смета документтары әҙерләнә.

Аҡкүл мәктәбенең спорт залына ла 1 млн 200 мең һумлыҡ капиталь ремонт үткәреләсәк. Документтарҙы дәүләт экспертизаһы тикшергәндән һуң, аукцион иғлан ителде.

Алдағы планда тағы ла бер күләмле объект – Красноусол башҡорт гимназия-интернатының спорт майҙансығын төҙөү тора. Был маҡсатҡа 3 млн 700 мең һум тирәһе аҡса тотоноласаҡ.

Ҡормантау башланғыс мәктәбенә газ үткәреү эштәре дауам итә. Йылытыу миҙгеленә тиклем бындағы эштәр тамамланыр тип көтөлә. Районда утын яғып йылытылған 4 мәктәпкә 405 кубометр утын әҙерләргә кәрәк. Әлеге көнгә был эш 80 проценҡа башҡарылған.

Газ яғыулығы үткән мәктәптәрҙең газ ҡоролмалары – монометр, сигнализатор, счетчиктар йылдағыса техник тикшереү үтте. Бының өсөн урындағы бюджеттан 950 мең һум аҡса бүленде.

Районда уҡыусыларҙы филиалдарҙан төп мәктәптәргә йөрөтөү өсөн 22 автобус бар. Барыһы ла ГЛОНАСС навигация системаһы һәм тахографтар менән йыһазландырылған. Мәктәп автобустарына ремонт һәм запас частар алыу өсөн район бюджетынан 715 мең һум аҡса тотонолдо.

“Мәктәптәрҙе террорға ҡаршы техник йыһазландырыу” программаһы буйынса

республика һәм урындағы бюджет берлегендә ҙур ғына эштәр башҡарыу күҙ уңында тотола. Башлап Красноусолдағы 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәрҙә видеокүҙәтеү системаһы, бинаға инеү урындарына контроль ҡуйыу һәм башҡалар ҡаралған.

6-13 августа белем биреү учреждениеларының әҙерлеген тикшереүсе комиссия вәкилдәре район мәктәптәрен ҡараны.

Дөйөм белем биреү учреждениелары биналарына ҡуйылған бөтөн талаптар ҙа үтәлергә тейешле уҡыу кабинеттары, спорт залдары, ашханалар, китапханалар, коридорҙар һәм фойелар ентекле тикшерелде. Белгестәр электр сымдары, йылытыу һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү системалары, мәктәп автобустары торошон, юл билдәләренең һәм кәртәләрҙең булыу-булмауын ҡараны. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеге баһаланды, шулай уҡ ҡайһы бер иҫкәрмәләр бирелде, уларҙы бөтөрөү ваҡыттары билдәләнде.

Дөйөм алғанда, белем биреү учреждениеларында яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре һәйбәт темпта бара. Мәктәп ишектәре асылыуға бар эштәр ҙә тамамланыр, белем усаҡтары балаларҙы лайыҡлы ҡаршылар тип ышанабыҙ.
Читайте нас: