-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белем биреү форумы
22 Август 2018, 14:28

Мәғариф – иғтибар үҙәгендә

Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогик хеҙмәт ветерандары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, конференцияла ҡатнашыусылар!

Барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы менән ҡотлайым! Кәңәшмә киләһе уҡыу йылына эшлекле кәйеф бирер тип ышанам. Районда 2045, шул иҫәптән 457 өс йәшкә тиклемге бала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йөрөй. 3 йәштән ҙурыраҡ балалар өсөн районда балалар баҡсаларына сират бөтөрөлдө. Әле 0-дән 3 йәшкә тиклем 155 сабый сиратта тора. Яңы асылған “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы быйыл тулы көсөнә эшләй башлаясаҡ, унда тәрбиәләнеүселәр инглиз телен өйрәнәсәк.

Яңы уҡыу йылында район мәктәптәренә 4405 уҡыусы уҡырға бара. Тәүге тапҡыр мәктәп ишеген 457 бала асасаҡ.

Бөгөнгө көнгә райондың барлыҡ белем биреү учреждениелары ла яңы уҡыу йылына әҙер. Быйыл уларҙың матди-техник базаһын нығытыуға район бюджетынан 3,2 млн һум, Бурлы мәктәбендәге капиталь ремонтҡа республиканан 14,3 млн һум аҡса бүленде. Билдәләп үтергә кәрәк, район бюджетының яртыһынан күберәге мәғарифҡа йүнәлтелә. 2017 йылда, мәҫәлән, 931 млн һум район бюджетының 480,5 млн һумы был өлкәгә, йәғни бюджеттың 52 проценты тотонолған.

Сығарылыш кластарында йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләренә килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған йыл менән сағыштырғанда 9-сы кластарҙағы имтихандар һөҙөмтәләре түбәнерәк. 408 уҡыусының 4-һе имтихандарға керетелмәне, 5-һе аттестацияны үтә алманы.

Берҙәм дәүләт имтихандарының күрһәткестәре яҡшырған. 154 уҡыусының барыһы ла Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырып, урта белем тураһында аттестат алды. 25 уҡыусы “Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн” миҙалына лайыҡ булды.

Белеүегеҙсә, йыл һайын йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре буйынса лайыҡлыларға район хакимиәте башлығының премиялары бирелә. Быйыл 15 мең һум күләмендәге премияға Красноусол башҡорт гимназия-интернатының математика уҡытыусыһы Петр Иванович Михайлов, Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең рус теле уҡытыусыһы Наталья Викторовна Иванова, 1-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Николаевна Степанова лайыҡ булды. Рус теле һәм математиканан юғары балдар йыйған сығарылыш класс уҡыусыһы Илһам Рәхмәтуллин (КБГИ) 20 мең һум аҡса менән бүләкләнде. Бындай дәртләндереү саралары артабан да дауам итәсәк.

Өҫтәмә белем биреү

Район мәғариф усаҡтарында өҫтәмә белем биреү һәйбәт темпта бара, түңәрәк һәм секцияларға йөрөүселәр һаны арта. 3 өҫтәмә белем биреү учреждениеһында һәм мәктәптәрҙәге кластан тыш эшмәкәрлеккә 4 меңдән ашыу бала йәлеп ителгән. Шуға ҡарамаҫтан, спорт һәм тамаша залдарына, спорт майҙансыҡтарына тағы ла күберәк балалар йөрөүенә ирешергә кәрәк.

Мөһим бурыстар

Беҙҙең алда торған бурыстарҙың береһе – район мәктәптәрендә уҡыуҙы 1 сменаға күсереү. Быйыл уҡыусыларҙың 12 проценты – Красноусолдағы 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәрҙең һәм Табын мәктәбе уҡыусылары (530 бала) икенсе сменала уҡыясаҡ. Был хәлде бөтөрөү өсөн беҙгә яңы мәктәп төҙөргә кәрәк. Республика хөкүмәте кимәлендә район үҙәгендә 220 урынлыҡ мәктәп төҙөү мәсьәләһе ҡарала. Шулай уҡ Табын мәктәбенә 60 урынлыҡ төкәтмә, башҡорт гимназия-интернатына мансарда ҡатын төҙөү мохтажлығы бар.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашҡан республика август кәңәшмәһенең пленар өлөшөндә белем биреү мөхитенең хәүефһеҙлеге тураһында бик күп һөйләнелде. Район мәктәптәре һәм балалар баҡсаларында был йүнәлешкә урындағы бюджеттан аҡсалар бүленә. Бөгөнгө көнгә бар белем биреү учреждение-ларында ла автоматик янғын иҫкәртеүсе ҡоролмалар, “01” диспетчер хеҙмәте пультына туранан-тура сигнал ебәреүсе “Стрелец-мониторинг” ҡоролмаһы ҡуйылған. Красноусолдағы 1-се һәм Буруновка мәктәптәрендә видеокүҙәтеү системаһы бар. Быйыл ошондай уҡ системаны 2-се һәм 3-сө мәктәптәргә урынлаштырыу, район үҙәгенең 3 мәктәбенә ашығыс иҫкәртеү кнопкаһы ҡуйыу планлаштырыла. Ошо эштәргә район ҡатнашлығы шарты менән республика бюджетынан 1 млн һум аҡса бүленде. Уҡыусыларҙы автобустарҙа хәүефһеҙ йөрөтөү ҙә беҙҙең иғтибар үҙәгендә – уларҙы йөрөтөүсе 22 автобус та тейешле техник талаптарға тулыһынса яуап бирә.

Йәйге ял һәм сәләмәтләндереү

Районда балаларҙың йәйге ялын һәм уларҙы сәләмәтләндереүҙе ойош-

тороу – төп йүнәлештәрҙең береһе. 2018 йылда “Имәнкәй” һәм “Ҡояшлы” майҙансыҡтарында 500-ҙән ашыу (225-е

– беҙҙең райондан) бала ял итте һәм сәләмәтлеген нығытты. Шул иҫәптән һәләтле балалар һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән яҙғы каникулдарҙа 49 бала булды. Мәктәптәрҙә ойошторолған көндөҙгө ял үҙәктәрендә, Балалар ижады үҙәгенән “Толпар” профилле туристик-крайҙы өйрәнеү экологик лагерында, “Пат-риот” хәрби-патриотик лагерында быйыл да балалар күп ял итте. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә туристик слет ойошторолдо, ялдың башҡа формалары ла киң ҡулланылды. Балаларҙың йәйге ялына һәм сәләмәтләндереүгә республика һәм ра-йон бюджетынан бөтәһе 7 млн 620 мең һум аҡса бүленде.

Каникулдарҙа 157 үҫмер эш менән тәьмин ителде, уларға эш хаҡына 290 мең һум аҡса тотонолдо.

Уҡыу алдынғылары

Әлбиттә, уҡытыусыларҙың хеҙмәтенең төп һөҙөмтәһе – балаларҙың уҡыуҙағы уңыштары. Уҡыусыларыбыҙҙың төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙағы еңеүҙәре тап һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ емеше. Уҙған йыл республика олимпиадаларында еңеүселәр һәм призерҙар: Красноусолдағы 2-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Александра Кузнецова (Донъя художество мәҙәниәте фәненән еңеүсе, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән призер), КБГИ-ның 7-се класс уҡыусыһы Гөлнур Ибәтуллина (башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса еңеүсе), 8-се класс уҡыусыһы Динислам Басиров (Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән призер), 3-сө мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Рәмис Зыязетдинов (география буйынса призер), 8-се класс уҡыусыһы Диана Йәғәфәрова (башҡорт теленән призер), Юлыҡ мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Зөлхизә Зәйнуллина (башҡорт теленән призер). Был уңыштар нигеҙендә КБГИ уҡытыусылары Э.С.Ҡунафина, Ю.Р.Мәүлетҡолов, 2-се мәктәп уҡытыусылары О.В.Опарина, Л.В.Яковлева һәм И.Р.Шәйәхмәтов, 3-сө мәктәптән М.А.Кочешкова һәм Ф.Ф.Баязитова, Юлыҡ мәктәбенән М.Н.Мәмәтҡолованың тырыш хеҙмәте ята.

Хөрмәтле мөғәллимдәр!

Һеҙҙең иғтибарығыҙҙы республика август кәңәшмәһендә республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов ҡуйған бурыстарға йүнәлтмәксемен. Ул педагогтарҙы уҡыусыларҙың һәләтен асыусы һәм үҫтереүсе, белем алыуға ҡыҙыҡһыныу уятыусы яңы методика һәм технологияларҙы ҡулланырға, һанлы мәғариф мөхитен үҫтереүҙе дауам итергә саҡырҙы. Өлкәнең ресурс базаһын нығытыу, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү, уҡытыусылыҡҡа ярҙам итеү, грамоталы һәм һөҙөмтәле менеджмент – өҫтөнлөклө йүнәлештәр тип билдәләнде.

Сығышымдың аҙағында эш һөҙөмтәле булһын өсөн педагогтар менән ата-әсәләрҙең ҡулға-ҡул тотоношоп комплекслы эш алып барырға кәрәклеген әйтер инем. Тәрбиә эшендә ата-әсәләр ҙә, мәктәп тә берҙәй яуаплылыҡ тойорға тейеш.

Беҙҙең алға мөһим бурыстар ҡуйылды, уларҙы бергәләп хәл итеү юлдарын табырға кәрәк. Заманса белем биреү системаһын төҙөү беҙҙең ҡулдан килә торған эш. Барығыҙға ла балаларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ, хатта иң насар уҡыусыларҙы ла үҙ артығыҙҙан эйәртерлек, белем алыуға йәлеп итерлек көс, дәрт-дарман теләйем.

Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, яңы уҡыу йылында уңышлы һәм ижади эш теләйем. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
Читайте нас: