Уның эшендә Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Ф.Х.Миназов, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директорының ғилми эш һәм инновациялар буйынса урынбаҫары, физика-математика фәндәре докторы, профессор В.Н.Кризский, район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов, мәғариф бүлеге начальнигы З.Р.Әхтәмова, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, балалар баҡсалары мөдирҙәре, тәрбиәселәр, ауыл биләмәһе башлыҡтары ҡатнашты.
Был көндө сараға 25 белем биреү учреждениеһынан 400 мөғәллим йыйылды. Фойела сарала ҡатнашыусыларҙы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, мәктәпкәсә төркөмдәрҙең бай йөкмәткеле методик күргәҙмәләре ҡаршы алды. Быйыл уларҙы Ҡауарҙы, Йөҙимән, Аҡкүл, Яңғыҙҡайын, Имәндәш, Курорт, Красноусолдағы 2-се мәктәп, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты һәм Йөҙимән, Курорт, Мораҡ мәктәптәренең мәктәпкәсә төркөмдәре, район үҙәгенең “Әкиәт”, “Тирәккәй” балалар баҡсалары әҙерләгән. Күргәҙмәләр буйынса мәктәптәр араһында 1-се урынға Аҡкүл мәктәбе лайыҡ булһа, 2-се урынды – Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 3-сөнө – Яңғыҙҡайын урта мәктәбе коллективы алды. Йөҙимән, Курорт мәктәптәре дәртләндереү приздары менән бүләкләнде. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан 1-се урын “Тирәккәй” балалар баҡсаһына, 2-се – “Әкиәт”, 3-сө урын Мораҡ мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмөнә, дәртләндереү призы Курорт мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмөнә бирелде.
Кәңәшмәне Руслан Салауатов асып, барыһын да яңы уҡыу йылы менән тәбрикләне, конференция эшендә уңыштар теләне һәм тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа тапшырҙы. (Уның сығышы айырым бирелә). Район мәғариф бүлеге етәксеһе Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова үҙ сығышында ра-йон белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлегенә ентекле анализ яһаны (доклад гәзиттең киләһе һанында бирелә), уңыштар һәм проблемаларҙы барланы. Артабан мәғариф министры урынбаҫары Филүс Миназов сығыш яһап, республикала фән һәм мәғариф өлкәһендәге хәл-торош, яңылыҡтар менән таныштырҙы. Республика август кәңәшмәһендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡуйған бурыстарға – заманса хәүефһеҙ белем биреү мөхите булдырыу, яңы технологияларҙы ҡулланыу, балаларҙың һәләтен иртә йәштән үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, инклюзив һәм һөнәри белем биреүҙе камиллаштырыуға туҡталып үтте.
Уҡытыусылар алдында физика-математика фәндәре докторы, профессор В.Н.Кризский сығыш яһап, юғары уҡыу йорто һәм мәктәптәр араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытырға кәрәклеген билдәләне, район мәктәптәренә методик ярҙам күрһәтергә һәр саҡ әҙер булыуҙарын белдерҙе. Унан һуң һүҙ алған Красноусолдағы 3-сө мәктәп директоры А.С. Рудкевич “Белем биреү учреждениеһында хәүефһеҙ белем биреү мөхите булдырыу” тигән доклад менән сығыш яһаны. Мәктәптә был йүнәлештә алып барылған эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. 2-се мәктәптең информатика уҡытыусыһы С.Н.Максимова “Заманса Интернеттың үҙенсәлектәре һәм балалар психологияһына тәьҫире”, ошо уҡ мәктәптең психологы О.В.Феоктистова “Заманса инклюзив белем биреү”, “Әкиәт” балалар баҡсаһы логопеды Ә.С.Ефремова “Коррекцион белем биреүҙең йөкмәткеһе” темаларын яҡтыртты.
Конференция һуңында уҙған уҡыу йылы, йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре буйынса алдынғы уҡытыусыларға аҡсалата премиялар, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә район хакимиәтенең, район Советының һәм мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары, сәскә гөлләмәләре бирелде. Шулай уҡ алдан иғлан ителгән мәктәп яны участкалары араһында үткәрелгән конкурсҡа ла йомғаҡ яһалды. Бында 1-се урын - Ҡауарҙы, 2-се – Ҡормантау филиалы, 3-сө – Юлыҡ мәктәптәренә бирелде. Яңғыҙҡайын һәм Аҡкүл мәктәптәре дәртләндереү приздарына лайыҡ булды. Еңеүселәрҙең барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Ошондай күтәренке кәйефтә мөғәллимдәрҙең мәғарифтың үҫеше тураһында етди фекер алышыуға, бар проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеүгә, тәжрибә уртаҡлашыуға, яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләүгә ҡоролған сираттағы кәңәшмәһе тамамланды.