-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белем биреү форумы
5 Февраль 2019, 12:18

Яңы мәғариф проекты ҡабул ителә

1 февралдә Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында “Үргә ос!” Беренсе мәктәп белем биреү форумы булып үтте. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт һәм йәштәр эше буйынса дәүләт комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин, мәктәп директорҙары, мәғариф өлкәһенең урындағы үҙидара етәкселәре, башҡарма власть органдары вәкилдәре, һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә еңеүсе уҡытыусылар – бөтәһе 745 кеше ҡатнашты.

Радий Хәбиров сараның асылыу һәм йомғаҡлау өлөшөндә булып, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеүсе уҡыусыларға һәм уларҙың республика Башлығы премияларына лайыҡ булған уҡытыусыларына дипломдар тапшырҙы.

- Беҙ бөгөн Башҡортостандың мәктәп белем биреү системаһының ниндәй буласағын күҙаллар өсөн мәғариф өлкәһенең иң күренекле вәкилдәре менән беренсе тапҡыр ошондай форматта йыйылдыҡ. Беҙҙең алда мөһим бурыс-

тар тора: ил президенты тәҡдим иткән “Мәғариф” милли проекты буйынса 2024 йылға белем биреү сифаты буйынса тәүге ун ил иҫәбенә инергә тейешбеҙ. Ошо ауыр бурысты үтәү буйынса фекер алышыу өсөн һеҙҙе форумға йыйҙыҡ, - тине төбәк башлығы үҙенең инеш һүҙендә уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп.

Форумда белем биреү мөхитенең психологик хәүефһеҙлеге, инклюзив белем биреү, уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын арттырыу, һәләтле балаларға үҫеш шарттары булдырыу, “Һанлы белем биреү мөхите” проектын тормошҡа ашырыу һәм башҡа бик күп мөһим темалар буйынса 10 дискуссия майҙансығы эшләне.

Форумда Радий Хәбиров республика мәғариф системаһына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте. Уға ярашлы, 1 сентябрҙән республикала юғары класс уҡыусыларын өлкәндәр тормошона әҙерләүсе «Үргә ос!» яңы мәғариф проекты эшләй башлай. Унда түбәндәге модулдәр бар:

“Рулгә ултыр” – водитель таныҡлығын мәктәптә үк алыу; был осраҡта республика уҡыу алдынғыларына, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар өсөн ташламалар йәки бөтөнләй бушлай уҡыу мөмкинлеге бирәсәк.

“Дөрөҫ туҡлан” – сәләмәт туҡланыу мәҙәниәтенә өйрәтеү өсөн балаларға диетик аҙыҡтар менән махсус меню төҙөү;

“Иркен һөйләш” – уҡыусыларҙы инглизсә һөйләшергә өйрәтеү;

“Спорт менән дуҫ бул” – спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү;

“Сәләмәт йылмайыу” – барлыҡ ҙур мәктәптәрҙә (800-ҙән ашыу уҡыусы) стоматология кабинеттарын асыу. Башҡа мәктәп уҡыусылары стоматологка график буйынса йөрөргә тейеш.

“Шахмат уйна” – балаларҙың аҡыл һәләтен һәм логик фекерләүен үҫтереү өсөн һәр уҡыусыны шахмат уйнарға өйрәтеү;

“Бейе” – был модуль уҡыусыларға классик бейеүҙәрҙе, бигерәк тә вальсты,

үҙләштерергә ярҙам итәсәк, һәр уҡыу йылы вальс бейеүҙәре менән тамамланырға тейеш.

Бынан тыш, «Үргә ос!» проекты ғаиләне, тыуған яҡты, милли традицияларҙы, мәҙәниәтте өйрәнеү дәрестәрен, милли спорт төрҙәренә, робот техникаһына һәм IT-технологияларға ылыҡтырыуҙы үҙ эсенә ала.

Пилот этабында республика Мәғариф министрлығы 10-11 мәктәпте һайлап алып, уларҙа күләмле проектты һынай башлай.

Балаларҙың хыялы тормошҡа аша

Ошо уҡ форумда Радий Хәбиров республика мәктәптәрен биш көнлөк уҡыу программаһына күсерергә тәҡдим итте. Уның фекеренсә, балалар мәктәп программаларынан ныҡ арый, ял көндәрен улар ғаиләһе менән үткәрергә тейеш. Дәрестәр үткәрелмәгән 32 шәмбенең 8-е мәктәпкә бирелә. Был көндәрҙә уҡыусылар спорт ярыштарында, төрлө осрашыуҙарҙа, тарихи-мәҙәни сараларҙа ҡатнашасаҡ.

- Артабан иң ҡатмарлы һәм мәшәҡәтле эш башлана, – тине төбәк етәксеһе. – Республиканың Мәғариф министрлығына был мәсьәләне өйрәнеп, мәктәптәргә биш көнлөк уҡыуға нисек һәм ҡасан күсеү, белем биреү процесын ҡайһылай итеп алып барыу тураһында аңлатыу эше үткәреү, кәңәш биреү бурысы ҡуйылды. Әлбиттә, бының төрлө үҙенсәлектәре бар. Мәҫәлән, сығарылыш класс уҡыусыларына көсөргәнеш тыуҙырырға ярамай, был алымды уларға ҡарата ҡулланырғамы, юҡмы – уйларға кәрәк. Әммә биш көнлөк уҡыуға күсәсәкбеҙ.Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был эш бер нисә этапта барасаҡ, ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк буласаҡ.

Ауыл уҡытыусыларына ярҙам

Башҡортостан Башлығы ауыл мәктәбен хәстәрләүҙе лә һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Беҙҙең республика уникаль: беҙҙәге кеүек ауыл мәктәптәре селтәре киң тармаҡланған башҡа төбәкте табыуы ауыр. Төп бурысыбыҙ – йәштәрҙе мәктәпкә йәлеп итеү. Шуға күрә, “Ауыл уҡытыусыһы” тигән программаны раҫларға тәҡдим итәм. Быйылғы бюджеттың 60 миллион һумын 600-әр мең һумдан 100 ауыл уҡытыусыһына тапшырырға кәрәк тигән фекерем менән уртаҡлашырға теләйем. Был грантҡа ҡушып йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы ла бүлгән осраҡта, уҡытыусыһыҙ интеккән ауыл мәктәптәренә педагогтарҙы ылыҡтыра алыр инек.

Муниципалитет етәкселәренең ер биреү йәһәтенән бурыстары күп. Был ҡарар ғына булып ҡалмаһын, ә ысынлап та эшләһен өсөн хәл итеү юлдарын уйлайбыҙ, - тине Радий Фәрит улы. - Ә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ташламаны индексациялау һәм уҡыусылар һанына ҡарап финанслауға килгәндә, республиканың Финанс министрлығында бюджеттың әлеге мөмкинлектәрен ҡарарҙар. Әлбиттә, барығыҙҙың да яҡшы йәшәүен теләйбеҙ. Ауыл мәктәптәренә ярҙам итәсәкбеҙ. Аҙ комплектлы ауыл мәктәптәренең матди-техник хәлен нығытыу, төпкөлдәге уҡытыусыларға финанс ярҙамы күрһәтеү белгестәргә ихтыяжды кәметәсәк, федераль белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыуға булышасаҡ.

Эш хаҡтары кәмемәйәсәк

Биш көнлөк уҡыуға күсеү уҡытыусыларҙың матди хәлендә кире сағылыш табырға тейеш түгел, тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров.

- Педагогтарҙың хеҙмәт хаҡы ла, отпуск та ҡыҫҡартылмаһын, – тине ул. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, “Үргә ос!” мәғариф программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабына аҡса иҫәпләнгән һәм һалынған, ул сумма республика бюджеты өсөн ауыр “йөк” түгел. Республика етәксеһе әлеге йыйындың форматы оҡшауын да белдергән.

- Уҡытыусыларға ошондай аралашыу ҡыҙыҡлы икәнен тойҙом. Ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеү булды, педагогтар кәрәкле мәғлүмәттәр алды, мин дә уларҙан күп нәмә белдем. Йыйында мәктәптәр эшмәкәрлеген, хәл итәһе ниндәй мәсьәләләр һәм бурыстар барлығын яҡшыраҡ аңланым.

Мәктәп автобустарын – “Башавтотранс”ҡа

Мәғариф йыйынында уҡыусыларҙы ташыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Әле республикала 1320 мәктәп автобусы йөрөй, 1500 самаһы водитель эшләй. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, был тармаҡта етди проблемалар бар.

- Йәшермәйем, хәл итәһе мәсьәләләр етерлек, – тине ул. – Күптән түгел бер мәктәп автобусы водителенең юлға иҫерек килеш сыҡҡаны асыҡланды, Учалы районында шундай уҡ техника ҡоланы. Ни тиһәң дә, кадрҙар мәсьәләһе, ташыуҙы тәьмин итеү менән махсуслашҡан ойошма шөғөлләнергә тейеш. Республикала был йәһәттән ҡеүәтле дәүләт учреждениеһы “Башавтотранс” бар. Уҡыусыларҙы ташыу бурысы нәҡ уға йөкмәтеләсәк. Әлегә ойошмаға 56 мәктәп автобусы тапшырылған.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, уҡыусыларҙы ташыуҙы махсуслашҡан ойошмаға аутсорсингка биреп, мәктәп бер йылда бер транспорт өсөн түләүҙә уртаса 60 мең һумды экономия-лай аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта водителдәрҙең хеҙмәт хаҡы 20-30 мең һумға тиклем күтәреләсәк.

Әммә балаларҙы ташыуҙы аутсорсингка биреү тәҡдименә ҡайһы бер мәктәп етәкселәре ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Уларҙың фекеренсә, водителдең һәм автобустың мәктәпкә беркетелгән булыуы яҡшыраҡ. Техника үҙеңдеке икән, мәҫәлән, башҡа урындарға олимпиадаларға йөрөргә мөмкин. Өҫтәүенә уҡытыусылар һәм ата-әсә мәктәп хеҙмәткәре иҫәпләнгән водителгә нығыраҡ ышана. Йыйында әйтелеүенсә, райондарҙа кадрҙарҙы һайлап алыу мөмкинлеге юҡ, йәштәр аҙ, водителдәрҙең 70 проценты – өлкән быуын вәкилдәре. Шул уҡ ваҡытта, проблемаларға ҡарамаҫтан, үҙ эшен ихлас яратҡан һөнәр эйәләре байтаҡ.

- Райондарға эш сәфәре барышында урындағы етәкселәрҙең яҡшы водителдәр тураһында һөйләгәне бар. Улар балаларҙы ярата, автобуста уңайлылыҡ тыуҙыра, хатта уҡыусылар өсөн йырҙар башҡара, – тип һөйләне йыйында Радий Хәбиров.

Ул Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты вәкилдәренә хеҙмәтен лайыҡлы башҡарған мәктәп автобусы водителдәре өсөн республика конкурсы үткәрергә һәм дәртләндереү саралары уйлап табырға кәңәш итте.

Мәктәптәр рейтингы

Радий Хәбиров республика мәктәптәре рейтингын төҙөргә һәм ҡала һәм район мәктәптәре араһында иң яҡшы 10 мәктәпте гранттар менән билдәләргә тәҡдим индерҙе. Уныңса был сара мәктәптәрҙең үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ һәләтле уҡыусылар өсөн “көрәшергә” саҡырҙы.

- Әгәр уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған икән, ҡала, район хакимиәте башлыҡтары, мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылар коллективы ул баланы ҡулынан ысҡындырмай, ғүмере буйы оҙатып йөрөргә тейеш. Был уҡыусы сит төбәктә белем алған осраҡта ла, ул республикаға ҡайтһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк.

Радий Хәбиров мәктәп бар балалар өсөн, шул иҫәптән сәләмәтлектәре сиклеләргә лә, бер үк мөмкинлектәр бирергә те-йеш, тип иҫәпләй. Ошо йәһәттән ул мәктәптәрҙә ирекмәндәр эшен үҫтереү өҫтөндә бергәләп уйларға саҡыра.

- Был бик мөһим, сөнки беҙҙең балаларыбыҙ мәктәп эскәмйәһенән белемле кешеләр булып ҡына түгел, ә гражданлыҡ позицияһы ныҡлы үҫешкән юғары әхлаҡлы шәхестәр булып сығырға тейеш. Юғары уҡыу йорттары абитуриенттары һәм студенттары араһында ирекмәнлек эшмәкәрлеген үҫтереүҙә өҫтәлмә саралар күрергә кәрәк, тине Радий Хәбиров.

Форумда ҡатнашҡан уҡытыусылар төбәк башлығына үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреп, шунда уҡ яуап та алдылар. Беренсе тапҡыр үткән саранан тик яҡшы тәьҫораттар алыуҙары тураһында белдерҙе мөғәллимдәр.

Беҙҙең райондан форумда район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Р.М.Таһирова, Красноусолдағы 1-се, 2-се,3-сө, Сәйетбаба, Ҡарағай, Яңғыҙҡайын мәктәптәре директорҙары ҡатнашты.
Читайте нас: