+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2016, 17:27

КУС-ҡа дүшәмбе килегеҙ

Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Ғафури районы буйынса милеккә идара итеү комитеты шуны белдерә:

2017 йылдың 1 ғинуарынан башлап ер участкаларына хоҡуҡты рәсмиләштереүгә тәүге документтар Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2 "а” һанлы йорт адресы буйынса урынлашҡан Күп функциялы үҙәктә (МФЦ), 10 һәм 13-сө бүлмәләрҙә ҡабул ителәсәк.

Комитетта ҡабул итеү тик дүшәмбе көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 18.00-гә тиклем бойомға ашырыла, төшкө ял 13.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем. Белешмәләр өсөн телефондар: 2-11-76, 2-79-00.
Эльвира СӨЛӘЙМӘНОВА,

Комитет рәйесе-бүлек мөдире.
Читайте нас в