-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2018, 17:48

Концертҡа һәм йәрминкәгә рәхим итегеҙ!

2 ноябрҙә Красноусолда район мәғариф бүлеге алдындағы майҙанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған байрам сараһы һәм ауыл хужалығы йәрминкәһе була.

Район мәҙәниәт бүлеге әҙерләгән концерт һәм күңел асыу сараһы иртәнге сәғәт 11-ҙә, йәрминкә 10-да башлана. Әйткәндәй, райондың ауыл хужалығы предприятие-лары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусылар бәрәңге, йәшелсә, ит һәм башҡа үҙҙәре етештергән продукцияны унда һата ала, рәхим итегеҙ! Йәрминкәлә ҡатнашырға теләүселәр 2-24-48, 2-18-72 телефондары буйынса йәки ауыл биләмәләре хакимиәттәренә мөрәжәғәт итһен.


Читайте нас в