-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2019, 13:26

Асыҡ тыңлау үтте 15 апр

2019 йылдың 15 апрелендә 11.00 сәғәттә Муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының “2018 йылда БР Ғафури районы муниципаль районы бюджеты үтәлеше хаҡында отчетты раҫлау тураһында” ҡарар проекты буйынса асыҡ тыңлау үтте.

Асыҡ тыңлауҙа райондың 35 гражданы ҡатнашты.

Совет ҡарары проекты асыҡ тыңлауҙа ҡатнашыусылар тарафынан тикшерелгәндән һуң асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп уҙғарыу буйынса комиссия ҡарар итте:

1. Ҡарар проектын хупларға һәм тулайым БР Ғафури районы МР Советы ҡарауына индерергә.

2. Асыҡ тыңлау протоколы менән ҡарарын Муниципаль район Советына тапшырырға.

3. Асыҡ тыңлау һөҙөмтәләрен, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.