-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2019, 16:47

Сүп-сар реформаһы: Уңайлы ысул

Башҡортостанда йәшәүселәр “Эко-Сити” төбәк операторына кәрәҙле телефондан WhatsApp аша мөрәжәғәт итә ала.

Түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләү өсөн документтарҙың фотоларын ебәрергә, икешәр тапҡыр килгән йәки бөтөнләй килмәгән квитанциялар, ваҡытында сығарылмаған ҡалдыҡтар тураһында WhatsApp ҡулланыу уңайлы буласаҡ. Республиканың көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш райондарын хеҙмәтләндереүсе “Эко-Сити” төбәк операторы бының өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондары: 8-965-939-49-00, 8-903-311-04-90 билдәләгән.

Бөтә мөрәжәғәттәр колл-үҙәк диспетчерҙарына бара һәм уларҙы ойошманың белгестәре ҡараясаҡ.