-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2019, 13:00

Заманса кинозал өсөн – 5 миллион!

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Кино фонды Башҡортостанда 10 кинозалды модернизациялай.

Проект 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Һәр кинозал өсөн 5 миллион һум аҡса бүленә. 10 кинозал иҫәбендә беҙҙең район мәҙәниәт йорто ла бар. Кино фондында белдереүҙәренсә, заманса йыһазландырылған кинозалдарҙа квартал һайын күрһәтелгән фильмдарҙың 50 проценттан күберәген үҙебеҙҙең илдә төшөрөлгән фильмдар тәшкил итергә тейеш.