+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2019, 13:50

Балыҡтар күпләп үлгән

Июль айында республиканың Благовещен районында урынлашҡан Иҙәк йылғаһында күпләп балыҡ үлеү осрағы теркәлгән.

Тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, быға Благовещенск ҡалаһындағы “Полиэф” акционер ойошмаһының производство эшмәкәрлеге сәбәпсе булған.

“СИБУР Холдинг” ойошмаһы идаралығы рәйесе фекеренсә, зыян ҙур булмаған, әммә нисек кенә булмаһын компания тулы кимәлдә компенсация эшләйәсәк. Әлеге көндә һыуҙы бысратыусы матдәләрҙе йылғаға ташлау туҡтатылған. Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм Экология министрлығында был хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ай ярым самаһы ваҡыт кәрәк буласаҡ тип белдерәләр.


Читайте нас в