+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2019, 11:38

Алдан һайлау мөмкинлеге бар

8 сентябрҙә республика Башлығы һәм Урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайланасаҡ. Буласаҡ һайлауҙарҙағы яңылыҡтар гәзит биттәрендә яҡтыртып барыла. Башҡа йылдарҙағы һайлауҙарҙан айырмалы рәүештә йәнә бер яңылыҡты һайлаусыларҙың иҫтәренә төшөрөп үтергә кәрәк.

28 августан 7 сентябргәсә һайлаусылар үҙҙәре теркәлгән һайлау участкаларында алдан та-уыш биреү хоҡуғы менән файҙалана ала. Был, әлбиттә, 8 сентябрь - Берҙәм тауыш биреү көнөндә ғәфү итерлек сәбәп: отпуск, командировкаға юлланыу, уҡыуҙа йәки эштә булыу, дәүләт һәм йәмәғәт бурыстарын башҡарыу, сәләмәтлек торошо буйынса һәм башҡа сәбәптәр менән һайлауҙа ҡатнаша алмаусыларға ҡағыла. Алдан тауыш биреү һайлау участкаларында дүшәмбенән йомаға тиклем 16.00-дән 20.00 сәғәткәсә, шәмбе һәм йәкшәмбе, байрам көндәрендә 10.00-дән 14.00 сәғәткәсә ойошторола. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына паспорт менән килергә (паспорттарын алыштырыусылар белешмә килтерә ала) кәрәк. Алдан тауыш биреүҙә республика Башлығын һайлау мөмкин булмаясаҡ, бары тик ауыл биләмәләре Советтары депутаттарын һәм 14-се һанлы Еҙем-Ҡаран һайлау округы буйынса ауыл Советына депутат һайлауға өҫтәлмә тауыш биреүгә генә ҡағыла.

Римма ЗВЕРЕВА,

Ғафури районы территориаль һайлау

комиссияһы рәйесе.

Читайте нас в