-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
12 Ғинуар 2018, 13:34

Ярты быуат бер ни түгел, бергә типһә йөрәктәр!

Әҙәм балаһына бәхет өсөн әллә ни күп тә кәрәк түгел һымаҡ. Әммә һәр кешенең бәхете уның ғаиләһе, яҡындары, тормош иптәше, балаларына бәйле. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ. Сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып матур донъя көтөп, ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәмлектә, татыулыҡта бәхетле ғүмер кисереүсе ғаиләләрҙе бәхетле тип нисек әйтмәйһең инде?!

Әҙәм балаһына бәхет өсөн әллә ни күп тә кәрәк түгел һымаҡ. Әммә һәр кешенең бәхете уның ғаиләһе, яҡындары, тормош иптәше, балаларына бәйле. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ. Сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып матур донъя көтөп, ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәмлектә, татыулыҡта бәхетле ғүмер кисереүсе ғаиләләрҙе бәхетле тип нисек әйтмәйһең инде?!

Сәйетбаба ауылынан үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләгән Мәрүә һәм Мөхәмәтулла Мөхәмәҙиевтар ғаиләһе хаҡында һүҙем. Матур ғаилә – ил күрке, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, ҡасандыр ғүмер-ғүмергә бергә булырға ант итешеп, ярты быуат буйы тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәгән, ошондай матур датаға тиклем парлап килеү бәхетенә ирешкән был татыу ғаиләгә ил күрке тип әйтмәү мөмкин түгел.

Һәр кеше йәшәүҙең мәғәнәһен аңларға һәм үҙенә бирелгән ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе халҡына, тыуған иленә һәм еренә намыҫлы хеҙмәт итеп, бер минутын да бушҡа үткәрмәҫкә тейештер. Мөхәмәтулла ағай менән Мәрүә апай ҙа бар ғүмерҙәрен тырыш хеҙмәткә, балалар тәрбиәләүгә бағышлап, алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешә.

Мөхәмәтулла ағай 1940 йылдың 2 октябрендә Сәйетбаба ауылында Сәмиға һәм Хаммат Мөхәмәҙиевтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. 6 класс белем алғандан һуң, колхозда төрлө эштәрҙә ҡатнашып, ең һыҙғанып эшләп йөрөй. Бала ғына көйө һуғыш йылдарының ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татып, аслыҡ-яланғаслыҡтың ниндәй аяныслы хәлгә килтергәнен әле лә хәтеренән юя алмай Мөхәмәтулла Хаммат улы. Ошо тормош һабағын алып, тормоштоң әсе һынауҙарына бирешмәйенсә, тыуған колхозы өсөн арымай-талмай эшләй. 1962-1965 йылдарҙа Афғанстан сигендә Термез ҡалаһында хеҙмәт итә. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер йыл тракторсы һөнәрен үҙләштереп, ҡулына таныҡлыҡ ала. Пенсияға тиклем колхозда тракторсы булып эшләй.

Мәрүә апай 1949 йылдың 22 сентябрендә Ҡауарҙы ауылында тыуа. Ошо уҡ ауылда 11-се клас-ты уңышлы тамамлай. 1967 йыл Сәйетбаба егете Мөхәмәтулла ағай яусылап килгәс, ризалыҡ бирә. 16 йәшлек һылыу ҡыҙ шулай йәш хужабикә булып китә. Ике яҡта ла гөрләтеп туйҙар үткәреп, йәштәр Сәйетбаба ауылында донъя көтә башлай. Мәрүә апай ҙа башкөллө колхоз эшенә сума - сөгөлдөр баҫыуында ла эшләй, колхозда һыйыр ҙа һауа. Уларҙың тырыш хеҙмәте тиҫтәләгән Маҡтау грамоталары һәм миҙалдар менән билдәләнгән. Икеһе лә - хеҙмәт ветерандары.

Мәрүә апай менән Мөхәмәтулла ағай 50 йыл иңгә-иң терәп, бер уй-маҡсатта, уртаҡ хыялдар менән йәшәп, ике ул һәм өс ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Балалары инде күптән үҙҙәре ғаиләле, яратҡан һөнәрҙәре, һөйөп туймаҫ балалары бар. Ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, һәр береһе матур итеп донъя көтә. 10 ейән-ейәнсәре, өләсәй-олатай тип, өҙөлөп тора.

Мәрүә апай менән Мөхәмәтулла ағайҙың тырышлығына, уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Улар үҙ хужалыҡтарында күпләп умарта тоталар, мал аҫрайҙар, баҡса тултырып еләк-емеш, йәшелсә үҫтерәләр. Уларҙың сабырлығы, тыйнаҡлығы, уңғанлығы күптәргә үрнәк булырлыҡ.

Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Айрат Әхиәт улы Сәйфуллин юбилярҙарға изге теләктәрен еткереп, Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Ҡотлау хаты менән ҡиммәтле бүләген тапшырҙы. “Быйылғы йыл республикабыҙҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитов тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителде һәм ошо йәһәттән тәүгеләрҙән булып һеҙҙең ғаиләнең күркәм байрамы үтеүе бигерәк тә һөйөнөслө”, - тине Айрат Әхиәт улы.

"Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Р.И.Мәүлетҡолов уңған ғаиләнең ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр саҡ тырыш хеҙмәт менән еңеү яулауын билдәләп үтте һәм “Йондоҙ” колхозындағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре, ауылдаштарға, йәштәргә өлгө булған йәшәү рәүеше өсөн, алтын туйҙары менән ҡотлап Маҡтау грамотаһы тапшырҙы. Сәйетбаба ауылы ветерандар советы рәйесе З.В.Ишмырҙин да алтын парҙы юбилейҙары менән ҡотланы, ғаилә именлеге, бәхетле ҡартлыҡ теләне, башҡаларға өлгө итерҙәй улдар һәм ҡыҙҙар үҫтергәндәре өсөн һоҡланыуын белдерҙе.

Юбилярҙың балалары – ҡыҙҙары-улдары, кейәү-килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре лә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, ата-әсәһен гөлләмәләргә күмде.

Байрам сараһы Мәҙинә һәм Хатмулла Байбулдиндар, Хәлимә Юлбарисова, Әлфиә Степанова, «Аҡбейек” ирҙәр вокаль ансамбленең моңло йырҙары һәм Миңһылыу Абдуллина, Рәүилә Юлбарисованың күңелдәргә үтеп инеп, берсә моңландырып-тулҡынландырып, берсә шатландырып алып барыуҙары менән үрелеп барҙы.

Ғаилә башлығы Мөхәмәтулла ағай һәм хужабикә Мәрүә апайҙың район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәренә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә иғтибарҙары һәм хәстәрлектәре, ололоҡлап байрам сараһы ойошторғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтеүе юбилей сараһының йомғаҡлау өлөшө булды.

Илебеҙҙең күрке булырҙай алтын пар - Мәрүә һәм Мөхәмәтулла Мөхәмәҙиевтар кеүек ғаиләләр ауылыбыҙҙа күберәк булһын ине. Донъялар имен булып, ошондай матур байрамдарҙы тағы ла үткәрергә яҙһын.


Читайте нас в