-16 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
16 Ғинуар 2018, 13:41

Хеҙмәткә бағышланған ғүмер

Арабыҙҙа үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы, күркәм холҡо, йәшәү рәүеше менән күптәрҙең ихтирамын, хөрмәтен яулағандар бик күп. Шундай кешеләрҙең береһе Красноусолда ғүмер итеүсе Рим Ҡадир улы Мәҡсүтов.

Арабыҙҙа үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы, күркәм холҡо, йәшәү рәүеше менән күптәрҙең ихтирамын, хөрмәтен яулағандар бик күп. Шундай кешеләрҙең береһе Красноусолда ғүмер итеүсе Рим Ҡадир улы Мәҡсүтов.

Бынан 70 йыл элек гүзәл тәбиғәт ҡосағында ултырған Ләмиән ауылында донъяға килгән ул. Эше буйынса атаһы Ҡадир Әхмәҙей улы ғаиләһе менән төрлө ауылдарға күсеп йөрөгәндән һуң, Красноусолға килеп төпләнә. Урта мәктәпте тамамлаған Рим ағай Стәрлетамаҡ ҡалаһының 21-се һөнәрселек-техник училищеһында белем алып, электромонтер һөнәренә эйә була. Хеҙмәт юлын Красноусол быяла заводында үҙ һөнәре буйынса башлай. “Тәүге эш урынымдың тап ошо коллективта булыуы менән бәхетлемен, - ти ул. - Сөнки ул ваҡытта эшселәр коллективында өлкәндәрҙең йәштәр өҫтөнән шефлыҡ алып барыу, тәртип булдырыусы матур традициялары бар ине”.

Спортҡа йәне-тәне менән бирелгән Рим Ҡадир улы ошонда эшләгәндә еңел атлетика буйынса республика чемпионы исемен яулай. Буласаҡ тормош иптәше Римма Сәғит ҡыҙы менән дә ошонда таныша улар.

1974 йылдан хеҙмәт юлын Красноусолдағы 3-сө мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып дауам итә. Бер аҙҙан ситтән тороп Силәбе физкультура институтын тамамлай. “Әлегеләй уңайлы шарттар, заманса йыһазландырылған спорт залдары, ҡорамалдар булманы, эш башлап китеүе ауыр ине. Шулай ҙа еңел атлетиканы, саңғыла йөрөүҙе күмәк спорт төрөнә әйләндерә алдыҡ – яҙлы-көҙлө кросҡа, ҡышын саңғыла йүгерергә бар мәктәп менән сыға торғайныҡ. Район мәктәптәре араһында 1-се мәктәптең һәм Дарьино мәктәбе командалары менән беренселек өсөн ярыша инек,” – тип хәтер йомғағын һүтә ул. Был мәктәптә 10 йыл эшләү дәүерендә бик күптәрҙә спортҡа һөйөү тәрбиәләй, уның уҡыусылары ра-йон ғына түгел, республика ярыштарында ла еңеү яулай.

1985 йылдар... Илебеҙҙә замана афәте – эскеселек менән ҡаты көрәш һәм үҙгәртеп ҡороуҙар йылдары. Районда ла халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бирелә башлай. Был өлкәлә ярайһы уҡ тәжрибә туплаған Рим Ҡадир улы район

хакимиәтенә спорт комитеты етәксеһе итеп эшкә саҡырыла. “Һәр ваҡыттағыса, был эшкә лә оло энтузиазм менән тотондом. Әлбиттә, комсомол, партия райкомы менән бергә тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Халыҡты күмәк спортҡа йәлеп итеүҙә мәктәп директорҙарының, колхоз-совхоз рәйестәренең, башҡа предприятие-ойошмалар етәкселәренең ярҙамы күп булды. Спартакиадалар үткәргәндә төрлө мәҙәни саралар, сауҙа ойошторолдо, һәр ярыш, спорт сараһы район гәзиттәре биттәрендә яҡтыртылып барҙы,” – тип хәтерләй ул йылдарҙы Рим Ҡадир улы. Уның әйтеүенсә, халыҡ иң күп шөғөлләнгән спорт төрҙәре саңғы, еңел атлетика, милли көрәш, футбол, волейбол, баскетбол, шахмат булған. Тәүҙә саңғы ярыштары “Йәшлек” паркында үткән. Һуңғараҡ Табындан Рәшит Шакир улы Сатлыҡовтың тырышлығы менән телевышка эргәһендә саңғы юлы һалына. Был спорт төрөн үҫтереүҙә Анатолий Семенович Чушкиндың да роле ҙур була. Оҫта саңғысылар – Руфина Николаевна Сухорукова, Рифҡәт Ғайса улы Йомағолов, Фәрит Фәтхелислам улы Йосопов һәм башҡалар район данын республика күләмендә күп тапҡырҙар яҡлап, республикала 3-сө урынға сығалар. Милли көрәшкә йәштәрҙе ылыҡтырыуҙа Сәйетбаба ауылынан Мөдәрис Йәнешев, Красноусолдан Азамат Ибәтуллин, Ҡауарҙынан Ришат Исхаҡов арымай-талмай эшләй. Красноусолдағы 1-се мәктәптең физкультура уҡытыусыһы А.С.Чушкин – районда баскетбол буйынса ярыштарҙы башлап ебәреүсе лә, уның артабанғы үҫешенә күп көс һалыусы ла була. Район мәғариф бүлеге методисы Виталий Михайлович Егоровтың волейбол башланғысын һуңынан Шамил Латипов, Рафаил Юлмөхәмәтов дауам итә. Ул йылдарҙа шахмат та ҙур популярлыҡ яулай. Район үҙәгенең элекке Ленин исемендәге клубында Филүс Хафизов “Сатраш” шахмат клубын ойоштора. Ҡауарҙы, Сәйетбаба ауыл-дарында ла оҫта шахматсылар була. Район

спортсыларының күбеһе бер нисә спорт төрө менән уңышлы шөғөлләнгән. Хатта ул ваҡытта бигүк популяр булмаған велосипедта йөрөүҙә Пермь ҡалаһында үткән Урал зонаһы велоуҙышында ла ҡатнаша район командаһы. Рим Мәҡсүтов спорт комитеты етәксеһе булып 2005 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.

Үҙ эшен яратып башҡарған Рим Ҡадир улы ғаиләһендә һөйөклө ир, хәстәрлекле атай-олатай. Ҡатыны Римма Сәғит ҡыҙы менән Гөлнара һәм Әлфиә исемле аҡыллы, уңған һылыу ҡыҙҙар үҫтергәндәр. Мәҡсүтовтар балаларына юғары белем, һөнәр алырға, башлы-күҙле булырға ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырған. Хәҙер инде ҡыҙҙарының 2-шәр ейән-ейәнсәре үҫеп, уҡып-эшләп йөрөйҙәр. Оло йәштә булһа ла, әле лә әүҙем тормош алып бара Рим Ҡадир улы, хәрәкәттә - бәрәкәт тип, көн һайын йәйәүләп йөрөп килә. Егәрле, тиктормаҫ кеше булараҡ, хужалыҡтарында һыйыр малы тоталар, емеш-еләк ағастарына бай баҡсаларында йәшелсәне лә күпләп үҫтерәләр.

Бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған, районда спортты үҫтереүгә көсөн дә, һаулығын да йәлләмәй, ваҡыт менән иҫәпләшмәй төрлө ярыштарҙы ойоштороусы, үҙ эшенең оҫтаһы Рим Мәҡсүтов дан-шөһрәт артынан ҡыумаған, күп һанлы уҡыусылары һәм спорт ветерандарының ихтирам-хөрмәтенә лайыҡ үтә лә баҫалҡы кеше. Ошо көндәрҙә юбилярҙы район ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова һәм бер төркөм иптәштәре ҡотланы. Ил-көн яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып йәшәгән хеҙмәт ветеранына иң мөһиме һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләне улар.