-15 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
19 Ғинуар 2018, 13:31

Үткәндәрем үкенерлек түгел

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының бөтә ғүмерен уға бағышлаған, заманында театрҙың данын күтәргән ветерандары ла, өмөтлө йәштәре лә бар. Тәүгеләренә килгәндә ундайҙар бихисап бында. 70 йәшлек олпат юбиле-йын билдәләүсе Миңдулла Иҙрисов та ошо театрға бирелгән сәхнә ветераны.

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының бөтә ғүмерен уға бағышлаған, заманында театрҙың данын күтәргән ветерандары ла, өмөтлө йәштәре лә бар. Тәүгеләренә килгәндә ундайҙар бихисап бында. 70 йәшлек олпат юбиле-йын билдәләүсе Миңдулла Иҙрисов та ошо театрға бирелгән сәхнә ветераны.

Ғафури районы Йөҙимән ауылында тыуып үҫкән егет бәләкәй сағында, күптәр кеүек, уҡытыусы булырға хыяллана. Әммә 11-се класты тамамларға торғанда, Өфөнән килеп, сәнғәт училищеһының театр бүлегенә студенттар йыйыуҙары тураһында хәбәр итәләр. Миңдулла ағай, оҙаҡ уйлап тормай, иптәш егете менән баш ҡалаға юллана. Ҡулда аттестат юҡ, сөнки мәктәптә имтихандар бирелмәгән әле. Ә училищела һынауҙар бара. Документһыҙ булһа ла, индерәләр егеттәрҙе. Иптәшенә уңыш йылмаймай, ә Миңдулла бөтә турҙағы һынауҙарҙы ла яҡшы уҙа, аттестат менән башҡа документтарыңды алып кил, тип оҙатып ҡалалар училищела уны. Бер йыл уҡығандан һуң, армия хеҙмәтенә барып ҡайта. 1972 йылда ҡулына диплом ала. Шул уҡ йылды йүнәлтмә

буйынса Салауатҡа эшкә ебәрелә. Миңдулла Иҙрисовҡа талантлы педагогтар, профессор Фәрдүнә Ҡасимова менән РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лек Вәлиевтар илһам ҡанаттары ҡуя. Тап улар йәш актерға үҙҙәренең бөтә оҫталығын, ижади ҡеүәтен түкмәй-сәсмәй бирә. Шуғалыр ҙа, тамашасыларҙы үҙенә йәлеп итерлек үҙенсәлекле тауыш

тембрына һәм арбау көсөнә эйә булған Миңдулла ағайға режиссерҙар төрлө пландағы ролдәрҙе ышанып тапшыра.

- Яратмаған ролдәрем булмағандыр. Мин уларҙы берҙәй ҡабул итәм, тамашасыға образдың характерын дөрөҫ итеп алып барып еткерергә тырышам. Үҙең башҡарған геройҙың тормошо менән йәшәй башлаһаң, уның күңел донъяһын үҙләштерһәң, бөтә булмышың һеңгән был образды яратмау мөмкин түгел. Репертуарымда 100-ҙән ашыу роль иҫәпләнһә лә, тәүгеһен оноторлоҡ түгел. Ул Нәжиб Асанбаевтың «Һыу юлы» спектаклендәге Йософ роле. Үҙем дә ауыл егете булғанға күрәме, шул уҡ мөхиттә тыуып үҫкән был егет образы күңелгә яҡын булды, еңел башҡарылды, - тип хәтирәләргә бирелде актер.

Актер тамашасы һөйөүен тиҙ яулай. Әммә бик һирәктәргә, ысын ижади шәхестәргә генә хас үҙ-үҙеңдән, эшеңдән ҡәнәғәт булмау тойғоһо уны бер туҡтауһыҙ эҙләнергә мәжбүр итә, хатта үҙе лә аңлап етмәгән ниндәйҙер яңы үрҙәргә ынтылырға өндәй. Хәй Вахитовтың “Онота алмаһам, нишләрмен?” мелодрамаһында тамашасы һөйөүен яулаған Заһит, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса ҡуйылған трагедияла Закир роле лә тамашасыларҙы битараф ҡалдырмай. Ул республикала тәүгеләрҙән булып Нәжиб Асанбаевтың «Көҙән башҡорто» трилогияһында Зәки Вәлиди ролен башҡара. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә Миңдулла Иҙрисов бик күп сағыу образдар тыуҙырып ҡына ҡалмай, режиссер булараҡ та үҙен һынап ҡарай, урыҫ телендәге пьесаларҙы ла тәржемә итә.

Миңдулла Сәлимйән улы элек дөрләп-гөрләп эшләгән ваҡыттарын һағынып иҫкә ала.

- Элек халыҡ театрҙарға бик әүҙем йөрөр ине. Ауыл клубтарында урындар етмәй, апай-ағайҙар ултырғыстар тотоп килә. Кешеләр ҙә ихласыраҡ, ябайыраҡ булды. Иҫемдә, Күгәрсен районы Теләүембәт ауылына спектакль ҡуйырға китеп барабыҙ. Юлда машинабыҙ ватылды. Бик оҙаҡ ҡыландыҡ, иртүк сығып киткән кешеләр төнгө 1-гә генә барып еттек. Ул ваҡытта кемгәлер хәбәр итергә телефон юҡ. Ни күҙебеҙ менән күрәйек, театрға күңеле менән ғашиҡ кешеләр һаман беҙҙе көтөп ултыра. Зал туп-тулы. Йәһәт кенә сәхнә ҡороп, тамашасыларҙы шатландырырға ашыҡтыҡ. Шулай мәж килә торғайныҡ. Әллә замана үҙгәрҙе, әллә сәбәп башҡа нимәлә, халыҡ хәҙер бик әүҙем түгел. Театр бит ул кешене тормош мәшәҡәттәренән арындыра, күңеленә ял бирә, - ти сәхнә ветераны.

Миңдулла Сәлимйән улының тырыш хеҙмәте Хөкүмәт тарафынан да билдәләнмәй ҡалмай. Ул театр сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн 1979 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», 2003 йылда «Башҡортостандың халыҡ артисы», 2010 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» исемдәренә лайыҡ була, «Иң яҡшы йыл актеры» ла була. 2006 йылда Мәскәүҙә уҙған Рәсәйҙең Кесе театрҙары фестивалендә С.Лобозеровтың пьесаһы буйынса «Кавардак Forever» фантасмагорияһындағы Тимофей роле өсөн дә юғары баһа ала.

Миңдулла ағайҙың ҡатыны Ғәлиә Хәлил ҡыҙы - уҡытыусы, йәғни башҡа өлкә белгесе. Тәүҙәрәк, иренең көн менән төндө һанламай бер туҡтауһыҙ эшләүе, айҙарға һуҙылған гастролдәр шикле кеүек күренһә лә, тора-бара күнә. Тормош иптәшенең хеҙмәтенең ҡатмарлы, әммә халыҡҡа кәрәкле икәнлеген аңлай.

- Ғәлиәмә сикһеҙ рәхмәтлемен. Улдарымды уҡытыу, ҡарау, тәрбиәләү тотош уның өҫтөндә булды. Икеһе лә актер булып эшләгәндәрҙең балалары ла үҙҙәре менән йөрөнө, уларҙы театр үҫтерҙе, тиһәң дә була. Был йәһәттән ҡатыным миңә бик ярҙам итте, - ти Миңдулла ағай.

Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, аҡыл һәм тәжрибә туплаған йәшкә килеп еткәс, артығыҙға әйләнеп ҡарап, нимә әйтә алаһығыҙ, тормош сәғәтен шылдырып булһа, нимәнелер үҙгәртер инегеҙме, тигән һорауға ул:

- Үткәндәрем үкенерлек түгел. Театр тормошон һайлап, уға бөтә ғүмеремде бағышлағанмын икән, тимәк, ғүмер заяға үтелмәгән. Аллаға шөкөр, халҡыма хеҙмәт иттем, шуның менән сикһеҙ бәхетлемен, - тип яуапланы.

Бөгөн Миңдулла Иҙрисов тамашасы һөйөүен яулаған халыҡ артисы ғына түгел, ә тормош иптәше Ғәлиә Хәлил ҡыҙына ныҡлы терәк, улдары Илшат менән Ришатҡа, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгөлө атай һәм олатай.

Әйткәндәй, Миңдулла ағайҙың тыуған көнөндә, 17 ғинуарҙа, театрҙа уның ҡатнашлығында «Минең ҡәйнәм - әүлиә» спектакле күрһәтелде. Уға ҡыҙҙың атаһы Вәсил Барый улы роле бирелгән. Тамашасыны уйланырға, иларға, көлөргә мәжбүр итеүсе актерҙың сағыу роле ул. Актер үҙе лә йылмайып: «Ошо хәтлем ғүмер кисереп, үҙемдең тыуған көнөмдә сәхнәлә уйнағаным юҡ ине әле. Был тәүгә шулай», - тип ҡуйҙы.