-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
20 Март 2018, 16:43

"Красноусолды үҙ иттем", - ти С.М.Мостафаҡолов

Красноусол үҙәк район дауаханаһының участка табип-терапевы Субхон Мирзо улы Мостафаҡолов ғәжәйеп йомарт тәбиғәтле ҡояшлы Тажикстанда тыуып үҫә. Ул үҙен бер ваҡытта ла тыуған яҡтан ситтә йәшәрмен тип күҙ алдына килтермәй. Әммә яҙмыш үҙенсә хәл итә. Көтмәгәндә дуҫы Башҡортостанға саҡырғас, бер аҙға баҙап ҡала. Сит-ят ерҙә нисек ҡабул итерҙәр? Күрмәгән-белмәгән яҡҡа китеп барыу хата булмаҫмы? Ҡатыным, балаларым да бар бит әле...

Красноусол үҙәк район дауаханаһының участка табип-терапевы Субхон Мирзо улы Мостафаҡолов ғәжәйеп йомарт тәбиғәтле ҡояшлы Тажикстанда тыуып үҫә. Ул үҙен бер ваҡытта ла тыуған яҡтан ситтә йәшәрмен тип күҙ алдына килтермәй. Әммә яҙмыш үҙенсә хәл итә. Көтмәгәндә дуҫы Башҡортостанға саҡырғас, бер аҙға баҙап ҡала. Сит-ят ерҙә нисек ҡабул итерҙәр? Күрмәгән-белмәгән яҡҡа китеп барыу хата булмаҫмы? Ҡатыным, балаларым да бар бит әле...

Башҡортостанға килеүе-нә бер ҙә үкенмәй ул, хәҙер башҡорт ере – Ғафури менән яҙмышы тығыҙ бәйләнгән. Субхон Мостафаҡолов 2002 йылда Башҡортостанға күсеп килеп, Красноусол үҙәк район дауаханаһында хирург булып эшләй башлай. Һуңғараҡ ҡатыны - табибә Мөхәбәт Маруф ҡыҙы ла бында эшкә килә.

Мостафаҡоловтар табиплыҡ эшмәкәрлеген Ҡурған-Түбә өлкәһендә: Субхон Мирзо улы өлкәләге дауаханаларҙың береһендә баш табип урынбаҫары, ә ҡатыны – Мөхәбәт Маруф ҡыҙы педиатр булып башлайҙар. С.Мостафаҡолов иһә яратып һайлаған һөнәре буйынса эшкә медицина училищеһын тамамлағас уҡ килә. Ә

мединститутта “Ашығыс ярҙам”да фельд-шер булып эшләп уҡый. Ҡатыны ла Тажикстан мединститутын тамамлай. Улар студент йылдарында төҙөлөш отрядында танышып ҡауыша. Мостафаҡоловтар үҙҙәренең төп эштәренән тыш, мед-училищела арымай-талмай студенттарға белем дә бирә. Һуңғараҡ табиптарға КГБ-ның махсус бүлегендә эш тәҡдим итәләр. Был йүнәлеш буйынса Субхон Мирзо улы КГБ-ла хәрби-медицина хеҙмәте начальнигы булып хеҙмәт юлын үтә. 1979-1980 йылдарҙа афған һуғышы ғәрәсәте эсендә лә булып, яралыларға хирургик йәһәттән ярҙам күрһәтергә тура килә уға. Был мәлдә икенсе балалары – ҡыҙҙары Негина яңы ғына тыуған, ә олоһо Гөлнозға 2 генә йәш була. Ҡатыны Мөхәбәт Маруф ҡыҙы сабыйҙарын күкрәгенә ҡыҫып, 6 ай буйына төндәр йоҡламай иренең ҡайтҡанын хәүефләнеп, түҙемлек менән көтөп ала. Ә уның хаҡында яҡындарына ҡаты яраланыуы, сирләүе, юғалыуы һәм хатта үлем хәбәрен дә ишетергә тура килә. Бәхеткә күрә “афғансы”ға өлкән лейтенант дәрәжәһендә иҫән-имен ғаиләһе янына әйләнеп ҡайтырға насип була.

Күп тә үтмәй Тажикстанда Граждандар һуғышы башлана. Тап ошо сәбәпле табип балаларының иң бәләкәсе – улы Өмөт менән тыныс Башҡортостанға килеп төпләнә, һуңынан ҡатынын да күсереп килтерә. Был ваҡытта инде ҡыҙҙарының икеһе лә юғары белем алып, тормош ҡорғандар. Гөлноз да атай-әсәй янына килеп, Красноусол үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында табип-окулист булып эшләп ала. Белемле, тәжрибәле күҙ табибын ғафуриҙар әле лә ихтирам менән телгә ала. Хәҙер ғаиләһе менән Америка Ҡушма Штаттарында Нью-Йорк ҡалаһында йәшәй һәм эшен дауам итә. Уның улы Фарух быйыл

мәктәпте тамамларға йыйына, ҡыҙы Әминә 8-се класта уҡый, икеһе лә инглиз телендә яҡшы аралаша. Негина иһә бында ғаиләһе менән элегерәк килеп йәшәй башлаған, банкта эшләй. 3 бала әсәһе ул, баш балаһы - ҡыҙы Наида (Нохид) Рәсәйҙә тыуһа, улы Матин (ҡалала дзю-до буйынса чемпион исемен яулаған) менән ҡыҙы Жасмин иһә АҠШ-та донъяға килгән.

Улдары Өмөт Германияла төпләнгән. Улар кәләше – Күгәрсен районынан башҡорт ҡыҙы Айгөл менән табиптар, Нюрнбергта дауаханала эшләйҙәр. Мәрйәм исемле 5 йәшлек ҡыҙ үҫтерәләр. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, әсәйҙәренән алып Мостафаҡоловтарҙың бар балалары ла уҡыу йорттарын ҡыҙыл диплом менән тамамлаған. “Минеке генә зәңгәр булды”, - тип шаярта Субхон Мирзо улы. Әммә уның төҫөндә эш тормай, иң мөһиме – кеше үҙе һайлаған һөнәрҙе яратып, бар күңелен биреп башҡарһын.

Ә Мостафаҡоловтар быны үҙ миҫалында иҫбатлайҙар. Субхон Мирзо улына беҙҙәге район дауаханаһында ғына ла хирург та, онколог та, патологоанатом, геронтолог, паллиатив бүлексә мөдире лә булып эшләргә тура килә. Алда әйтеп үткәнемсә, әлеге мәлдә ул участка терапевы, онкологты ла алыштыра. Районда билдәле табип-педиатр, хәҙер һаулыҡ һаҡлау ветераны Мөхәбәт Маруф ҡыҙы иһә хаҡлы ялда. Аш-һыуға ла бик оҫта ханым яҡындарын тәмле-татлы милли ризыҡтары менән һыйлай. Ҡунаҡсыл, ихлас табиптарҙың фатирынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. АҠШ-ҡа балалары янына йыш ҡына барып, уларға ярҙам итеп ҡайта, ейән-ейәнсәрҙәре лә каникулдарында олатай-өләсәйҙәрендә йыш ҡунаҡ. Ә Субхон Мирзо улы сит илдә оҙаҡ торламай, тиҙерәк хәҙер тыуған еренән дә яҡыныраҡҡа әйләнгән Красноусолға ҡайтыу яғын ҡарай.

- Хатта тыуып үҫкән Тажикстанда булғанда ла күңел Красноусолға тартыла. Миңә бында йәшәүе лә, эшләүе лә бик рәхәт һәм тыныс, коллектив та һәйбәт. 16 йыл эсендә бик күп дуҫтар таптым, “афғансылар” менән дә осрашып аралашабыҙ, - ти Рәсәй кимәлендәге хеҙмәт ветераны һәм ветеран-афғансы.

Оҙаҡ йылдар кеше һаулығы һағында торған С.Мостафаҡолов бик күп Маҡтау грамоталарына лайыҡ була, араларында РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан бирелгәндәре лә бар. Бөтә Союз баш табип-ойоштороусыларҙың XVII съезында делегат булып ҡатнаша. Мөхәбәт Маруф ҡыҙының да наградалары бихисап, шулай уҡ ул да Рәсәй кимәлендәге хеҙмәт ветераны.

Ғәжәйеп алсаҡ, ихлас кеше ул Субхон Мирзо улы. Ул һәр кем – олоһо, кесеһе менән дә итәғәтле һөйләшә, сирләп килгән кешене иғтибар менән тыңлап, һөнәри кимәлдә төплө кәңәштәрен бирә, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Шуға ла күптәр уны хөрмәт итә.

Көндәлек эшенән һуң бер аҙ талсыҡҡан С.Мостафаҡоловты йыш ҡына Красноусолдың үҙәк урамдары буйлап йәйәүләп саф һауа һулап йөрөгәндә осратырға мөмкин. Ул юлында тап иткән таныш-белештәре, пациенттары менән ихлас иҫәнләшә, хәл-әхүәлен һораша, сәләмәтлеге хаҡында ҡыҙыҡһына.

Март башында Субхон Мирзо улы үҙенең 65-се ғүмер байрамын билдәләне. Октябрҙә Мөхәбәт Маруф ҡыҙының да юбилейы. Мостафаҡоловтарға иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡтар, оҙон ғүмер теләйбеҙ.