-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
19 Октябрь 2018, 11:36

Онотолмай “Мәжитов дәүере”

Шәхси архивымды барлап ултырғанда, “Башҡортостан” гәзитенең 1995 йылда сыҡҡан 209-сы һанына юлыҡтым. Беренсе биттең өҫкө өлөшөндә ҡулына боронғо ҡомартҡы тотҡан мөләйем йөҙлө кешенең фотоһүрәте йәлеп итте ҡарашымды. Был бит атаҡлы ғалим-археолог Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов! Гәзиттең был һанын, әлбиттә, фәҡәт ошо шәхес тураһында һөйләгән Анатолий Виноградовтың “Тарихыңды таныт, Таналыҡ!” тигән кескәй фоторепортажы өсөн һалып ҡуйғанмын.

Яҙмала шундай мәғлүмәт урын алған: “Хәйбулла районында табылған беҙҙең эраға тиклемге III – II быуат ҡаласығы хаҡында бәйән иткәйне инде бер нисә ай элек “Башҡортостан” гәзите. Һыу һаҡлағыс төҙөлгәнсе ҡаҙыныу-тикшеренеү эштәрен ниндәйерәк күләмдә атҡарып сығырбыҙ икән, тип борсолған ғалимыбыҙ, экспедиция етәксеһе Нияз Мәжитов бөгөн ҡәнәғәт. Республика етәкселегенең әүҙем ярҙамы эште ҡыҙыу, дәррәү, тотҡарлыҡһыҙ алып барыу мөмкинлеген тыуҙырҙы. Ваҡыты менән 150-180 кеше эшләне бында. Һөҙөмтәлә ошо ҡаласыҡтан алырға мөмкин булған бар мәғлүмәттең 90 проценты алынды тип иҫәпләйем, ти ул”. Эргәләге фотола иһә телгә алынған Таналыҡ ҡаласығындағы ҡаҙыныу эштәре һүрәтләнгән.

Үҙ ғүмерендә бихисап экспедицияларҙа йөрөп, хәтһеҙ убаларҙы ҡаҙып, ер аҫтында ҡалған ҡаласыҡтарҙы өйрәнеп, ҙур табыштарға юлыҡҡан, тотош Рәсәй күләмендә үҙен киң ҡарашлы, абруйлы ғалим итеп танытҡан олуғ фән эшмәкәре генә түгел, билдәле сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре лә булды Нияз Абдулхаҡ улы. Яҡташ, рухташ ҡына түгел, ниндәйҙер дәрәжәлә аҙаш та булғанғамылыр, унан миңә һәр саҡ иҫ киткес йылылыҡ бөркөлөп торҙо. Хәйер, был шәхес менән яҡындан аралашҡан һәр кем шулай тип әйтә алалыр, сөнки бөйөк ғалим һис тә һауаланыуҙы белмәне – олоһон да, кесеһен дә берҙәй тиң күргән, йөҙөнән йылмайыу китмәгән юғары мәҙәниәтле, ғәжәйеп илтифатлы кеше ине.

Һәр яҡтан да матур кешеләр күркәм тәбиғәтле төбәктә тыуа, тигәндәре хаҡ икән. Йәмле Мәндем буйындағы Туғай ауы-лында 1933 йылдың 20 авгусында донъяға ауаз һала буласаҡ академик. Имәндәш ауы-лы мәктәбендә бер аҙ белем алғас, ғилем үрҙәренә ынтылған үҫмер уҡыуын Өфөләге 9-сы башҡорт мәктәп-интернатында да-уам итә. Рәми Ғарипов менән бергә уҡыу, уның менән донъяуи мәсьәләләр хаҡында фекер алышып, зиһен байлығын арттырыу ғүмерлек дуҫлыҡҡа әүерелә.

1956 йылда Нияз Мәжитов, Пермь дәүләт университетының тарих факультетын тамамлағас, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлай. Тәрән белемле археолог тора-бара өлкән ғилми хеҙмәткәр, археология һәм этнография секторы мөдире вазифаларын башҡарып, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертация-ларын яҡлауға өлгәшә.

1978 йылда Нияз Мәжитовты, йәш кадрҙар әҙерләү маҡсатында, республикабыҙҙың төп уҡыу йортона – Башҡорт дәүләт университетына эшкә саҡыралар. Бында археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһын ойоштороп, уға ун йыл етәкселек итә, йәш археологтар һәм аспиранттар әҙерләүгә ҙур көс һала.

Төплө ғилми эштәре менән бөтөн илдә танылыу яулаған тарих фәндәре докторы, профессор Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовты 1992 йылда Башҡортостан Фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы итеп һайлайҙар. 2006 йылдан иһә республикабыҙҙың төп фән учреждениеһында уға вице-президент, Социаль һәм гуманитар фәндәр бүлексәһенең академик секретары вазифаларын башҡарырға насип була.

Оҙайлы тикшеренеү эштәре тос емеш бирә: Нияз Мәжитов Көньяҡ Уралдың тимер һәм урта быуаттарҙағы тарихын ентекле өйрәнеп, башҡорт халҡының нәҡ ошо ерҙә быуаттар һуҙымында көн итеүен фәнни яҡтан төплө дәлилләй. Кушнаренко, Ҡара Яҡуп, Турбаҫлы, Бахмут мәҙәниәттәренең барлыҡҡа килеүе туранан-тура боронғо башҡорт этносының аяҡҡа баҫыуына бәйле икәнлеген иҫбат итә.

Атаҡлы археолог Башҡортостандың күп райондарында һәм күрше өлкәләрҙә даими экспедициялар ойоштора, һөҙөмтәлә Әлмөхәмәт, Башҡорт-Бөркөт, Бикеш, Дежнев, Ҡаранай, Ҡадир ҡурғандарын һәм Имәндәш ҡаласығын асып, уларҙы ентекле тикшерә.

Бөтөн Рәсәйҙе шаҡ ҡатырған табышҡа Н.А.Мәжитов аспиранттары һәм студенттары менән Өфө ҡалаһында алып барылған ҡаҙыныу эштәре ваҡытында юлыға. Ул хәҙер бар донъяға “Өфө-II” ҡаласығы булараҡ билдәле. Ошо фәнни асыш баш ҡалабыҙҙың 1500 йыл тирәһе тарихы барлығын күрһәтте.

Рәсәй һәм донъя археологияһына академик Нияз Мәжитов тос өлөш индерҙе: ул – бихисап монография, уҡыу әсбаптары һәм ғилми хеҙмәттәр авторы. Мәскәү нәшриәттәрендә донъя күргән “Тайны древнего Урала”, “Южный Урал в VII – XIV вв.”, “Курганы Южного Урала в VIII – XII вв.” тип аталған фундаменталь хеҙмәттәре киң танылыу тапты. Ә инде ҡыҙы, тарихсы Әлфиә Солтанова менән берлектә яҙған “История Башкортостана с древнейших времен до XVI века” тигән монографияһы – асылда башҡорт халҡына ҡуйылған һәйкәл, тип әйтергә мөмкин.

“Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Шежере башкирских ханов, биев, султанов” тигән буклетта Н.А.Мәжитов IX–XVI быуаттарҙа Иртыштан алып Иҙелгәсә (Волгаға тиклем) йәйрәп ятҡан ерҙәрҙә йәшәгән башҡорттарҙың үҙ дәүләтселеге булыуын тарихи йылъяҙмалар – шәжәрәләр менән дәлилләй. Билдәле тарихсы Р.Ғ.Кузеевтың, XVI быуатҡа тиклем

башҡорттар үҙ дәүләтселеген булдырыу кимәленә етмәгән була, тигән хата ҡарашын ул архив документтарына таянып инҡар итә һәм башҡорт халҡының этносәйәси тарихын аныҡ миҫалдар менән иҫбатлауға өлгәшә.

1995 йыл. Фән өлкәһендә ҡолас ташлап эшләп йөрөгән Нияз Абдулхаҡ улын бер мәл Аҡ йортҡа саҡыртып алалар. Баҡтиһәң, Бөтә донъя башҡорттарының беренсе ҡоролтайына әҙерлек барған мәлдә, Ҡоролтайҙы кем етәкләр һуң, тигән һорау тыуа. Башҡортостандың дәүләт суверенитеты өсөн көрәштә үҙҙәрен әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән итеп күрһәткән шәхестәр күп ине, әлбиттә, әммә милләтте оло эштәргә әйҙәрлек өр-яңы фигура – теге йәки был кәмселектәрҙән азат, бар йәһәттән дә камил булған абруйлы ил ағаһы кәрәк була. Шул ваҡытта йөҙҙәр араһынан нәҡ уны – академик Мәжитовты – һайлап алыуҙың ни ҡәҙәр дөрөҫ булыуын күптәр йылдар үткәс кенә аңлағандыр.

Шулай итеп, фән тауын ҡалдырып тороп, халыҡ ихтыярына буйһоноп, Нияз Абдулхаҡ улы, артыҡ сәбәләнмәй, Ҡоролтайҙың аҡбуҙатын ауыҙлыҡланы. Етәкселек итеү тәжрибәһе артыҡ ҙур булмаһа ла, өр-яңы ижтимағи ойошманың аппаратын булдырып, уның эшен яйға һалып, йырып сыҡҡыһыҙ мәшәҡәттәргә башкөллө сумды. Иң мөһиме – оло йәштәмен тип тормайынса, Нияз Абдулхаҡ улының район-ҡалаларҙа, күрше өлкәләрҙә урындағы ҡоролтайҙар төҙөп, егеттәрсә елкенеп йөрөп ҡайтыуы ғәҙәти күренешкә әйләнде. Үҙ миҫалында ул аппарат хеҙмәткәрҙәрен дә арымай-талмай эшләргә өйрәтте. Шуға ла бар донъяға һибелгән башҡорт халҡының ышанысы, терәге һәм өмөтө булған Ҡоролтайҙың Башҡарма комитетында үҙе һымаҡ егәрле, рухлы илһөйәр-телһөйәрҙәр, башҡаларға өлгө булырҙай шәхестәр эшләне.

Ер, тел, экология мәсьәләләренә арналған күпме ғилми-ғәмәли конференциялар, ултырыштар, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрергә насип итте уға! Был сараларға Ҡоролтай етәксеһе бик ентекле әҙерләнер – һәр докладын, һәр ҡарар проектын үҙе яҙыр ине. Иҡтисади, социаль мәсьәләләрҙе лә урап үтмәне ул: һәр төбәктә эшҡы-уарлыҡты, фермерлыҡ хәрәкәтен үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу башҡорт халҡының көнкүрешен яҡшыртыуға килтергән төп шарттар икәнлеген яҡшы белә ине.

Республика етәкселеге, министрҙар, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән уртаҡ тел табып, килешеп эшләүе, үҙенең дипломатик һәләте менән Нияз Мәжитов Ҡоролтай эшмәкәрлеген тәүге йылдарҙа уҡ юғары кимәлгә еткерҙе. Хатта күрше өлкәләрҙең губернаторҙары ла уны ололоҡлап ҡаршы алыр, Ҡоролтай рәйесе күтәргән ҡырҡыу мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышырбыҙ, тип вәғәҙә биреп ҡалыр ине. Ә вәғәҙә – иман. Хәйер, һәр мәсьәләне хәл итеүҙе шәхсән контролдә тотто талапсан етәксе.

Бөтөн донъяға таралған башҡорттарҙы берләштереп, үҙ ҡанаты аҫтына алған ҙур ижтимағи ойошманың тарихындағы “Мәжитов дәүере”н бөгөн, моғайын, күптәр һағынып иҫкә алалыр. Ете йылдан һуң ул, рәйеслек вазифаһын ҡалдырып, йәнә үҙенең фән донъяһына әйләнеп ҡайтыуынан һуң бер нисә йыл да үтмәне, Ҡоролтайыбыҙҙың аҡбуҙаты абынып алды: бер-бер артлы етәкселәрҙең алмашынып тороуы дөйөм милләт мәсьәлә-ләренә иғтибарҙы кәметә төштө, төбәк ҡоролтайҙарының аттары ла сығынлап ҡына торҙо... Эйе, күп нәмә шәхескә бәйле шул: хужаң ниндәй – атың да шундай.

2011–2014 йылдарҙа ҡайһы бер үҙәк гәзит-журнал биттәрендә башҡорт халҡының тарихына, уның үткәненә, ғөмүмән, милләт асылына үҙенсә баһа бирергә маташҡан “эшмәкәрҙәр”ҙең мәҡәләләре йышайып киткәйне. Һүҙ ҡоралдан көслөрәк, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Шуға ла “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән саҡта, ошо сетерекле мәсьәләгә бер нисек тә күҙ йомоп ҡала алманым – 2015 йылдың ғинуарында редакцияла “Башҡортостан тарихы: ысынбарлыҡ һәм уйҙырмалар” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойоштороу идеяһы тыуҙы. Төп маҡсатым иһә академик Нияз Мәжитовҡа, тимәк, башҡорт халҡына ҡарата йәйелдерелгән идеологик һөжүмгә ҡаршы сығыу, сирләберәк йөрөгән ғалимыбыҙға рухи теләктәшлек белдереү ине.

Шул “түңәрәк өҫтәл”дә Нияз Абдулхаҡ улы бына нимә тине: “Ҡайһы бер иптәштәрҙең башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡарата шул тик-лем насар фекер тыуҙырырға тырышыуы күңелде ҡыра. Интернет селтәре тәнҡит мәҡәләләре, төрлө имеш-мимеш менән тулған. Ғалим булараҡ, шуны әйтә алам: башҡорт халҡының тарихын объектив тикшерәбеҙ, фәнни материалдарға нигеҙләнеп, асыштар яһайбыҙ, ләкин ялған күренештәр, яла яғыуҙар эшебеҙҙе юҡҡа сығарып торған төҫлө...”.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2015 йылдың 10 октябрендә, оло байрам – Республика көнө алдынан, халҡыбыҙҙың һөйөклө улы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Ләкин ул үлеп яратҡан башҡорт халҡының күҙҙәрен әле генә йомдора алмаясаҡтар, тигән уйҙар менән оҙаттыҡ беҙ Ил ағаһын һуңғы юлға...

Халыҡ һөйөүен яулаған, милләт лидеры дәрәжәһенә күтәрелгән академик Нияз Мәжитов тураһында тағы әллә күпме яҙырға булыр ине. Башҡортостан Республикаһы Халыҡтары Ассамблеяһы рәйесе булып та уңышлы эшләүе, ғафуриҙарҙы берләштергән “Табын” йәмәғәт ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашыуы, Өфөлә һәм Имәндәш урта мәктәбендә 80 йәшлек юбилейын үткәреү, башҡорт телен мәктәптәрҙә уҡытыу торошон өйрәнеүгә бәйле килеп тыуған ҡайһы бер сетерек-ле хәлдәр...

Арҙаҡлы ғалим-археолог, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры академик Н.А.Мәжитовтың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ине. Уның тыуыуына 85 йыл тулыу алдынан башҡарылырға тейешле изге эштәрҙе ватандаштарыбыҙ халҡыбыҙҙы, уның бай тарихын донъя кимәленә күтәргән бөйөк шәхескә булған оло хөрмәт билдәһе тип ҡабул итер ине.