-15 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
7 Декабрь 2018, 17:04

Онотолмаҫлыҡ ғүмер йылдары

Бар булмышы, һөнәри оҫталығы, йәшәү рәүеше, хеҙмәт һәм тормош юлы күптәргә өлгө Вәхит Мәһәҙи улы Бикҡоловтың исеме район мәғарифы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Буласаҡ мөғәллим 1928 йылдың 24 ноябрендә Ауырғазы районының Иҫке Итекәй ауылында уҡытыусы ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Ғаиләлә 7 бала үҫәләр улар. Вәхит ағай башланғыс белемде Константиновка мәктәбендә, урта белемде Талбазы мәктәбендә ала. Һуғыш ваҡытында тракторсы булып эшләгән Ғәли ағаһы 14 йәшлек Вәхитте үҙе менән һабансы итеп баҫыуға йөрөтә. Колхозда аттар ҙа көтә ул. Үҫмер егеттең матур хыялы була – мотлаҡ юғары белем алыу. Шулай итеп, унынсыны тамамлаған бер төркөм ауыл егеттәре менән институтҡа уҡырға инергә тип, Өфө ҡалаһына юллана ул. Имтихандар биреп, уҡырға инә. Йәшәү шарттары әлегесә булмай, әлбиттә. Институттың бер бүлмәһендә утын яғып 4 йыл йәшәп белем ала тырыш егет. 1952 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын уңышлы тамамлап, физика-математика уҡытыусыһы булып сыға. Хеҙмәт юлын Сәйетбаба урта мәктәбендә башлаған уҡытыусы 2 йыл физика һәм математика фәндәренән балаларға белем бирә, һуңынан 4 йыл директор булып эшләй. Ошо арала бер ҡатлы ағас мәктәпте төҙөтөп бөтөрә, мәктәп коллективына юғары белемле йәш уҡытыусыларҙы йәлеп итеүгә күп көс һала. Уҡыусылар, уҡытыусылар, ауыл халҡы ла ихтирам итә Вәхит Мәһәҙи улын. Оло быуын сәйетбабалар әле лә уны “Бикҡолов ағай” тип хөрмәтләп телгә ала. Ғүмерлек мөхәббәтен, тормош иптәшен дә ошонда осрата ул – Таш-Аҫты ауылы һылыуы Мәүлиха Шәрифулла ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләп донъя көтөүҙәренә быйыл 60 йыл тулған.

Үҙен оҫта етәксе итеп танытҡан Вәхит Бикҡоловты район мәғариф бүлеге Үтәк мәктәбенә директор урынбаҫары, һуңынан Ҡауарҙы мәктәбенә директор итеп ебәрә. Бында эшләгәндә сит ауылдарҙан йөрөп уҡыған балалар өсөн интернат төҙөтөүгә өлгәшә. 5 йылдан Татар Саскүле мәктәбендә директор булып эш башлай. Ошонда йорт һалып төпләнә Бикҡоловтар ғаиләһе.

- Юғары уҡыу йортон тамамлап, профессор Жәлил Кейекбаевтың хәстәрлеге менән Сәйетбабала эш башлаған сағымды һағынам. Иң ҡәҙерле, онотолмаҫ йылдар ул ғүмерҙең ошо йылдары. Мәктәпте тамамлаған бик күп уҡыусыларым тормошта үҙ юлын табып, мин уҡытҡан фәнгә ихтирамлы булып, иң мөһиме – ысын кеше булып йәшәй бөгөн, - ти Вәхит ағай ғорурланып. - Уҡытыусы өсөн ошо үҙе оло бәхет түгелме ни? Сәйетбабанан техник фәндәр докторы, Өфө нефть-техник университеты профессоры Әбүбәкер Ишмырҙин уҡыуға бик һәләтле, тырыш, төплө белемле уҡыусы булды. Мин уға “һиңә мотлаҡ юғары белем алырға, нефть-техник университетына уҡырға инергә кәрәк” тип йүнәлеш бирә инем,”- ти Вәхит ағай. Бындай уҡыусылары бихисап була мөғәллимдең эш дәүерендә.

Татар Саскүленә килгәс тә ең һыҙғанып эшкә тотона Вәхит Мәһәҙи улы. Агитатор, пропагандист, ауыл Советы депутаты ла була. Бер һайлау ҙа уның рәйеслегенән тыш үтмәй. Ауыл эргәһендәге карьерҙа буш торған 2 ҡатлы бинаны күсертеп, йылы, яҡты мәктәп һалдыра. Иркен залы, 4 класс, директор, уҡытыусылар бүлмәләре булған мәктәптә балалар 2 сменала уҡый. Ата-әсәләр, уҡыусылар менән тәрбиәүи эш төплө белем биреү менән бергә бара. Әле лә уның уҡыусылары рәхмәт әйтеп, хәлен белешеп тора. 2002 йылда Татар Саскүлендә 2 ҡатлы кирбес мәктәп сафҡа инә. Уның проектын да Вәхит Мәһәҙи улы әҙерләй, хаҡлы ялға китеү сәбәпле, яңы мәктәптә эшләп өлгөрмәй. Оҙаҡ йылдар ауыл ветерандар советын етәкләй әүҙем ветеран. Вәхит Мәһәҙи улы бик күп Маҡтау грамоталарына, “Мәғариф алдынғыһы” билдәһенә, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булған.

Ғүмере буйы етәкселектә эшләгән Вәхит ағай уң ҡулы, кәңәшсеһе, үҙе лә уҡытыусы Мәүлиха апай менән 4 ҡыҙ, 1 ул үҫтергәндәр. Барыһына ла юғары белем биреп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырған улар. Әле Бикҡоловтар 17 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәренең шатлыҡтарына ҡыуанып йәшәй.

- Вәхит миңә лә, балаларға ла һәр ваҡыт иғтибарлы, ихтирамлы булды. Ауыр һүҙ әйтмәне, балаларҙы үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне, - ти тормош иптәшенә рәхмәт әйтеп Мәүлиха апай. Оло йәштә булһалар ҙа ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп донъя көтә улар. Ихаталарында өр-яңы мунса, һарай, теплица, мөгәрәп тә бар. “Балалар ҡайтып ярҙам итеп тора. Йорт алды шау сәскәлә саҡта тағы килегеҙ,” - тип саҡырып ҡалды ҡунаҡсыл хужалар.

Олпат юбилейын билдәләгән көндө Вәхит Мәһәҙи улына Рәсәй Президенты В.В.Путиндың Ҡотлауын һәм ҡиммәтле бүләкте Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Әнүәр улы Мөхәррәмов тапшырған.

Ғүмере фиҙаҡәр хеҙмәттә үткән, үҙ һөнәрен бар күңелен биреп яратҡан, эргә-тирәләгеләргә терәк, таяныс булған юбилярға сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләге килә.