-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
18 Ғинуар 2019, 12:16

Остаз юлынан

Донъяла шундай кешеләр бар: оло эштәр атҡарһалар ҙа, бәғзеләр кеүек күкрәк ҡағып йөрөмәйҙәр. Хәйер, күләгәлә ҡалыуҙы хуп күргән баҫалҡы, юғары мәҙәниәтле шәхестәрҙе халыҡ нығыраҡ ихтирам итә.Һүҙем дәрт-дарманы ташып торһа ла, сабыр холоҡло, итәғәтле шәхестәрҙең береһе - М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Зөләйха Әхмәт ҡыҙы Хәбибуллина тураһында. Яҡты хыялдар менән Ғафури районының Имәндәш ауы-лында бынан ярты быуат элек тыуып үҫкән зирәк ҡыҙ, урта мәктәпте тамамлағас, шәфҡәт туташы булыу хыялы менән Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә. Бер йыл Ҡаранйылға ауылында фельдшер булып эшләгән белгесте яҙмыш, дөрөҫөрәге, юғары белемгә эйә булыу теләге Өфөгә алып килә. Әммә район дауаханаһы йүнәлтмәһе менән медицина институтына уҡырға керергә тип ҡанатланып килгән ҡыҙҙың хыялы селпәрәмә килә – «закон ҡушҡанса үҙ һөнәрең буйынса өс йыл эшләмәгәнһең» тип, уны рабфакка алыуҙан баш тарталар. Ни эшләргә? Юл сатында аптырап тороп ҡалған ҡыҙ күп уйлап тормай, Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге 1-се Респуб- лика клиник дауаханаһына эшкә барып урынлаша. Буш ваҡыты булыу менән Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡып йөрөгән Гәүһәр апаһы янына йүгерә. 6-сы дөйөм ятаҡтағы башҡорт мөхите уның күңелен тамам арбай, апаһының дәреслектәрен, әҙәби китаптарын да ҡараштырып сығырға форсат таба. Бер йыл эшләгәс, йәнә медицина институтына барырға уйлаған ҡыҙ, барса туған-тыумасаһын аптыратып, педагогия институтына уҡырға инергә имтихандар тапшыра. Был аҙымына, тормош юлының ҡырҡа үҙгәреп китеүенә һис тә үкенмәй бөгөн Зөләйха Әхмәт ҡыҙы: апаһының өлгөһө, данлыҡлы дөйөм ятаҡтағы башҡорт йәштәре даирәһе, туған телдә аралашыу мөмкинлеге көслөрәк булып сыға. Зирәклеккә ныҡышмаллыҡ ҡушып... Уҡырға индем инде, стипендия ла алам, тип ҡул ҡаушырып ултырмай бәләкәйҙән егәрле Зөләйха. Республиканың төп дауаханаһында эшләргә лә, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетында уҡырға ла өлгөрә ул. Ваҡыт ҡәҙерен белеү, үтә ныҡыш булыу, уҡыуға һәләт һәм зирәклек ике өлкәлә лә берҙәй уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек бирә. - Нисек өлгөргәнмендер: көндөҙ уҡыйым, кисен, төнөн эшләйем, өҫтәүенә, төркөмөбөҙҙөң старостаһымын, - тип иҫтәлектәре менән уртаҡлаша Зөләйха Әхмәт ҡыҙы. – Институтта уҙған быуаттың данлы, шанлы 90-сы йылдарында уҡырға тура килде. Башҡортостандың үҙаллылығы өсөн киң йәйелдерелгән милли хәрәкәттән студенттар ҙа ситтә ҡалманы, митингыларҙа, төрлө акцияларҙа әүҙем ҡатнаша торғайныҡ. Был йәһәттән факультетыбыҙ деканы Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова беҙҙең рухи маяғыбыҙ булды – башҡорт телен бары тик үҙаллы Башҡортостанда ғына һаҡлап алып ҡалып буласағын беҙҙең аңыбыҙға фәҡәт ул һеңдерҙе. Фән үренә табан Туған тел нескәлектәрен төплө белгән, бөтә фәндәрҙе лә еңел үҙләштергән ҡыҙҙың һәләтенә иң тәүгеләрҙән булып башҡорт теле кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова диҡҡәт итә. Төркиәт тел ғилемендә боронғо һәм урта төрки яҙма ҡомартҡыларын ғилми яҡтан тикшереү, шулай уҡ төрлө башҡорт шәжәрәләре һәм тарихи документтарҙың тел үҙенсәлектәрен өйрәнгән арҙаҡлы ғалимә Зөләйханы үҙ ҡанаты аҫтына алып, уға фән юлынан китергә тәҡдим итә. Һәләтле ҡыҙ төркиәттең күп көс һәм ваҡыт, түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ талап иткән был өлкәһендә фәнни тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә башлай: рун, боронғо уйғыр яҙмаһы менән башҡарылған боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларының телен өйрәнә, фәнни етәксеһе менән халыҡ-ара, республика кимәлендә үткән төрлө ғилми конференцияларҙа докладтар менән сығыш яһай, ошо темаға дип-лом эше яҙа һәм уны уңышлы яҡлай. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгесте башҡорт теле кафедраһына эшкә ҡабул итәләр. Башта ассистент, артабан өлкән уҡытыусы вазифаларын башҡарған Зөләйха Әхмәт ҡыҙы, аспирантураны уңышлы тамамлап, профессор Р.Х.Халиҡова етәкселегендә 2004 йылда «Лексика современного башкирского языка в сравнении с языком древнетюркских письменных памятников» темаһы бу-йынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауға өлгәшә. Лайыҡлы алмаш Р.Х.Халиҡованың боронғо төрки теле өлкәһендә фәҡәт Зөләйха Әхмәт ҡыҙын үҙ вариҫы тип һайлауы күп нәмә хаҡында һөйләй. Мәшһүр тел белгесенең эске бер тойомлауы, алдан күрә белеүсәнлеге хайран ҡалдыра. Башҡорт теленең киләсәге өсөн йән атҡан профессорҙың үҙенә лайыҡлы алмаш ҡалдырыуы һөҙөмтәһендә бөгөн педагогия университетында иң ҡатмарлы фәндәрҙең береһе иҫәпләнгән иҫке төрки теленән белем биреү уңышлы алып барыла. Остазының тәжрибәһенә таянып, доцент З.Ә.Хәбибуллина хәҙер үҙ аспиранттарын фән тауына үрләргә рухландыра. - Алита Лоҡманова, Алина Хәлилова кеүек шәкерттәрем кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы, тиҙҙән Айгөл Хажиева ла үҙ моратына ирешергә тора, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Зөләйха Әхмәт ҡыҙы. Фәндең үҫеше өсөн янып-көйөп йәшәгән кешеләр генә остазлыҡ юлынан барыуҙы ла төп хәстәрҙәрҙең береһе итеп күрәлер. Фәндә ваҡ эш юҡ Юғары уҡыу йорто уҡытыусыһының эше бихисап булыуы бер кемгә лә сер түгел: лекцияларға, практик һәм семинар дәрестәргә әҙерләнеү, монографиялар, уҡыу ҡулланмалары, дәреслектәр өҫтөндә эшләү һәм нәшер итеү, республика, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференциялар өсөн фәнни мәҡәләләр яҙыу, уларҙа ҡатнашыу һәм сығыш яһау, фәнни мәҡәләләр йыйынтыҡтарын әҙерләп сығарыуҙа ҡатнашыу, студенттарҙы ғилми экспедицияларға алып сығыу, уларҙың курс һәм диплом эштәренә етәкселек итеү, уҡыу әсбаптарына, монографияларға рецензиялар яҙыу – былар уҡытыусы-ғалимдың иңенә төшкән оло эштәрҙең бер өлөшө генә. Ә инде Зөләйха Әхмәт ҡыҙының йәмәғәтселек башланғысында башҡарған эштәренә байҡау яһаһаң, ирекһеҙҙән баш сайҡарлыҡ: ул – Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының уҡыу-методик советы, Өфө ҡалаһының Терминология хеҙмәте ағзаһы, уҡыусылар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса респуб-лика, төбәк олимпиадаларының жюри ағзаһы һ.б. Факультеттың Башҡорт теле хеҙмәтенә етәкселек иткән йылдарҙа баш ҡалабыҙҙағы ойошмаларҙың алтаҡталарындағы хаталарҙы бөтөрөүгә ул тос өлөш индерҙе. Ғаиләм - ҡәлғәм Ғөмүмән, кесе йәштән ҡанына һеңгән туған телгә һөйөүҙе Зөләйха Әхмәт ҡыҙы студенттарына ғына түгел, үҙ балаларына ла бирә. Заманында үҙенең бойомға ашмай ҡалған хыялын ҡыҙы Азалия тормошҡа ашырмаҡсы – ул Башҡорт дәүләт медицина университетының III курсында белем ала, Арыҫлан улы иһә Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡып йөрөй. Икеһе лә - уҡыу алдынғыһы, икеһе лә туған телдә иркен аралаша. Ире Рәфис менән матур донъя көтә Зөләйха Әхмәт ҡыҙы. Балалары менән театрҙарға, концерттарға, күргәҙмәләргә йыш йөрөйҙәр, Башҡортостаныбыҙҙың төрлө иҫтәлекле урындарына баралар. Йыл да ғаилә менән диңгеҙ буйында һәм, әлбиттә, тыуған яҡтарының тәбиғәт ҡосағында – йәмле Еҙем йә иһә Баймаҡ районындағы Талҡаҫ буйында рәхәтләнеп ял итә улар. - Сәйәхәт итергә яратам мин, - ти ул. – Төп эшем буйынса төрлө тарафтарҙа булырға тура килә, төрлө милләт кешеләре менән аралашыу оҡшай, телсе-ғалим өсөн был айы-рыуса мөһим. Ҡайҙа барһам да, шул яҡтың иҫтәлекле урындары төшөрөлгән сувенир тәрилкәләр, магниттар алып ҡайтам. Йәнә бер яратҡан шөғөлөм - быныһы инде инәйемдән күскәнелер – сәскә үҫтереү. Шәхси йортта йәшәгәс, емеш-еләкте лә ҙур кинәнес менән үҙебеҙ үҫтерәбеҙ. Буласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына төплө белем биреүҙе, туған телгә тоғро хеҙмәт итеүҙе төп маҡсаты, изге бурысы тип һанаған, башкөллө фәнгә бирелгән кисәге ябай Имәндәш ауылы ҡыҙы - бөгөн республикабыҙҙың танылған тел белгесе, йәмәғәт эшмәкәре Зөләйха Әхмәт ҡыҙы Хәбибуллина - үҙ юлынан тайпылырға уйламай. Остаз дәрәжәһенә күтәрелгән ғалимә ышаныслы аҙымдар менән башҡорт фәне үрҙәрен яулай бирә.