-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
19 Март 2019, 14:33

Етмештә лә елдәй елеп...

Ошо көндәрҙә шағир, журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Кәрим Булатбай улы СӘЛИМОВ үҙенең күркәм юбилейын - 70 йәшен билдәләне.


Халыҡҡа уның исеме Кәрим Булат булараҡ яҡшы билдәле. Кәрим Булат тигәндә, күҙ алдына 80-се йылдар аҙағы, шанлы-дауыллы 90-сы йылдар башы килеп баҫа. Совет заманының һуңғы һулышы булған торғонлоҡ йылдарынан һуң күкрәп-йәшнәп килгән үҙгәртеп ҡороу йылдары... Халыҡта милли үҙаң уяна башлаған мәл. Илдә, рес-публикала барған ошо үҙгәртеп ҡороу елдәре Стәрлетамаҡҡа ла бәрелде. Халҡым, илем, телем тип йән атҡан бер төркөм зыялылар үҙаллылыҡ даулау өсөн дәррәү күтәрелеп сыҡты. Ялҡынлы йөрәкле шағир Рауил

Ниғмәтуллин, үткер ҡәләмле, тәрән аҡыллы Вил Ғүмәров, шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙина (хәҙер уларҙың береһе лә беҙҙең арала юҡ инде, йәндәре йәннәттә булһын) һәм башҡалар, һәм башҡалар... Улар ҡалалағы башҡорттарҙың яҙмышы өсөн борсолған кешеләрҙе эҙләп табып, халыҡ үҙәге ойоштора башланы. Стәрлетамаҡта башҡорт телендә гәзит сығарыу, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, башҡорт балалар баҡсаһы асыу, башҡорт драма театры, филармонияһы булдырыу ине уларҙың хыялы. Ошо шау-гөр килеп торған йыйылыштарҙың береһенән дә ситтә ҡалмай, уртаһында ҡайнап йәшәгән кешеләрҙең береһе ул Кәрим Булат.

Ул саҡта уның исеме халыҡҡа эшсе-шағир булараҡ таныш ине. Заводта эшләп йөрөү менән бергә, ҡалала рус телендә сығып килгән “Стерлитамакский рабочий” гәзитендә айына бер тапҡыр сыға башлаған башҡорт телендәге ҡушымтала ҡыйыу фекерле мәҡәләләре, шиғырҙары менән сығыш яһай ине ул.

Ул шул йылдарҙан бирле бөгөн дә бер саранан да ҡалмай, ҡалабыҙ, милләтебеҙ яҙмышына битараф булмаған тынғыһыҙ, әүҙем йәмәғәтселәрҙең береһе булып ҡала.

Кәрим Булаттың ижад кисәһе Ҡала мәҙәниәт һарайының кесе залында үтте. Яратҡан артистарыбыҙ Айгөл Зөбәйҙуллина менән Артур Ишмөхәмәтов кисәне юғары оҫталыҡ менән алып барҙы. Юбилярҙы ҡотларға ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова, Өфөнән Кәрим Булаттың бер туған ҡустыһы Ниязбай Сәлимов, “Ашҡаҙар” радиоһының музыкаль тапшырыуҙар мөхәррире Урал Ниғмәтуллин, йырсы Лилиә Рәсүлева, 3.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенән бүлек мөдире Әлфиә Әсфәндиәрова; Ғафуриҙан яҡташтары эшҡыуар Ханнан Ишмырҙин, популяр йырсы Рәзилә Хәбибуллина; Стәрлетамаҡ Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Вәсилә Халиҡова; Стәрлетамаҡ филармония артистары Ғәзинур Хужәхмәтов, Миңнеғәли Хәсәнов, йырсылар Мират Хәкиев, Фәтих Кәлимуллин, Динара Аллағолова һәм башҡалар килгәйне.

Кисәлә автор һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Слайд аша Кәрим Булат менән бергә 90-сы йылдарҙан алып бөгөнгәсә Стәрлетамаҡ тарихына сәйәхәт ҡылдыҡ, экрандан видеояҙмалар ҡараныҡ.

Кәрим Булат - тиҫтәләгән китап авторы. Уның шиғырҙары тәрән патриотик тойғо менән һуғарылған. Автор Тыуған ергә, телгә, илгә булған сикһеҙ һөйөүен шиғырҙары аша оҫта итеп асып биреү һәләтенә эйә. Балалар өсөн яҙған шиғырҙары “Әлифба”ла, “Туған тел” китаптарында, башҡорт телендә сыҡҡан клас-тан тыш уҡыу дәреслектәрендә урын алған. Кәрим Булаттың бик күп шиғырҙарына Марат Зәйнетдинов, Рәмил Ғимрани, Искәндәр Вәлли, Мират Хәкиев, Нур Дауытов һәм башҡа композиторҙар көй яҙҙы. Был йырҙар популярлыҡ яулап, халыҡ араһында киң таралды.

70 йәшлек юбилейы айҡанлы, Кәрим Булатбай улы “Хәҡиҡәт эҙләгәндә” тип аталған китап баҫтырып сығарҙы. Был йыйынтыҡҡа ингән тәрән фекерле публицистик мәҡәләләрендә ул милләтебеҙ яҙмышы, ҡалабыҙ тормошона ҡағылышлы үҙенең уйланыуҙарын, һыҙланыуҙарын ҡыйыу әйтеп бирә. Күптәр хатта уйларға ла йөрьәт итмәгән ҡыйыу темаларҙы күтәреп сыға.

Юбилярҙы ҡотлап Рәхмәт хаты тапшырғанда Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Кәрим Булатбай улына “Аҡһаҡалдар ҡоро етәксеһе” тигән бик яуаплы яңы бурыс йөкмәтеп ҡуйҙы. Шулай уҡ 90-сы йылдар аҙағында Стәрлетамаҡта “Аманат” башҡорт халыҡ үҙәген етәкләгән Ханнан Ишмырҙин да ҡалала Аҡһаҡалдар ҡорон ойоштороуҙа фәҡәт уның етәксеһе итеп Кәрим Булатбай улы Сәлимовты һайлауҙы хупланы. Ысынлап та, бик урынлы һәм ваҡытлы тәҡдим. Ни өсөн тигәндә, Кәрим ағай башҡарған эштәре, ҡылған ғәмәлдәре менән был урынға лайыҡ. Итәғәтле, баҫалҡы, эсмәй, тартмай, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай уҡып бара, шул уҡ ваҡытта үҙенең ҡыйыу тәҡдимдәрен дә ваҡытында әйтә белә. Аҡһаҡалдар ҡороноң башында тап ошондай сифаттарға эйә кеше торорға тейеш.

Кәрим ағайға киләсәктә лә ҡомарлы, емешле ижад, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм оҙон ғүмер теләйек.