-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
21 Март 2019, 22:32

Күңеле тулы изгелек

Бар булмышынан изгелек, инсафлыҡ бөркөлөп торған, бер күреүҙән үҙенә ылыҡтырған кешеләр була. Ауылдашым Флүрә апай Ҡунафина тап шундайҙарҙың береһе. Бер урамда йәшәгәс, был алсаҡ йөҙлө, йомшаҡ һүҙле апайҙы осратҡан һайын хәл-әхүәл белешеп китергә ғәҙәткә ингән. Йомош-юл менән уларға кергәндә инде һәр ваҡыт әйҙүкләп ҡаршы алып, яңы ғына бешкән икмәк йә булмаһа майлы ҡоймаҡ менән сәй эсергә ултыртып ҡыҫтай-ҡыҫтай һыйлағаны ла хәтерҙә.

Флүрә апай 1944 йылдың йәмле яҙ айында донъяға килгән. Ғәнифә һәм Гәрәй Ғәзизовтарҙың ғаиләһендә 3 улдан һуң беренсе ҡыҙ булып донъяға килә. Атаһы Гәрәй Ибраһим улы ауылдың иң уҡымышлы муллаларының береһе була. Ғаиләлә олоно оло, кесене кесе итеп белеп, иманға ылығып үҫкән балалар ата-әсәһе биргән тормош һабағын ғүмере буйы онотмай.

Бала сағынан уҡ ауыр эшкә күнегеп, эшһөйәр булып буй еткерә Флүрә апай. 12 йәшенән колхоз эшенә йөрөй башлаған ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, ауылда ҡала. Бер эштән дә өркөп тормаған зирәк, егәрле Флүрә апай һауынсы, һуңынан сөгөлдөрсө, “Ләйсән” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. “Сөгөлдөр баҫыуында беҙҙең звено ҡатындары Асия Ғайсина, Миңнезәр Әхмәтова, Ғәйшә Яхина, Клара Фәхретдинова, Мәрүә Мансурова, Тәскирә Ғәниева, БАССР-ҙың депутаты Сәрүәрә Сираева етәкселегендә иң алдынғылар рәтендә булды” тип хәтерләй ул йылдарҙы Флүрә апай.

18 йәшендә ауылыбыҙҙың алдынғы механизаторы Сәхиулла Ҡунафин менән яҙмышын бәйләп, ғаилә ҡорған Флүрә апай эшен дә, донъяһын да бына тигән итеп көтә. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулынан килгән Сәхиулла ағай балта оҫтаһы булараҡ та танылыу ала. Эштәрендә маҡталып, ауылдаштарының хөрмәтенә лайыҡ булып йәшәй Ҡунафиндар. Татыу ғаиләгә шатлыҡ-бәхет өҫтәп бер-бер артлы 6 балалары тыуа. Уларға матур тәрбиә биреп, юғары белемле, уҡымышлы кешеләр итеү өсөн бар көстәрен һала ата-әсә. Өлкән ҡыҙҙары Лира Иманғолова Туймазы районының Ҡарамалы- Ғөбәй ауылында йәшәй, мәктәптә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй, юғары категориялы уҡытыусы, 2 бала әсәһе, 3 ейән-ейәнсәр өләсәһе лә. Венера Сәйетбабала төпләнеп, тормош иптәше Ғәзиз менән 2 ул үҫтереп, матур итеп донъя көтә, “Ләйсән” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе. Оло улдары Илнур Өфө ҡалаһында тормош иптәше Гөлназ менән Илзидә исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Төпсөк улдары Илһам гимназияны алтын миҙалға тамамлап, Өфө нефть университетында белем алыуын дауам итә. Улдары Венер менән Юнир ҙа тыуған ауылдарында йәшәй. Венер Сәйетбаба урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә, ҙур, иркен йорт һалып инеп, өйләнеп, әсәһен яндарына алғандар. Юнир мәктәптә рәсем, хеҙмәт дәрестәрен уҡыта, 2 ҡыҙ үҫтерә. Мөнир – Өфөлә йәшәй, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, талантлы шағир, яҙыусы, драматург та. Кәләше менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Эльвера Красноусол башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ юғары категориялы уҡытыусы, ҡыҙы бар.

Бынан 19 йыл элек тормош иптәше Сәхиулла ағайҙы юғалтҡас, бар булмышын күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп үҫтергән балаларына бағышлай Флүрә апай. Бөгөнгө көндә ул 10 ейән-ейәнсәргә, 4 бүлә-бүләсәргә һөйөклө өләсәй. Һәр береһе “өләсәй” тип өҙөлөп торған сабыйҙарын тәмле аштарын әҙерләп ҡаршы ала, изге теләктәрен теләп, фатихаларын биреп оҙатып ҡала. Флүрә апайҙың ихласлығына, киң күңеллелегенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Сабыйын да, олоһон да берҙәй тиң күреп сәләмләр, кәрәк урынында кәңәшен бирер. Күңеле бөтөн, тыныс, сабыр булғандар ғына шулай булалыр.


Читайте нас в