-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
31 Май 2019, 12:31

Һикһәнендә лә һиммәтле

Мәктәптә һәр уҡыусының иң яратҡаны, моғайын, йыр һәм һүрәт дәрестәрелер. Айырыуса, уҡытыусың Хәннән Зәкир улы Байбулдин кеүек алсаҡ, йор, үҙ шөғөлөнә ихлас бирелгән дәртле һәм дарманлы шәхес булһа!

Алдыбыҙҙа “мәктәп йырлаһа - бөтә халыҡ йырлар!” тип яҙылған лозунгы, төрлө ерҙәрҙәге сығыштар, арҙаҡлы композиторҙар фотоһүрәттәренән торған күргәҙмә әсбаптар торор ине. Класс бүлмәһе үҙе лә үҙенсәлекле, уйланылған – иҙәне бер нисә төрлө бейеклектә, иң артта ултырһаң да алда ҡуйылған натюрморт-фәлән яҡшы күренерлек, йырлағанда тауышың ишетелерлек, ултырыштар залында дүрт рәт баҫырлыҡ хор өсөн махсус ҡоролма... Беҙҙең мәктәптә музыка менән етди шөғөлләнерлек матди база булыуы, аңлауымса, Хәннән авый кеүек маҡсатлы, энергиялы, инициативалы кеше булғанлыҡтандыр.

Ул үҙе ошо Сәйетбаба мәктәбен тамамлағандан һуң, осраҡлы рәүештә культура-ағартыу мәктәбенә уҡырға инеп, художество етәксеһе һөнәрен үҙләштерә. Баймаҡ районына клуб мөдире вазифаһына йүнәлтмә биреүгә ҡарамаҫтан, уның тыуған төйәгенә ҡайтыу теләге көслөрәк булып сыға, штраф түләһә-түләй, әммә белемен, көсөн ауылына, яҡташтарына бағышлай. Тәүге баянды ул алып ҡайта, балаларға тәүгеһенән нота грамотаһы өйрәтә башлай, янына коллектив итеп туплап, 60 (!) кешенән торған хор

ойоштороп телевидениеға алып барыуға өлгәшә. Ул ваҡытта телевизорҙар үҙҙәре ауылда өс дана була, шуларҙың береһе Байбулдиндарҙа, эргә тирәләге барлыҡ кеше “кино” ҡарарға йыйыла. Коммунистар партияһының көслө сағы, һәр учреждениела юлбашсы Ленин портреты торорға тейеш, урамдарҙа партия эшмәкәрлеген яҡтыртҡан плакаттар... Быларҙың барыһын да Байбулдин башҡара, мәктәптә фото төшөрөү һ.б. түңәрәктәр ҙә асып ебәрә. Фольклор буйынса эҙләнеүҙәр алып бара, бихисап мәҡәләләре гәзит-журнал биттәрендә баҫылып сыға.

- Әл дә ҡайтҡанмын,-ти ул, шул йылдарҙы хәтерләп. – Шул уҡ йылды Роза уҡытырға килде...

Эйе, Роза Шәрифйән ҡыҙы, Асҡын районы һылыуы, сит телдәрҙән белем бирергә Сәйетбаба мәктәбенә килеп төшә. Шул килеүе мәңгелеккә булып сыға – һылыу, спортсы, уңған ҡыҙҙың һыу һөлөгө кеүек сибәр егет - Хәннән менән сәсе-сәскә бәйләнә. Был никахтан береһенән-береһе матур, һәләтле, республикабыҙҙа танылған шәхестәр булып киткән биш бала донъяға килә.

Олоһо Әлфиә - үҙешмәкәр йырсы, күп конкурстар лауреаты, шул иҫәптән, З.Мәхмүтов исемендәге оҙон көй бәйгеһендә Гран-при яулаусы. Һеңлеһе Зөлфиә лә моңло бала ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты сирҙән иртә вафат булды, балалар баҡсаһы мөдире ине. Индира Байбулдина заманында эстрада “йондоҙо” ине, “Урал моңо” конкурсы лауреаты булды, әлеге көндә Өфө ҡалаһы үҙәгендә музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдары магазины хужабикәһе, эшҡыуар. Ғаиләләге бер бөртөк ул - Илһамды инде белмәгән кеше юҡтыр. Ҡурай, думбыра, өзләү буйынса барлыҡ республика бәйгеләренең Гран-приҙарын яулап бөткәс, хәҙер Рәсәй конкурстарында ла, сит илдәрҙә үткәрелгән халыҡ-ара бәйгеләрҙә лә тәүге урындарҙан ҡалғаны юҡ. Халыҡ сәсәне исеменә лайыҡ булды, музыка ҡоралдары эшләүсе оҫта булараҡ та, композитор булараҡ та танылды. Кеселәре Айгөл Өфө ҡалаһы балаларына һынлы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте серҙәрен төшөндөрә, үҙ методикаһын булдырған эҙләнеүсе, талантлы педагог.

Байбулдиндарҙың ғаилә ансамбле лә республика бәйгеһендә еңеп сығып, Президент инагурацияһында сығыш яһауға өлгәште. Хәннән авый тураһында яҙып-һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Сәйетбаба мәктәбендә 45 йыл уҡытҡан өлкән уҡытыусы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, алыштырғыһыҙ “Ҡыш бабай”. Уның тураһында телевидение тапшырыуҙары ла төшөрҙөләр, драматург Сәрүәр Сурина хатта “Аласабыр менеп кил, йәнем” әҫәрендә сәсән Жәлил ролен уға атап яҙҙы, авыйыбыҙ йөҙөп уйнаны...

Роза апабыҙҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә алты йыл. Хәннән авый хәҙер донъя йөгөн яңғыҙы тарта. Шуныһы ҡыуаныс - уларҙың юлын хәҙер балалары ғына түгел, ейәндәре лә дауам итә - нисәүһе инде музыка мәктәбен, сәнғәт училищеһын тамамлағандар, шул өлкәлә хеҙмәт итәләр, бүлә-бүләсәрҙәр менән һөйөндөрәләр. Төрлө тарафтарға таралған уҡыусылары ла онотмай, яратҡан уҡытыусыбыҙ тип торалар...

Һикһән йәшлек юбилейҙы ошолай ҡаршы алыу үҙе бәхеттер ул...