-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
7 Июнь 2019, 12:13

Ауыр саҡта аумаҫ терәк булып, Ғүмер йомғаҡтарын һүтәһегеҙ…

Ошо көндәрҙә Бәләкәй Үтәш ауылының хөрмәтле кешеләре Мәйсәрә менән Әүхәт Шафиҡовтар ғүмер юлынан иңгә-иң терәп бергә атлауҙарына 60 йыл тулыуҙы билдәләй.

Ибраһим ауылы ҡыҙы Мәйсәрә менән дуҫы Әсҡәт аша таныша Әүхәт. Һуңынан уны йәнә күреп, ныҡлап һөйләшеү уйы менән Ибраһимға юллана. Барыуын бара ла, тик ҡыҙҙы күргәс, ни әйтергә белмәй ҡаушап, юғалып ҡала…Тәүге осрашыу-күрешеүҙәр йәшлектең сағыу бер хәтирәһе булып әле лә уларҙың күңел түрендә һаҡлана. Май айында инде Мәйсәрә менән Әүхәттең никах туйҙары үтә.

Килен булып төшкәндең иртәгәһенә инде Мәйсәрә ауылдың башҡа ҡатын- ҡыҙҙары менән сөгөлдөр баҫыуына эшкә сыға. Ул саҡта ҡатын-ҡыҙҙар иртә яҙҙан ҡара көҙгә, хатта ҡар яуғанға тиклем сөгөлдөр баҫыуында бил бөгә ине. Ауылда бит хәбәр тиҙ таралыусан, килен төшәһен ишетеп, бригадир уға ла “өлөш” ҡалдырған булған. Тәүге көндәрҙә еңел булмай, әлбиттә, йәш киленгә. Бер звенола 30-ға яҡын ҡатын-ҡыҙ.

- Берҙәм татыу звено ине,- тип ул йылдарҙы иҫкә ала Мәйсәрә апай.- Яңы эш башлағандарға ҡырын ҡараманылар. Кәрәк саҡта ярҙам да иттеләр, кәңәштәрен дә бирҙеләр.

Бер-ике йылдан инде уның үҙен звено етәксеһе итеп һайлап ҡуялар һәм Мәйсәрә апай 30 йыл буйы ошо вазифала уңышлы эшләне. Йәйге селләлә көн оҙоно сөгөлдөр утау, көҙөн ҡар ҡатыш ямғыр аҫтында тамырҙарҙы таҙартыуҙарҙы, елеккә үткес әсе елдәрҙе оноторлоҡмы инде. Ярай әле тәүге осорҙа өйҙә, балалар янында ҡәйнә-ҡайны була.

Әүхәт ағай әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, Әлшәйгә барып, тракторсы һөнәренә уҡый. Унда уҡыуы еңелдән булмай уға.

- Оло Үтәштән Хөрмәт Шәмсетдинов менән икәүләп Стәрлетамаҡтан Әлшәйгә йәйәүләп бара торғайныҡ, - ти Әүхәт ағай.

Тракторсы таныҡлығы алып ҡайтҡас, Әүхәт ағай “ДТ-54”, “Т-70” тракторҙарында 1967 йылға тиклем эшләй. Тап ошо йылда ауылдашы Фахразый Таһировтың тәҡдиме менән электрик һөнәре буйынса уҡырға ебәрәләр. Был ауылдарҙы электр-лаштырыу киң ҡолас алған осор була. Малсылыҡ фермаларында механизациялау башланғас, электрикка эш бермә-бер арта. Үтә лә яуаплы һәм хәүефле был вазифала хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләне Әүхәт ағай. Тырыш хеҙмәте баһаланмай ҡалмай, әлбиттә. Күп тапҡырҙар төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталарына лайыҡ була ул, ауылдаштары араһында ихтирам, абруй яулай.

- Көнө лә төнө лә булмай торғайны инде, әле бында, әле тегендә линия өҙөлгән, йә булмаһа ут юҡ икән, тип төн уртаһында ла килеп етә торғайнылар. Үҙем дә иртәнән ҡара кискә тиклем сөгөлдөрҙә бит инде. Әллә шулай өйҙә йүнләп ултырмағанғамы, үҙ-ара һүҙгә килешеп, әрләшеп ултырғаныбыҙ булманы, - тип көлә бөгөн Мәйсәрә апай.

Мәйсәрә апай ҙа маҡталып эшләне заманында. Ул етәкселек иткән звеноның гектарынан 300 центнер, унан күберәк уңыш алған саҡтары булды. Бергә эшләгән сөгөлдөрсө ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, тотош ауыл халҡының ихтирамын яуланы. Ауылдаштары оло ышаныс күрһәтеп, ике йыл рәттән ауыл Советы депутаты итеп һайлайҙар. Бик оҫта йырсы ла, элегерәк ауыл клубында үткән бер сара ла унһыҙ үтмәй ине.

Шафиҡовтар ғаиләһе хаҡында күп һөйләп тормайынса, шул тиклем пар килгәндәр тип кенә әйтеү ҙә етә, минеңсә. Бөгөн дә улар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, һәр ваҡыттағыса бик татыу йәшәйҙәр, береһенең ни әйтерен икенсеһе күҙ ҡарашынан аңлап тора. 4 ҡыҙ, 1 ул тәрбиәләп үҫтерҙе улар, балаларының һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, матур итеп эшләп йөрөйҙәр, балалар үҫтерәләр.

- Аллаға шөкөр, балаларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәйбеҙ. Хәлебеҙҙе белешеп, кәрәк урында ярҙам итеп торалар,- тиҙәр ҡәнәғәтлек менән бәхетле ата-әсә. Артабан да шулай бергә-бергә, шатлыҡ- ҡыуаныста, бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп, тағы ла оҙаҡ йылдар ғүмер йомғағын һүтергә яҙһын һеҙгә.
Читайте нас в