-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
21 Июнь 2019, 12:56

Атайлыбыҙ - арҡалыбыҙ

Тышта тәбиғәттең шундай матурлыҡҡа сумған мәле. Ҡояш та йылы нурҙарын бөркөп, хатта йәнде иретә. Ошо көндә ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, һөйөклө атайым Ильяс Хатмулла улы Садыҡовтың тыуған көнө - уға яҙмыш ике “бишле” ҡуйған саҡ.

Ул Ҡарауыл, Аҡбейек, Ташбашы, Сейәле тауҙарына һоҡланып, Мәндем буйында рәхәтләнеп һыу инеп Сәйетбаба ауылында өләсәйем Гөлсирә һәм олатайым Хатмулла ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуып үҫкән. Шуғалыр ҙа ул ошо тауҙар кеүек ғорур ҙа, ауыл ситләтеп аҡҡан йомшаҡ һыулы йылғалай нескә күңелле лә. Донъяла иң һәйбәт атайҙы билдәләһәләр, минең атайым, һис шикһеҙ, шул исемлектең башында булыр ине. Уның алдына ултыртып наҙлап һөйөүҙәре, иркәләүе ҙур үҫһәм дә, күңел түрендә. Ярҙамы, биргән кәңәштәре был тормошта алға әйҙәй, көс бирә.

Атайым Сәйетбаба урта мәктәбендә белем алғандан һуң, техникаға тартылыуы уны Өфөләге автотранспорт техникумына уҡырға алып килә. Был уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, Табын ауылындағы “Сельхозтехника” ойошмаһына инженер булып эшкә урынлаша. Ситтән тороп институт тамамлай.

Әсәйем менән уларҙың танышыуы ла ҡыҙыҡ ҡына килеп сыға, атайым әсәйемде - Юлыҡ ауылы ҡыҙы Рәзиләне юлда күреп ҡала ла, күп уйлап тормай, кистән барып урлап алып та ҡайта. Ғәзиз кешебеҙ - әсәйебеҙ менән хәҙер 32 йыл инде бергә матур итеп донъя көтәләр. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып беҙ – иң олоһо мин Гүзәл, шунан Регина, Илназ туғандарым тыуған.

Атайымдың күҙҙәренән үк уның изге, саф күңелле, эскерһеҙ кеше икәнлеге күренеп тора. Уның тәүәккәл, тырыш булыуы һоҡландыра. Уның бер ваҡытта ла эшем юҡ тип йөрөгәне булманы. Әлеге көндә баһадирҙай көслө атайыбыҙ Мәскәү ҡалаһында инженер булып эшләй. Ул янда булһа шул тиклем рәхәт, күңелгә тыныс, арҡа терәүле. Атайым бер нәмәне лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, дуҫтары, туғандары өсөн дә һәр саҡ уйланып, ярҙам итергә тора. Тыуған миҙгеле кеүек йомарт та, изге лә, матур ҙа. Рухлы, ысын башҡорт кешеһе булыуы менән дә айырылып тора. Юл йөрөү мәшәҡәттәренә ҡарамай, мине башҡорт мөхите булған Сәйетбаба мәктәбендә уҡытты. Шуға ла бөгөнгө көндә башҡортса фекерләп, атайым тураһында үҙ телемдә рәхәтләнеп яҙып ултырыуыма уға рәхмәтлемен. Ул һәр беребеҙ өсөн әллә нимәләр эшләргә әҙер, башҡарғандарын һанап бөткөһөҙ. Атайыма быға тиклем яҙылмаған, ишетелмәгән, иң яҡшы, тос, ихлас һүҙҙәрҙе еткерге килә. Имәндәй ныҡлыҡ, ҡоростай һаулыҡ, сылтырап аҡҡан шишмәләй таҙалыҡ насип булһын һиңә, атайым. Әсәйем менән тиңлек-тигеҙлектә, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, ейәнсәрҙәрегеҙҙе һөйөп-һөйөлөп, шатланып йәшәргә яҙһын.

Гүзәл ҠАСИМОВА.
Красноусол ауылы.
Читайте нас в