-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
10 Сентябрь 2019, 11:46

Хеҙмәт емештәрен татып

Һәр коллективтың алға ынтылып, янып, дәртләнеп эшләүе күп йәһәттән етәксенән тора. Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипованың Красноусол башҡорт гимназия-интернатында директор вазифаһында эш башлауына күп ваҡыт үтмәһә лә төп бурыстарҙы тәрән аңлауы, үҙенең талапсанлығы, бер кемде иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауы, уҡытыу алымдарын яҡшы белеүе, тәртип яратыуы, иң мөһиме – балаларға ғашиҡ булыуы менән барыбыҙҙың ихтирам, хөрмәтен яулап алды. Күҙҙәренән нур бөркөлөп, балҡып торған ошо гүзәл заттың матур юбилейын гимназиябыҙҙа бергәләп ҡаршы алыу беҙҙең өсөн мәртәбә. Шул уңайҙан ата-әсәләрҙе, гәзит уҡыусыларҙы Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы менән яҡындан таныштырып, маҡсаттарҙы ла барлап китәйек тип уйлайбыҙ.

- Йәшәү дәүеремдә үтә яуаплы ла, ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла көндәр һанап бөтөргөһөҙ күп булды. Шуларҙың иң мауыҡтырғыс һәм онотолмаҫ биттәре - ул мәктәптә таҡта янында аҡбур тотоп дәрес биргән ваҡыттыр, - ти ул үҙенең махсус сайтында.

Гөлсөм Монасипова Әбйәлил районы Ишҡол ауылы ҡыҙы. Быуын тамырҙары Яйҡар ырыуынан аҫыл һәм уҡымышлы Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәновтар нәҫеленә барып тоташа. Атаһы, ябай механизатор, гәзит-журналдарҙы уҡырға, башҡорт йырҙарын тыңларға ярата. Уның шул тиклем егәрле, ипле, тапҡыр, мәҙәк булыуын, үҙенең наҙға, һөйөүгә төрөнөп үҫеүен матур хәтирәләр менән иҫкә ала етәксебеҙ. Сабырлығы, аш-һыуға оҫталығы әсәһе Әминә апайҙан күскән уға. Әле лә атаһы нигеҙен һыуытмай, матур донъя көткән 83 йәшлек әсәһе янына йышыраҡ ҡайтырға, күңелен уның матур кәңәштәре менән байытып, тулыландырып торорға тырыша.

Бәхетенә күрә, килен булып төшкән ере лә ҡотло була Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙының. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында икенсе курста уҡығанда Мәндем ауылы егете Рәшит Сәйетгәрәй улы менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Уҡып бөтөүгә Илһам исемле малайға атай-әсәй булып өлгөргән йәш белгестәр юллама буйынса Учалыға барып төпләнә. Бында улдарына иш булып ҡыҙҙары Рәйсә тыуа. Ләкин унда оҙаҡ йәшәргә тура килмәй – атай-әсәй фатихаһы менән Ғафуриға ҡайталар. Ғаилә башлығы район милиция бүлегендә эшләй, ә Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы башланғыс кластарға белем бирә, яйлап Башҡортостан мәҙәниәтен уҡытыуға күсә. Үҙ һөнәренә мөкиббән киткән белгес яңы ғына башланған уҡытыусылар бәйгеһендә беренселекте алғас, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2000” рес-публика конкурсында ҡатнашып, лауреат исеменә һәм Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була.

Ижади эшләргә яратҡан Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙына “Красноусол” шифаханаһының реклама-мәғлүмәт үҙәгендә лә эшләргә тура килә. Уны республикала һәм унан ситтә танытыу буйынса ҙур эш башҡара. Рәшит Сәйетгәрәй улын Өфөгә, Киров районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары итеп алалар һәм ике тапҡыр Чечен Республикаһына оҙайлы командировкаларға ла ебәрәләр. Борсолоу, хафаланыуҙар, йоҡоһоҙ төндәр аша көтөп ала ул тормош иптәшен. Унан ҡайтҡас, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһы, Өфөнөң юридик институтын тамамлаған ғаилә башлығына Бөрйән районының эске эштәр бүлеге начальнигы, ра-йон хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарырға ла, Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса Бөрйән районы территориаль бүлексәһен етәкләргә лә тура килә. Бөрйәндә Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙына үҙ һөнәренә ярашлы эш табылмай. Ауырлыҡтар алдында бирешеп өйрәнмәгән тәүәккәл зат тота ла БДУ-ның Сибай филиалына рус теле һәм әҙәбиәте факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Тәүҙә Иҫке Собханғол урта мәктәбендә тәрбиә эштәре бу-йынса директор урынбаҫары булып эшләй, һуңынан уҡыусыларына рус теле һәм әҙәбиәте фәненең серҙәрен аса. Һөнәрен яратып, кинәнеп эшләй ул. Йыл да класы менән мауыҡтырғыс велопоходтар

ойоштора, мәктәбенең башҡорт шаяндар һәм тапҡырҙар командаһын әҙерләп республика кимәленә сығара. Өфөләге 88-се мәктәпкә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тәҡдим иткәс, ҡуш ҡуллап ризалаша ул. “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнашып, Октябрь районы буйынса икенсе урынға сыға. “Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2017” бәйгеһендә беренсе урын яулай. Ә төбәк-ара кимәлгә сыҡҡас, икенсе урынға лайыҡ була.

Республика, район, ҡала сараларында ҡатнашырға, төрлө гәзит-журналдарға ла яҙыштырып торорға, ҡул эштәре менән булышырға, бәйләргә, сәйәхәт итергә, китап уҡырға ла ваҡыт таба өлгөр ханым.

Ирешелгәндәр менән туҡталып ҡалмай, аспирантураға уҡырға инеп, быйыл башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһында филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Сәфиулла улы Ҡунафин етәкселегендә диссертация яҡлаясаҡ.

Эшен дә, тормошон да тигеҙ һәм лайыҡлы тартҡан директорыбыҙҙың бәхетле һәм емешле мәле. Күп һынауҙар, ҙур тәжрибә туплаған тормош иптәше бөгөн район Советында яуаплы эштә эшләй. Хәҙер инде бәләкәйҙәре Гөлшат гимназияның 10-сы класында уҡып йөрөй.

Гимназияға директорыбыҙ яңы алымдар, ҙур маҡсаттар менән килде. Ҡазандағы билдәле мәктәптәр менән бәйләнеш булдырып, үҙебеҙҙә уҡыуҙың сифатын күтәреү йәһәтенән лаборатория, телестудия, робототехника класы асыу ниәте менән янабыҙ. Шахмат, көрәш, уҡ атыу түңәрәктәрен гимназияның үҙендә асып, юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырыу кеүек ҙур яуаплылыҡ та тора алдыбыҙҙа.

“Башҡорт гимназияһында тәрбиәләнгән балалар киләсәктә үҙ теле, үҙ халҡы тип янған, бөгөнгө һәм киләсәк донъяның ярһыу диңгеҙҙәрендә ҡолас ташлап йөҙә алырҙай шәхестәр булып үҫергә тейеш. Милләттең киләсәгендә, яҡшы уҡыу артында матур яҙмыш ята”, - тигән матур фекерҙәре менән дә һәр беребеҙгә ҡанат ҡуя Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы. Кешенең йәшәү мәғәнәһе һәм маҡсаты булғанда ғына уңыштарға ирешеп була шул.

Киләсәктә лә тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙең татлы емештәрен татып, ҡулға-ҡул тотоношоп ырыҫлы эшләргә яҙһын. Һеҙҙең ҡулда гимназиябыҙ киләсәге өмөтлө булырына ышанабыҙ.

Ихтирам менән Красноусол башҡорт гимназия-интернаты коллективы.

Читайте нас в