-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
22 Ноябрь 2019, 17:00

Ир-егеттең йәшен һорамайҙар, ә күрһәткән эшен һанайҙар

Һәр кем үҙенә бирелгән ғүмерҙе үҙенсә үтә. Берәүҙәр, һәүетемсә, тыныс ҡына йәшәргә тырыша, икенселәр иһә янып-ярһып, ер һелкетә баҫып ғорур атлай, алға барған һайын артта сағыу эҙе ҡала. Алтмышынсы ғүмер көҙөн ҡаршылаусы, районда билдәле ир-уҙаман Азамат Мәхмүт улы Ибәтуллинды мин ана шул тынғыһыҙ, маҡсатҡа ынтылыу-сан шәхестәр иҫәбенә индерер инем.

Тәбиғәттең иң хозур мөйөшө – йәмле Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Ерекле ауылында Ләүзә менән Мәхмүт Ибәтуллиндар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә ул. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә, ә өлгөргәнлек аттестатын Красноусолдағы 2-се мәктәптә ала. Зирәк, аҡыллы, уҡыуға отҡор, тырыш була, өҫтәүенә, спортты үҙ итә. Спорт уға уҡыуында ҡамасауламай, киреһенсә, ҡеүәт бирә, дәрт-дарман өҫтәй, спорт һәм теүәл фәндәр буйынса ярыш-олимпиадаларҙа ҡатнаша. Күмертау педучилищеһының физкультура уҡытыусылары әҙерләү бүлегенә уҡырға ингәс тә спорттан айырылмай, көрәш, самбо секцияларында шөғөлләнә, һәр төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, уҡыу йорто данын яҡлай. Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлағас, артабан юғары белем алыу уй-маҡсаты уны Ырымбур дәүләт педагогия институтының физик тәрбиә факультетына алып килә. Әммә студентҡа был уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегендә уҡыуын дауам итеү насип булмай, 1-се курстан һуң әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Мәскәү өлкәһендә спорт взводында ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, ситтән тороп уҡып, юғары белем дипломына эйә була. Красноусолдағы 130-сы һөнәрселек училищеһында, 3-сө мәктәптә эшләгән йылдарында тренер булараҡ егеттәргә самбо, милли көрәш серҙәрен аса. 3-сө мәктәп базаһында уҡыусылары менән берлектә подвалды төҙөкләндереп, тейешле шарттар булдырып “Тайыш табан” көрәшселәр спорт клубын асыуға өлгәшә. Уның тәрбиәләнеүселәре милли көрәш бәйгеләрендә районыбыҙ данын лайыҡлы яҡлай. Спорттың кешелә ихтыяр көсө, үҙ-үҙенә ышаныусанлыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ тәрбиәләүен, спортты үҙ иткән үҫмер бер ҡасан да юғалып ҡалмаясағын һәм насар юлдан китмәйәсәген яҡшы аңлап эш итә ул. 2003 йылда Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә өлкән инструктор-методист булып эшләп йөрөгән А.Ибәтуллинды спорт мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Көрәшселәргә спорт йыйыны уҙғарыу һәм сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн Еҙем йылғаһы буйында “Һарыташ” спорт-туристик базаһы ойоштора, артабан “Имәнкәй” ял-һауыҡтырыу лагерына йыйып, күнекмәләр уҙғара.
Азамат Мәхмүт улы ике тиҫтәнән ашыу милли көрәш, самбо буйынса республика һәм Рәсәй чемпиондарын үҫтерҙе. Үҙ балаларын да ысын спортсылар итеп тәрбиәләгән ул. Улдары Салауат менән Урал билдәле көрәшселәр, елкәләренә һалған тәкәләрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ҡыҙы Гүзәл иһә волейбол спортын үҙ итеп, йыйылма команда составында туп һуға, мәргән уҡсы ла булып танылды. Тренерҙың тәрбиәләнеүселәре араһында юғары белемгә эйә булыусылар һәм төрлө һөнәр эйәләре бар.
Бер минут тик торорға күнекмәгән тынғыһыҙ А.Ибәтуллин спорт мәктәбенә ете йыл етәкселек итеп эштән киткәс, үҙен фермерлыҡта ла һынап ҡарай. Ғаилә крәҫтиән-фермер хужалығы булдырып, Имәндәш ауылы эргәһендә Еҙем йылғаһы буйында “Олотау” туристик базаһында спорт өсөн сабыш аттары, әле саф башҡорт тоҡомло аттар (алты тиҫтәләп) үрсетә. Уның арғымаҡтары сабыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Имәндәш ауылы биләмәһен бағыусылыҡ ярҙамынан да ташламай. Умартасылыҡ менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Намаҙын ҡалдырмай, ураҙа ла тота.
Азамат Мәхмүт улы үҙенең ошондай уңышлы кеше булыуында тәү сиратта төплө, нигеҙле аң-белем биргән беренсе уҡытыусыһы Валентина Николаевна Курбатованың роле баһалап бөткөһөҙ тип иҫәпләй һәм бының өсөн уға сикһеҙ рәхмәтле.
Үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләү эшендә арымай-талмай эшләгән педагог “БР-ҙың мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ була, милли көрәште үҫтереүҙә һәм популярлаштырыуҙа тос өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Өфө ҡалаһында билбау көрәше буйынса донъя чемпионатын әҙерләп уҙғарыуҙа ярҙамы өсөн миҙалдар менән бүләкләнә, һәр төрлө Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ.
33 йыл элек Мәндем ауылы ҡыҙы Рима менән яҙмыштарын бергә бәйләй. Иңгә-иң терәшеп, бер-береһенә терәк-кәрәк булып, татыулыҡта йәшәйҙәр. Ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар. Быйылғы йыл Ибәтуллиндар ғаиләһендә юбилейҙарға һәм һөйөнөслө ваҡиғаларға бай булды. Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Рима Ғиниәт ҡыҙы йәй көнө 55 йәшен билдәләне. Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыусы буласаҡ балалар табибәһе - ҡыҙҙары Гүзәл кейәүҙәре Салауат менән ғаилә ҡорҙо. Улдарының икеһе лә ғаиләле, Салауат Красноусолда төпләнеп, өр-яңы йорт һалып керҙе, Тимур һәм Динә исемле балаларҙың атаһы, Себер тарафтарында “Газпром”да участка начальнигы булып эшләй. Урал кәләше, улдары Роберт һәм Руслан менән Стәрлетамаҡта йәшәй.
Әлеге көндә А.Ибәтуллин яңы асылған “Еҙем” тәбиғәт паркы директоры вазифаһын башҡара. Бында ла ул дәртләнеп, ең һыҙғанып эшкә тотондо.
Ир-егеттең йәшен һорамайҙар, ә күрһәткән эшен һанайҙар, тигәндәй, үҙендә ҙур яуаплылыҡ тойоп, һәр бер эште ҙур кинәнес менән башҡарған, ғүмерен йәш быуында сәләмәт йәшәү рәүешен тәрбиәләүгә бағышлаған, хәҙер иһә хозур тәбиғәтте саф-пак килеш киләсәк быуынға еткереү эшенә мөкиббән бирелгән ир-уҙамандың йәшәү өлгөһө, һис шикһеҙ, хөрмәткә лайыҡ.
Читайте нас в