+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙарыбыҙ
18 Сентябрь 2021, 09:45

Һаулыҡ һағында – 40 йыл

Яңғыҙҡайын ауыл табиплыҡ амбулаторияһының өлкән шәфҡәт туташы булып эшләп, медицинаға 40 йыл ғүмерен бағышлаған, ғүмеренең 60-сы баҫҡысына менеп етеп, күптән түгел хаҡлы ялға туҡтаған Йондоҙ Хәниф ҡыҙы Ғәлекәйева тураһында яҙмабыҙ.

Һаулыҡ һағында – 40 йыл
Һаулыҡ һағында – 40 йыл

Йондоҙ Хәниф ҡыҙы сығышы менән Татарстан Республикаһының Мөслим районы, Оло Сыҡмаҡ ауылынан. 1961 йылдың 20 июнендә колхозсылар ғаиләһендә донъяға килеп, өс малай, бер ҡыҙ араһында буй еткерә. Мәктәпте тамамлағас, Башҡортостанға, Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә. Һәм ҡулына диплом алған йәш медицина хеҙмәткәрен йүнәлтмә буйынса Красноусол үҙәк район дауаханаһына эшкә ебәрәләр. 1981 йылдың 20 июнендә, тап үҙенең тыуған көнөндә дауаханала палата шәфҡәт туташы булып тәүге хеҙмәт юлын башлай ул. Яңғыҙҡайын ауылы егете – Ленин исемендәге колхозда үҙенән 20 көн алда ғына эш башлаған йәш белгес Рим Шәрәфетдин улы менән яҙмышын бәйләй Йондоҙ. Шулай итеп, ғаиләле булғас, район дауаханаһында бер аҙ хеҙмәт сынығыуы алған белгес Яңғыҙҡайын дауаханаһына эшкә күсә. Ошо ваҡыттан алып медицина хеҙмәткәренең яҙмышы был төбәк менән бәйле. Коллектив унан, ул хеҙмәттәштәренән уңа, берҙәмлектә, татыулыҡта эшләйҙәр. Йондоҙ Хәниф ҡыҙы бөгөн үҙен эшкә ихлас ҡабул итеп, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған һәм уларҙың ҡул аҫтында эшләргә насип булған баш табиптар Ваяз Фәйзрахман улы Сафаров, Алик Барый улы Яруллин, Айрат Мөхәмәт улы Шакиров, табиптар Фәрит Мөхтәр улы Мәҡсүтов, Ольга Васильевна менән Максим Дмитриевич Никитиндар, Светлана Әмир ҡыҙы Шәмсетдинова, Ирек Ильяс улы Бохармәтов, Муса Хәмзә улы Сабитовҡа рәхмәтле.
Тора-бара үҙ эшен төплө белгән, ҙур тәжрибәгә эйә булған, хеҙмәттәштәре араһында ихтирам ҡаҙанған Йондоҙ Хәниф ҡыҙын өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. 40 йыл хеҙмәт стажының 30 йылын ошо яуаплы вазифаға бағышлап, Яңғыҙҡайын халҡына тоғро хеҙмәт итә ул. Ипле, баҫалҡы холоҡло булыуы, кешене иғтибар менән тыңлай белеүе, дөрөҫ медицина ярҙамы күрһәтеүе, файҙалы кәңәштәре аша сирләп килеүселәргә тиҙерәк һауығыуға өмөт өҫтәүе, әлбиттә, уның үҙ һөнәрен ысын күңелдән яратҡан, грамоталы белгес икәнлеген иҫбатлай.
- Ошо йылдар эсендә ниндәй генә сетерекле хәлдәр менән осрашырға тура килмәне. Әммә иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла юғалып ҡалмай, тиҙ генә беренсе медицина ярҙамы алымдарын билдәләп, пациентҡа ярҙам күрһәтеү һәм артабанғы йүнәлеште билдәләү мөһим, - ти шәфҡәт туташы. – Хеҙмәт юлында айырыуса иҫтә ҡалғандарҙан: ике тапҡыр, береһе - поезда, икенсеһе - ауылда, сабыйҙарға кендек әсәһе булырға тура килде. Шул ҡатындарҙың береһенең ире балаһына яҡты донъяға ауаз һалырға ярҙам иткәнем өсөн рәхмәт йөҙөнән ҡыҙына Йондоҙ тип минең исемде ҡушты, - ти ул ғорурланып, хәтирәләргә бирелеп.
- Яңғыҙҡайын табиплыҡ амбулаторияһына ҡараған фельдшер-акушерлыҡ пункттары фельдшерҙары: өлкән шәфҡәт туташы булараҡ, Үтәктән Зөлфиә Солтанова менән Айгөл Камалова, Туғайҙан Алһыу Әсфәндийәрова, Буруновканан Светлана Мәхийәнова, Мораҡтан Вера Петрова һәм Лида Тимофеева менән үҙ-ара татыу, матур эшләнек. Уларҙы мин: "Ҡыҙҙарым - йондоҙҙарым", тип кенә йөрөттөм, - ти Йондоҙ Ғәлекәйева.
Шәфҡәт туташының һаулыҡ һағындағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары һәм башҡа күп төрлө грамоталар менән бүләкләнә.
Йондоҙ Хәниф ҡыҙы шәхси тормошонда ла бәхетле, һөйөклө ҡатын, әни, нәнәй. Тормош иптәше Рим Шәрәфетдин улы заманында Ленин исемендәге колхоз рәйесе, Яңғыҙҡайын һөт заводы директоры, “Ҡайын” МУП-ы директоры булып эшләп, күптән түгел хаҡлы ялға сыҡҡан. Бына шулай, хеҙмәт юлын бергә башлап, береһе – тыуған хужалығына, икенсеһе – медицинаға тоғролоҡ һаҡлап, ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында уяу тороп, пенсияға ла бер үк ваҡытта китә Ғәлекәйевтар. Татыу, һәр кем өсөн өлгө булырлыҡ ғаиләлә ике бала буй еткереп, оло тормошҡа юлланған, икеһе лә юғары белемгә эйә булған. Улдары Алик нефть техник университетын тамамлаған, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Килендәре Индира (ошо уҡ уҡыу йортон бөткән), 3-сө класта уҡыусы ейәнсәрҙәре Самира менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнгән. Ҡыҙҙары Ләйсән кейәүҙәре Дамир (Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының физика-математика факультетын тамамлағандар), ейәнсәрҙәре Регина (2-се класта уҡый) менән Мәскәүҙә йәшәй.
Төп эштәренән тыш шәхси хужалыҡтарын да гөл итеп тота Ғәлекәйевтар. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡсаларында нимә генә үҫтермәйҙәр: йәшелсә-емеше, ҡауын-ҡарбузы ишелеп уңа, башҡаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел, емеш ағас-ҡыуаҡтарының ниндәйе генә юҡ, хатта арахис та үҫә.
Бар булмышын донъялағы иң изге, шәфҡәтле һөнәргә бағышлаған Йондоҙ Ғәлекәйеваның күп йыллыҡ тырыш хеҙмәтенең татлы емештәрен тирер мәле...

Һаулыҡ һағында – 40 йыл
Һаулыҡ һағында – 40 йыл
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас в