-15 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Уҡлыҡая бөркөтө

Тормош юлымда был бөркөт кеүек егетте осратыуыма бөгөнгәсә яҙмышыма рәхмәттәр уҡыйым. Уның кеүек бар йәһәттән дә булдыҡлы, даланлы кешеләр һирәк тыуа бит донъяға. Халҡыбыҙҙың шундай аҫыл улдарының береһе ине Ғафури районының йәмле Еҙем йылғаһы ярын, мәғрүр Уҡлыҡая ҡуйынын төйәк иткән Таш-Аҫты ауылының ғәжәйеп егете - билдәле журналист, мөхәррир һәм дәүләт эшмәкәре Марат Тәлғәт улы Әбүзәров.

Марат Әбүзәров.
Тормош юлымда был бөркөт кеүек егетте осратыуыма бөгөнгәсә яҙмышыма рәхмәттәр уҡыйым. Уның кеүек бар йәһәттән дә булдыҡлы, даланлы кешеләр һирәк тыуа бит донъяға. Халҡыбыҙҙың шундай аҫыл улдарының береһе ине Ғафури районының йәмле Еҙем йылғаһы ярын, мәғрүр Уҡлыҡая ҡуйынын төйәк иткән Таш-Аҫты ауылының ғәжәйеп егете - билдәле журналист, мөхәррир һәм дәүләт эшмәкәре Марат Тәлғәт улы Әбүзәров.

«Ғәжәйеп егет» тигән һүҙбәйләнеште юҡҡа ҡулланманым. Уны белгән, уның менән аралашып йәшәгән һәммә кеше лә был ҡылыҡһырлама менән, моғайын, килешер. Тәбиғәттән, нәҫелдән бирелгән һәләт, отҡорлоҡ, зиһен байлығы, тел байлығы Марат Әбүзәровҡа шәхес булараҡ бик тә иртә өлгөрөп, бик тә иртә юғары вазифалар биләргә ярҙам иткәндер ҙә инде.

Үҙ ауылындағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, Марат уҡыуын Еҙем аръяғындағы Имәндәш урта мәктәбендә дауам итә. Үтә лә зирәк, теремек үҫмер яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнашып, стена гәзитенә хәбәрҙәр яҙып, райондың «Йондоҙ», «Башҡортостан пионеры» республика гәзиттәрендә 9 йәшендә тәүге шиғырҙарын һәм нәҫерҙәрен баҫтырып, тиҙ арала күптәрҙе таң ҡалдыра.

Уҙған быуаттың 70-се йылдары ине Мараттың әҙәби ижад күгенә талпынған тәүге ынтылышы. Мин уны нәҡ шул осорҙа матбуғатта донъя күргән әҫәрҙәре аша ғына белә инем. Ә инде күҙмә-күҙ ҡарашып күрешеү 80-се йылдар аҙағында булды. Был ваҡытта инде яҡташым Башҡорт дәүләт университетында өс йыл белем алып, артабан Ленинград дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлап, 1980 йылда Башҡортостанға төплө кадр булып ҡайтып төшә. «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында башта хәбәрсе, артабан ижтимағи-сәйәси бүлек мөдире булып эшләп йөрөгән журналисты 1982 йылда урыҫса һәм башҡортса нәшер ителгән «Ленинец»-«Ленинсы» гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләп ҡуялар. Ә был ваҡытта Марат Әбүзәровҡа ни бары 24 йәш була.

Минең район гәзитендә мөхәррир урынбаҫары булып эшләп йөрөгән саҡ. 1989 йылда уның тәҡдиме менән “Ленинец” – “Ленинсы” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары булып эш башланым.

Әммә Марат Тәлғәт улының урынбаҫары булып оҙаҡ эшләргә насип булманы. Илдә үҙгәртеп ҡороу һәм билдәлелек «мода»ға ингән дәүер ине. СССР тигән дәүләтебеҙ йәшәһә лә, хаким ролен үтәгән КПСС бәлтерәй башлаған саҡ. Йәмғиәттә барған ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙы матбуғат биттәрендә ҡыйыуыраҡ яҡтыртыу форсаты тыуһа ла, партия әһелдәре дөрөҫлөктө өнәп етмәй ине – улар өсөн бар нәмәнең дә тыштан булһа ла матур һәм шыма булыуы шарт.

Йәштәргә хас ҡыйыулыҡ һәм дыуамаллыҡ менән «Ленинец»-«Ленинсы» үҙ биттәрендә болғауыр замандың киҫкен проблемаларына арналған үткер мәҡәләләр баҫтыра башланы.

Ағиҙел ҡалаһында атом электр станцияһына нигеҙ һалынған ваҡыт. Уны төҙөүҙең халыҡтың һаулығы, именлеге һәм экология өсөн үтә лә хәүефле буласағы хаҡында нәҡ «Ленинец»-«Ленинсы» гәзите яҙып сыҡты. Һөҙөмтә билдәле: матбуғат көсө һәм йәмәғәтселек фекере оло төҙөлөштө туҡтатыуға иреште.

Иштуған һыуһаҡлағысын төҙөүгә ҡаршы йүнәлтелгән күләмле тәнҡит мәҡәләләре лә КПСС өлкә комитетының беренсе секретары Рефмир Хәбибуллинды сығарынан сығара – ВЛКСМ өлкә комитетының беренсе секретары Рафаэль Сафуановҡа Марат Әбүзәровты саҡыртып, уға тейешле яза бирергә ҡуша. Һөҙөмтәлә, ВЛКСМ өлкә комитеты бюроһы мөхәрриргә шелтә бирә. Әммә һуңынан үткән пленумда бер төркөм комсомол етәкселәре, Марат Тәлғәт улын яҡлап сығыш яһап, бюро язаһын ғәмәлдән сығарыуға ирешә.

1989 йылда, сәйәсәт майҙанына талпынып килеп ингән һәм ил ҡоролошон үҙгәртеү кәрәклеген тәҡрарлаған КПСС-тың Мәскәү ҡала комитеты етәксеһе Борис Ельцинды Кремль «ауыҙлыҡларға» маташҡан мәлдә, беҙҙең гәзит уның менән интервью баҫтырып сығарҙы. Тотош бер битте биләгән был яҙма юғары власть өсөн аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итте. Баҡтиһәң, «дыуамал сәйәсмән» тураһында яҙып сыҡҡан гәзитебеҙ илдә берҙән-бер баҫма булған икән. КПСС-тың өлкә комитеты хужаһы Р.Хәбибуллин әфәнде йәнә Р.Сафуановты саҡыртып ала ла: «Былай булмай, етте! Үҙең эштән китәһең, йә иһә Әбүзәровты ҡыуаһың!» - тип әмер бирә.

Был хаҡта өлкә комитетынан сираттағы мәртәбә «туҡмалып» ҡайтҡан Марат Тәлғәт улы эш аҙағында миңә үҙе һөйләне.

- Рафаэль Мәхмүтович: «Мин Мәскәүҙәге Ижтимағи фәндәр академияһына уҡырға керергә йыйынам, шуға күрә үҙ вазифамдан ҡолаҡ ҡаға алмайым», - тине. Мин, ярай, аңлашылды, үҙем китәм, тинем дә ғариза яҙып, ҡулына тоттороп сығып киттем, - тип «өҫтә» булған күңелһеҙ һөйләшеүҙе бәйән итте ул.

Егет һүҙе бер була. 1989 йылдың июнь айында Марат Тәлғәт улы гәзиттән китте... Дөрөҫөрәге, китергә мәжбүр булды. Ете йыл буйы баш мөхәррир вазифаһын башҡарған, артабан да матбуғатта ең һыҙғанып эшләрлек булдыҡлы журналисты ВЛКСМ өлкә комитеты аппаратына эшкә күсерҙеләр.

Эйе, үҙ заманыңдың ҡыйыу ҡәләм оҫтаһы булыу, дөрөҫлөктө яҙыу ғүмер баҡый властар тарафынан хупланмаған һәм хуп-ланмай ҙа. Һәр дәүерҙә журналистарҙың, урыҫ әйтеменсә, һыуҙан шымыраҡ, үләндән түбәнерәк булыуы хуп күрелә. Әммә был аҙымға барыу - үҙ намыҫыңа төкөрөү тигән һүҙ. Ысын журналистар ғына, власть алдында аумаҡайланмай, үҙ позицияһында ҡала белә. Марат Әбүзәров та үҙ иманына, үҙ йәшәү принциптарына тоғро ҡалды һәм намыҫлы ҡәләм оҫтаһы булып танылды.

Уның был профессиональ һәм кешелек сифаттары Башҡортостандың Юғары Советы Президиумы Рәйесе итеп Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов һайланғас, 1990 йылда матбуғат хеҙмәтен булдырғанда бик тә кәрәк булды. Һәр эште юғары сифат менән тиҙ арала атҡарып ҡуйған, урыҫ һәм башҡорт телдәрен берҙәй яҡшы белгән әҙерлекле белгес, артабан президент институты индерелгәс тә, алмаштырғыһыҙ матбуғат етәксеһе булып эшләне. Тәүге Президенттың матбуғат буйынса төп ярҙамсыһы булыу, әлбиттә, һәр кемгә тәтемәй. Был яуаплы вазифаны Марат Тәлғәт улы Әбүзәров юғары кимәлдә башҡарып, республика етәкселеге һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәренең ихтирамына лайыҡ булды.

Күп мәсьәләләр буйынса хәбәрҙар, төплө белемле булыуы, киң күңеллелеге, эскерһеҙлеге һәм ябайлығы менән дә ҙур абруй ҡаҙанды ул. Ихлас әңгәмәсе лә, көләмәстәр оҫтаһы ла, йыр-моңдо яратҡан музыкант та ине ул. Кемгә генә ярҙам итмәне: туғандарына ла, һабаҡташтарына ла, ҡәләмдәштәренә лә. Шуға уны барыһы ла яратты, хөрмәт итте, «О-о, беҙҙең Марат шәп егет бит ул!» - ти торғайны яҡташтарым, уның менән ғорурланып.

- Әбүзәров кеүек һәр нәмәгә маһир егеттәрҙе «штучный товар» тиҙәр, бик һәләтле журналист ине, - тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты күренекле дәүләт эшмәкәре Урал Насир улы Бакиров.

Ғаиләһенән дә уңды Марат Тәлғәт улы. Оҙаҡ йылдар «Һәнәк» журналы редакцияһында һәм артабан дәүләт хеҙмәтендә эшләгән хәләл ефете Лилиә Фаяз ҡыҙы (күренекле шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның бер туған һеңлеһе) менән Гөлназ исемле ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр бит: журналистар ғаиләһендә тәрбиәләнгән бала, Башҡорт дәүләт университетында белем алып, ата-әсәһе юлын дауам итте. Гөлназ Марат ҡыҙы байтаҡ йылдар инде Башҡортостан Республикаһының Милли банкында матбуғат хеҙмәтенә етәкселек итә. Матур ғаилә ҡороп, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр, хаҡлы ялдағы Лилиә Фаяз ҡыҙы иһә бөгөн – ейән-ейәнсәре өсөн өлтөрәп торған бәхетле өләсәй.

Марат Әбүзәров дәүләт эшмәкәре булып танылһа ла, нисек кенә булмаһын, ғүмере буйы ижад кешеһе булып ҡалды. Ул - байтаҡ шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәр авторы. Әммә баҫалҡылығы арҡаһында уларҙы бергә туплап, китап итеп нәшерләү тураһында уйламаған, күрәһең. Хәйер, ваҡыты ла булмағандыр инде – дәүләт хеҙмәте електе ныҡ һура бит ул.

Ә бына «Ыҙан» пьесаһы хаҡында айырым әйтеп китергә кәрәк булыр. Бер көндө ул миңә шылтыратып:

- Сәләм, Нияз! Беләһеңме, мин бер сәхнә әҫәре яҙып ташланым бит әле, - тине көр тауыш менән. – Шуны тиҙҙән Стәрлетамаҡ театры ҡуясаҡ.

- Ҡотлайым, Марат! –тинем мин, ихлас шатланып.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең уй-ниәт тормошҡа ашманы. Ҡапыл сирләп китеп, 1996 йылдың 21 июлендә талантлы журналист, дәүләт эшмәкәре, ВЛКСМ-дың XX съезы делегаты Марат Тәлғәт улы Әбүзәровтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны...

Марат Тәлғәт улының тәүге хәтер кисәһен Лилиә Фаяз ҡыҙының тәҡдиме менән 1998 йылда Стәрлетамаҡ театрында үткәрергә булдыҡ. Халҡыбыҙ өсөн үтә лә мөһим ер һәм тел мәсьәләләрен күтәргән «Ыҙан» спектаклен йәнә сәхнәләштереүҙәрен үтендек. Рәхмәт театр етәкселегенә – һүҙебеҙҙе кире йыҡманылар.

Танылған яҙыусы, публицист Ғәзим Шафиҡов, был пьесаны уҡып сығып, «Ыҙан»ға юғары баһа бирә һәм «башҡорт әҙәбиәтенә аяҡ баҫҡан йәш драматургтың баҡыйлыҡҡа бик тә иртә күсеүенә» ҙур үкенес белдерә.

Ғүмер юлын, гүйә, ярһыу атта елдереп үткәндәй, үҙ артында яҡты эҙ ҡалдырған, халҡы өсөн янып йәшәгән, зат-зәүеренең шөһрәтен күтәргән талант эйәһенә ошо көндәрҙә 60 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғаныс, әлбиттә: аҫыл таштай ир-уҙамандарҙы үҙ ваҡытында ҡурсалай ҙа, баһалай ҙа алмайбыҙ, хатта был хаҡта уйлап та бирмәйбеҙ... Ә бит илебеҙ, ҡәүемебеҙ бөгөн шундай булдыҡлы бөркөт-азаматтарға бик тә мохтаж.

Әммә шуныһы хаҡ: башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре исемлегендә Марат Тәлғәт улы Әбүзәров лайыҡлы урын биләп тора һәм торасаҡ та. Кескәй генә Таш-Аҫты ауылында тыуып-үҫеп, ҙур дәрәжәләргә ирешкән һәм Башҡортостанын, ғәзиз халҡын данлаған Уҡлыҡаялай ғорур затты онотоу мөмкин түгел.