-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль , 12:09

Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләр берҙәм социаль статус алды

Рәсәй Президенты указы нигеҙендә күп балалы ғаиләләр берҙәм социаль статус алды. Үҙгәрештәр хаҡында Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре һөйләй.

Яңы документ буйынса, 3 һәм унан күберәк балалы ғаилә күп балалы тип иҫәпләнә. Бындай ғаиләләр берҙәм федераль өлгөләге таныҡлыҡ аласаҡ.

Ғаилә социаль ярҙам сараларын өлкән балаға 18 йәш йәки, көндөҙгө бүлектә уҡыһа, 23 йәш тулғансы алырға мөмкин.

Указ:
- бала тыуыу һәм тәрбиәләүгә бәйле дәүләт пособиеларын һәм түләүҙәрен;
- хеҙмәт өлкәһендә ярҙам сараларын;
- күп балалы әсәнең ваҡытынан алда пенсияға сығыуын;
- күп балалы ата-әсәгә һөнәри белем биреүҙе;
- йәшәү урынына ҡарамаҫтан, мәҙәниәт учреждениеларына һәм парктарға республика билдәләгән тәртиптә бушлай йөрөүҙе гарантиялай.

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам мәсьәләләре йәһәтенән йәшәгән урын буйынса халыҡты социаль яҡлау учреждениеларына һәм Күп функциялы үҙәккә йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Халыҡты социаль яҡлау учреждениеларының адрестары - ошонда: vk.cc/cugPZY.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас в