+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Февраль , 14:43

2024 йылдың 9 февралендә махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары өсөн «Ярҙам поезы» Иглин районына юллана

Мохтаждарға йәшәү урыны буйынса тейешле социаль һәм юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында ярҙам акцияһын «Ватан һаҡсылары» фонды филиалы ойоштора. Осрашыуҙа шулай уҡ психологтар, нотариустар, банк хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр консультация үткәрә.

Консультациялар үткәреү ваҡыты: сәғәт 11-ҙән 14:00 сәғәткә тиклем.

Адресы: Иглин ауылы, Свердлов урамы, 15-се йорт (район мәҙәниәт йорто).

Иглин, Нуриман һәм яҡын-тирәләге башҡа райондарҙа йәшәүселәрҙең консультация алыу мөмкинлеге бар.

Алдан яҙылыу талап ителмәй.

Өҫтәмә һорауҙар менән 8 (347) 268-01-02 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Фонд филиалының адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107-се йорт.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә төбәк ярҙам саралары буйынса чат-бот әҙерләне. Унда түләүҙәр һәм ташламалар тураһында тулы мәғлүмәт табырға мөмкин: vk.cc/cpMRvx.

«Ватан һаҡсылары» фонды Рәсәй Президенты бойороғо нигеҙендә ойошторолдо.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: