Йәшәү урынын алмаштырғандан һуң пенсияны иҫәпләү һәм яңы адресҡа алып барыу өсөн яҡындағы Социаль фондтың клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк (vk.cc/czJqEa).
Яңы төбәктә пенсия күләменең үҙгәреүе ихтимал.
Түбәндәге осраҡтарҙа түләүҙе ҡайтанан иҫәпләйҙәр:
- йәшәү минимумына еткереп өҫтәмә түләү алғанда. Башҡортостанда пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумы 2024 йылда – 12 530, 2025 йылда – 13 573 һум;
- Алыҫ Төньяҡ райондарҙан һәм уларға тиңләштерелгән урындарҙан күсеп килгәндә һәм киреһенсә унда күскәндә.
Адресығыҙҙы һәм пенсияны тапшырыу ысулын Дәүләт хеҙмәттәрендә лә үҙгәртергә мөмкин: vk.cc/ci7Wzq.