-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бейей-бейей оҫтаралар!

Ғафури бейеүселәре Стәрлетамаҡта Гран-при яуланы!

Бейей-бейей оҫтаралар!
Бейей-бейей оҫтаралар!

Бөгөн, 24 апрель, Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Ижадсылар һәм таланттар" Бөтә Рәсәй бейеү конкурсына районыбыҙҙың бейеү коллективтары уңышлы сығыш яһаны. Халыҡ традицияларын һаҡлағандары өсөн "Быҙыбыт" өлгөлө балалар халыҡ бейеү коллективы (етәкселәре - Илшат Хәбибуллин) Гран-приға, ансамблдең кесе һәм өлкән төркөмдәре 1-се дәрәжә Лауреат, солист Илшат Ҡотов 2-се дәрәжә Лауреат исемдәренә лайыҡ булды. Айгөл Буранова етәкләгән "Айгүзәл", "Төлкәҫ" өлгөлө бейеү коллективтары һәм солистка Самира Ноғайғолова 1-се дәрәжә Лауреат исемдәренә, "Аманат" (Балалар ижады үҙәге) бейеү коллективы 3-сө дәрәжә Диплом яуланы. Талантлы бейеүселәрҙе һәм уларҙың талантлы етәкселәрен ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы үрҙәр, зал тулы тамашасылар теләйбеҙ!

Бейей-бейей оҫтаралар!
Бейей-бейей оҫтаралар!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас в