+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
23 Апрель 2022, 13:25

“Өс мөйөшлө хаттар”

Күптән түгел генә беҙ, өс кеше: Яугилденән мин, Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы Миниязова, Бурлынан Вадим Рәшит улы Ғүмәров һәм Уҫман ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Салауат ҡалаһында йәшәүсе Нәжибә Әхмәтдин ҡыҙы Фәйзуллина “Алтын тирмә” тапшыры-уын яҙҙырыу өсөн Өфөлә булып ҡайттыҡ. Беҙҙең саҡырылыуыбыҙҙың сәбәбе һәм тапшырыуҙың темаһы - “Өс мөйөшлө хаттар”. Беләбеҙ, улар ябай хаттар түгел, ә Бөйөк Ватан һуғышы яландарынан яҙылғандар. Бөгөнгө көндә ул хаттар бик һирәк кешеләрҙә һәм муҙейҙарҙа ғына һаҡлана.

“Өс мөйөшлө хаттар”
“Өс мөйөшлө хаттар”

Беҙҙең Яугилде ауылының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Рәхимә Зариф ҡыҙы Нуриева һаҡлаған, һуңынан Лира Мәүлимбирҙе ҡыҙы Ғәлиәхмәтова музейға тапшырған хат бар. Ул хатты Бурлы ауылында тыуған Ғәлим Ғәни улы Вәлиев үҙенең ҡатынына - Рәхимә әбейгә яҙған. 1945 йылдың 19 майында Берлиндан яҙылған хатта һағыныу һәм һөйөү хистәре, шатлыҡ һәм Еңеү өсөн ғорурлыҡ ярылып ята. Хатты уҡып, шул юлдарҙы яҙған кешегә һоҡланыу тыуа, ауыр һуғыш юлы үтеп тә үҙҙәренең нескә хистәрен, рух ныҡлығын юғалтмағандарға ихтирам арта. Әйткәнемде дәлилләү өсөн хаттан өҙөктәр килтерәм.
“Берлиндан сәләм! Рәхимә, барығыҙға ла һағынышлы сәләм ебәрәм һәм сәләмәтлек теләйем. Беҙ кисә Берлиндан сығып көнсығышҡа табан бер ергә килеп урынлаштыҡ. Һеҙҙең ай элек яҙған хаттарығыҙҙы алып, уҡып ғәйәт шатландым. Был арала хат булмауына көйөнөп тора инем. Ауырып алғанһығыҙ икән, сәләмәтләнеүегеҙҙе белеп шатландым. Мин дә һеҙҙе бик-бик һағындым. Иҫкә төшкәндә һыҡранып ҡуям.
Ярай, күбен түҙҙек һәм иҫән ҡалдыҡ. Һанаулы көндәр эсендә ҡауышырбыҙ, шатланышырбыҙ, йәнем! Беҙҙе тиҙҙән армиянан азат итеп илдәребеҙгә ҡайтарыу турында хәстәрлек күрәләр. Көтөгөҙ! Дошманды тар-мар иттек, теләгебеҙгә ирештек. Берлин өҫтөндә беҙҙең еңеү флагы елберҙәй. Ниндәй ҙур шатлыҡ!”
Яугилде ауылынан һуғышҡа алынған Абдулхаҡ Ғәбиҙулла улы Сәфиуллиндың да байтаҡ хаттарын ейәне Дамир Ғабделхай улы һаҡлай. Латин хәрефтәре менән яҙылған был өс мөйөшлө хаттарҙа ла тыуған яғын, ғаиләһен һағыныуҙы, тыуған илгә әйләнеп ҡайтыу өмөттәрен уҡыйым.
“Ерән атым елә арттан,
Даға, йүгәнен күрәм.
Һис берәүгә үпкәләмәйем,
Үҙ бәхетемдән күрәм”, - тип йыр ҙа яҙған ефрейтор наводчик Абдулхаҡ Сәфиуллин 1944 йылдың 19 мартында Одесса тирәһендә һәләк була. Уның туғаны Асфат Сафиндың (Сафиуллин) Аҡтүбә ҡалаһында лейтенанттар әҙерләү курсынан яҙған хаты һаҡлана. Егерме йәшлек Асфат Ғайфулла улы 1945 йылдың мартында хәбәрһеҙ юғала.
Шулай, һәләк булғандарҙың ҡулдары менән яҙылған, үҙҙәре булмаһа ла, иҫтәлектәрен һаҡлаған хаттарҙы уҡыуы бигерәк моңһоу. Ләкин уларҙың ғүмере бушҡа киҫелмәгәнде аңлайбыҙ.
Вадим Рәшит улы һөйләгән тарих та һөйөүгә тоғролоҡ, Еңеүгә шатлыҡ өлгөһө булып тора. 60 йыл бергә ғүмер иткән Әхмәт Миңлебай улы Зәйнуллин һәм уның ҡатыны Мәрхәбә тураһында булды Ғүмәровтың һүҙе. Медицина хеҙмәте гвардия өлкән лейтенанты, полк санитария бүлеге начальнигы Әхмәт Зәйнуллин бына нимәләр яҙа: “1943 йыл, 4 февраль. Һөйөклөм Мәрхәбә! Һағынышлы сәләмдәр ебәрәм һәм оло шатлығымды хәбәр итәйем әле. Беҙҙең ғәскәрҙәр ҡыйыу рәүештә алға бара. Шуны хәбәр итәм: Ҡыҙыл Армияға ҡорал әҙерләү өсөн 2000 һум аҡса күсерҙем. Тимәк, хәҙер үҙем генә түгел, йыйып килгән аҡсам да дошманды туҡмарға, еңеү сәғәтен яҡынайтырға ярҙам итәсәк. ...Бөйөк Еңеү, беҙҙең бәхетле киләсәгебеҙ өсөн ғүмеремде ҡорбан итергә лә ризамын”.
Әхмәт Миңлебай улы Польша еренә тиклем етеп, тере ҡала, әммә 1944 йылда снаряд ярсығынан баш һөйәге йәрәхәтләнә. Яугир шул ярсыҡты вафат булғансы башында йөрөтә, Мәрхәбәһе – аҡҡошо уның ике ҡанаты була. 1941 йылдың 27 апрелендә ҡауышып, яуыз һуғыш һынауҙары үтеп, мөхәббәттәренә тоғро ҡалған Зәйнуллиндар өс ҡыҙ үҫтерәләр һәм алтмыш йыл бергә ғүмер кисерәләр.
Бер генә һөйләмдән торған хаты ла бар Әхмәт Миңлебай улының: “1945 йыл 9 май. Еңеү!”.
Уҫман ауылында һаҡланған хаттар тураһында Нәжибә Әхмәтдин ҡыҙы шуны һөйләне:
- Инәйем вафат булғансы баш осонда бер төйөнсәк һаҡланы, беҙ уны Ҡөрьән китабы, тип уйланыҡ, теймәнек, асып ҡараманыҡ. Үҙен һуңғы юлға оҙатҡас, асып ҡараһам, Ҡөрьән китабы эсендә өс мөйөшлө хаттар табып алдым. Ул инәйемдең тәүге иренең һәм олатайымдың хаттары булып сыҡты. Ул хаттарҙы инде ваҡыт ныҡ таушаған, теткеләгән, ләкин бер ни тиклем мәғлүмәт һаҡлаған.
“Өс мөйөшлө хаттар” - ул ҡағыҙ киҫәге генә түгел, улар – ҡәҙерле кешеләребеҙҙең иҫтәлеге, һуғыш балаларының ҡыҙ-улдарына, беҙҙең быуынға, инде ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә аманат та. Тыныслыҡҡа, дуҫ, татыу йәшәүгә саҡырыу ҙа, дошманлашыуға ҡаршы киҫәтеү ҙә тип ҡабул итһәк ине уларҙы.
“Алтын тирмә” тапшырыуы май башында эфирға сығасаҡ, был юҡтан ғына түгел. Бөйөк Еңеүҙе яулаған яугир ауылдаштарыбыҙҙы иҫләү, батырлыҡтары алдында баш эйеү һәм уларҙың иҫтәлеге булған “өс мөйөшлө хаттар”ҙы юғалтмау, эҙләү, табыу, һаҡлау өсөн музейҙарға тапшырыу маҡсаты менән дә шулай эшләнә.
“Өс мөйөшлө хаттар” тапшырыуына әйҙәүсе Хәбирә Әбдрәхим ҡыҙы Хәмиҙуллинаға, башҡортса Википедия хакимы (администраторы) Зөфәр Ғәбделәхәт улы Сәлиховҡа, олатаһының хаттары менән уртаҡлашҡан Дамир Ғабделхай улы Сәфиуллинға һәм Ғафури район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмоваға, мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатовҡа оло рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Гәзит уҡыусыларҙы, әгәр ҙә фронттан килгән сәләм хаттары булһа, үҙҙәрендә генә тотмай, башҡалар менән дә уртаҡлашыуҙарын һорайым, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә уларҙың әһәмиәте ҙур икәнлеген онотмаһаҡ ине.
Ошо тапшырыу уңайынан яҙылған шиғырымды ла өҫтәйем.
Өс мөйөшлө хаттар
Нисә йылдар алып ҡулдарыма
Ошо хаттар менән һөйләшәм.
Нисә йылдар үҙе ҡайтмаһа ла,
Ул янымда кеүек өндәшәм.
“Хатың миңә үҙең кеүек ғәзиз,
Үҙең кеүек яҡын, һөйгәнем.
Ғүмер буйы ҡабат-ҡабат уҡып,
Һәр һөйләмен яттан һөйләйем”.
Сәләмдәрен төргән йән киҫәгем
Өс мөйөшлө һалдат хатына.
Үҙәк өҙгөс һағышын да шунда
Йәшергәндер Еңеү хаҡына.
Өмөт тулы уның хаттарында
Һәр бер һүҙе һөйләй еңеүҙе:
“Мин ҡайтырмын Еңеү менән бергә
Һаҡла ғына, йәнем, һөйөүҙе!”
Ялан почтаһына яуап яҙҙым:
“Мин көтөрмөн, һаҡла үҙеңде!”
Өс мөйөшлө түгел, “ҡара ҡағыҙ”
Хәбәр итте яуыз үлемде.
...Нисә йылдар алып ҡулдарыма,
Ошо хаттар менән һөйләшәм...
Лилиә МИНИЯЗОВА.
Яугилде ауылы.

“Өс мөйөшлө хаттар”
“Өс мөйөшлө хаттар”
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: