+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
28 Апрель 2022, 19:00

«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» күргәҙмә-йәрминкәһе асылды

Оло быуын өсөн Башҡортостан Республикаһында «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелә. Проект программаһы республика биләмәһендә урынлашҡан туристик күрһәтеү объекттары, шул иҫәптән музейҙар, дини объекттар һәм йорт-ҡаралтылар буйлап сәфәрҙе күҙ уңында тота. Өфө буйлап «Башҡорт балы һәм лимондары» экскурсияһы Һеҙгә рәссам Адия Ситдиҡованың ижады менән танышырға тәҡдим итә.

«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» күргәҙмә-йәрминкәһе асылды
«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» күргәҙмә-йәрминкәһе асылды

Шәхси музей коллекцияһы менән үҙенсәлекле балды һәм Өфөнөң тәжрибә хужалығы-лимонарийҙы ҡараясаҡһығыҙ. Шулай уҡ экскурсияла башҡорт балын тәмләп ҡарау һәм хуш еҫле үлән сәйе эсеү ҡаралған. Программа аҙағында һеҙҙе Башҡортостан символдары - Салауат Юлаев һәйкәлен һәм Дуҫлыҡ монументын ҡарау менән Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөү көтә. Проектта ҡатнашыу бушлай, экскурсияға барыу пакетына автобусты ҡуртымға алыу, турҙа ҡатнашыусыларҙы страховкалау, музейҙарға барыу, ҡала буйлап күҙәтеү экскурсияһы (гид-экскурсовод оҙатыуында) инә. Сарала ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең аҡсаһы иҫәбенә туҡландырыу (200-300 һум). Туристик сәфәрҙә 60 йәштән өлкән ир-егеттәр, 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Проект сиктәрендә йылына бер тапҡыр Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сығырға мөмкин. Унда ҡатнашыу өсөн оҙон ғүмерлелек сайтында теркәлергә.Соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм турға яҙылырға йәки 8 (34740) 2-14-06 телефоны буйынса Ғафури районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» күргәҙмә-йәрминкәһе асылды
«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» күргәҙмә-йәрминкәһе асылды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: