-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Имәндәштә – Еңеү яҙы!

Бөгөн Имәндәш мәктәбендә "Еңеү яҙы килә еремә" тигән йөкмәткеле матур сара үтте.

Имәндәштә – Еңеү яҙы!
Имәндәштә – Еңеү яҙы!

Сараның ойоштороусыһы һәм алып барыусыһы тарих уҡытыусыһы Расих Ишмырҙа улы Муллашев уҡыусыларға һәм килгән халыҡты, ауылдың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандары менән таныштырып, уларҙың батырлыҡтарын һөйләп китте.  Һәр класс концерт номеры әҙерләгән: кемдер йыр, кемдер бейеү менән сығыш яһаны. Һуғыш йылы балалары, хәҙер инде 80-90 йәште үткән Урманшина Баныу, Йәғәфәрова Зәйтүнә, Һибәтуллина Нажия инәйҙәр саҡырылғайны, улар ҙа балалар алдында сығыш яһаны.  Расих Муллашев Еңеү көнөнә арнап шиғыр яҙған. Уның шиғырын башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлдәр Ишемйәрова уҡып ишеттерҙе. Концерт һуңынан күмәкләп фотоға төшөп, обелискка веноктар һалдыҡ, артабан ауыл урамы буйлап, һуғышта ҡатнашыусыларҙың портреттарын күтәреп "Үлемһеҙ полк"та үттек.

Рәмилә МӘХМҮТОВА.

Улар тыуған илде һаҡланы!
                          Р. Муллашев.
Оло ҡайғы килгәс ил өҫтөнә
Ҡырҡ беренсе йылдың таңында,
Илбаҫарҙан илде һаҡлау тигән
Бурыс торҙо халҡым алдында.

Теҙ сүкмәне халҡым, бирешмәне,
Ҡорос ҡалҡан булып торҙо ла,
Берҙәм булып фашист януарҙарын
Үҙ өңөнә табан борҙолар.

Имәндәшем дә был көрәшкә
Тыуған илде яҡлап ҡуҙғалды,
Йөҙ алтмыш бер батыр ир-егете
Һуғыш ҡырҙарына юл алды.

Ошо батырҙарҙың етмеш бише
Ватан өсөн башын һалдылар.
Тыуған илдәренә ни бары тик
“Ҡара ҡағыҙ” булып ҡайттылар.

Сит ерҙәрҙә ятып ҡалһалар ҙа,
Улар бушҡа ятып ҡалманы,
Ҡара болот булған фашистарҙан
Тыуған илебеҙҙе һаҡланы...

... Ә ауылда... Ир-егеттәр киткәс
Ҡатын-ҡыҙҙар бөгөлөп төшмәне,
Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн
Көндө төнгә ялғап эшләне.

Баҫыуҙарҙа иген үҫтерҙеләр,
Урмандарҙа ағас киҫтеләр,
Ирҙәр түҙә алмаҫ эштәр эшләп,
Йәп-йәш ҡыҙҙар нужа кистеләр.

Ауырлыҡтан билдәр өҙөлә яҙа...
Устар ҡабаралар... Ҡан тама...
Тик кемдәр һуң һуғыш осоронда
Алған яра менән маҡтана.

Улар ҙа бит ысын һалдат булды,
Яугир булды, ситтә ҡалманы,
Тылдан тороп ирҙәр менән бергә
Тыуған илебеҙҙе һаҡланы!

Имәндәштә – Еңеү яҙы!
Имәндәштә – Еңеү яҙы!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: