+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғафуриҙар “Хәтер баҡсаһы”на ҡушылды

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығы алдынан Ғафури районында «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы уҙҙы.

Ғафуриҙар “Хәтер баҡсаһы”на ҡушылды
Ғафуриҙар “Хәтер баҡсаһы”на ҡушылды

Акция сиктәрендә Красноусол ауылында Советтар Союзы Геройы Горин Анатолий Сергеевич хөрмәтенә «Хәтер баҡсаһы» барлыҡҡа килде. Сарала Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Геройҙың туғандары, «Десант» ойошмаһы тәрбиәләнеүселәре, йәш армеецтар, урам халҡы ҡатнашты. Акцияла ҡатнашыусылар 20 ҡыҙыл миләш үҫентеһе ултыртты, ҡоймалар ҡуйҙы.

Был көндө Бурлы ауыл советы биләмәһендә лә яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә 3,5 гектар урман фонды еренә 14 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.

«Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы тәүге тапҡыр 2020 йылда уҙғарылды. Уның маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 27 миллион кеше иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу. Тәүге ике йылда акцияға Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 2 миллиондан ашыу кеше ҡушылды.


#Гафурийскийрайон #ЗеленаяБашкирия #Садпамяти #зеленаявесна #экомарафон #нацпроектэкология #нацпроект #национальныепроекты #нацпроектбашкортостана

Ғафуриҙар “Хәтер баҡсаһы”на ҡушылды
Ғафуриҙар “Хәтер баҡсаһы”на ҡушылды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: