+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хәтерләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!

Ғафури районында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығы “Үлемһеҙ полк”тан башланды.

Хәтерләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!
Хәтерләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!

Район үҙәгенең үҙәк урамдарын Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән туғандарының һәм яҡындарының фотоһүрәттәре менән йөрөштә ҡатнашыусылар менән тулды. Һуңынан Мәжит Ғафури исемендәге майҙанда тантаналы митинг уҙҙы. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар һәм Мәңгелек утҡа сәскәләр һалынды. Митинг тамамланғандан һуң байрамға йыйылыусылар хәрби техника парады үтте һәм «Хәтерләйем! Мин ғорурланам!» концертын тамаша ҡылды.

Рәсми өлөш тамамланғас, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветерандарҙың йорттарына барыу ойошторолдо. Хөснөтдинов Рамаҙан Ғәйнетдин улы, Шәрипов Вилдан Әйүп улы, Садиҡов Ғәбдрәхим Саттар улы һәм Зарипов Таиф Хәким улы рәхмәт һүҙҙәре, ҡотлауҙар һәм бүләктәр ҡабул итте. Мәжит Ғафури исемендәге майҙанда Бөйөк Еңеүҙе байрам итеү кискә ҡәҙәр дауам итәсәк һәм 11.00 сәғәттә байрам салюты менән тамамланасаҡ.

Хәтерләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!
Хәтерләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: