+13 °С
Ямғыр
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев “Медиаилһөйәрлек” темаһына оҫталыҡ дәресендә сығыш яһап, бөгөнгө журналистиканың төп йүнәлештәре, ул таянырға тейешле ҡиммәттәр тураһында әйтеп үтте. “Бөгөн беренсе булып хәбәр итеү түгел, дөрөҫ хәбәр еткереү мөһимерәк”, - тине ул үҙ сығышында.
Пленар өлөштән һуң журналистар оҫталыҡ дәрестәрендә булды. Милли баҫма журналистары "Милли киң мәғлүмәт саралары яңы саҡырыуҙар шарттарында" секцияһында эшләне.