+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бәхил бул, яугир!

Улар районыбыҙҙа дүртәү ине – Вилдан Әйүп улы Шәрипов, Рамазан Ғәйнетдин улы Хөснөтдинов, Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡов, Таиф Хәким улы Зарипов – утты-һыуҙы кискән ҡаһарман йөрәкле ветерандарыбыҙ...10 июль таңында хөрмәтле ветераныбыҙ Рамазан Ғәйнетдин улы Хөснөтдинов мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо...

Бәхил бул, яугир!
Бәхил бул, яугир!

 

Күп йылдар үтһә лә һуғыш хәсрәттәре, михнәттәре лә онотолмай. Һуғыштың тере шаһиты булған ветерандарыбыҙҙың элекке яралары һаман һулҡылдап һыҙлай, йөрәктәрен әрнетә. Еңеүҙе яҡынайтҡан, барыһы ла илем, ерем тип көрәшкән, маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны кәмегәндән-кәмей.

Рамазан Хөснөтдинов 1926 йылдың 10 апрелендә Ҡолҡан ауылында донъяға килгән. Бөйөк Ватан һуғышына 1943 йылдың ноябрендә саҡырыла. Башта Өфөләге уҡыу полкында 6 ай әҙерлек курстары үткәндән һуң, ефрейтор званиеһы биреп, Алкинола ойошторолған часть составында Белоруссияға ебәрәләр. Танк ротаһында автоматсы булып алышҡа инә. Бөйөк Еңеү яҙын ул Берлинда, гвардия кесе сержанты булып ҡаршылай. Демобилизациянан һуң Красноусол быяла заводында һәм башҡа ойошмаларҙа водитель булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ветстанцияла эшләүен дауам итә. 1948 йылда Рәшиҙә Йәһүҙә ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, 5 балаға ғүмер биргәндәр.

Ғүмеренең аҙағына тиклем йөрәгендә тыуған иленә оло һөйөү һаҡлаған ветераныбыҙ 96 йәшендә вафат булды. 

Бәхил бул , яугир!

Бәхил бул, яугир!
Бәхил бул, яугир!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: