+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Герой исеме мәңгеләштерелде

Бөгөн Игенйылға ауылының мәҙәниәт йорто биләмәһендә урынлаштырылған Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Дан орденының тулы кавалеры  Хөснулла Хәбибназар улы Йәркәйевҡа  (Яркалов) бюст асыу тантанаһы үтте.

Герой исеме мәңгеләштерелде
Герой исеме мәңгеләштерелде

Унда район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Өфөнән журналист, публицист, Герой ауылдаштарының исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалған, республика Хәрби Дан музейының элекке ғилми хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Фәрит Вахитов, Хөснулла Йәркәйевтың туғаны Тамара Сафарова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, йәмәғәт эшмәкәре, мәғариф ветераны Ғәлинур Ҡалмырҙин, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров, Хәрби бәрелештәр ветерандар ойошмаһы ветерандары, "Десант"  хәрби-патриотик клубы, «Йәш армия» ойошмаһы тәрбиәләнеүселәре һәм башҡа күп ҡунаҡтар, ауыл кешеләре ҡатнашты. Артабан  ауыл халҡын Игенйылға ауылының 300 йыллығына арналған байрам сараһы үҙенә йыйҙы.

Герой исеме мәңгеләштерелде
Герой исеме мәңгеләштерелде
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: