+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бәхил бул, яугир!

Тағы ла бер яугир райондашыбыҙ Зәки Зөфәр улы Урманшин арабыҙҙан китте.

Бәхил бул, яугир!
Бәхил бул, яугир!

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зәки Зөфәр улы 1925 йылдың 1 ғинуарында Сәйетбаба ауыл советына ҡараған Туғай ауылында тыуа. 17 йәшендә генә һуғышҡа алына, рядовой һалдат сик буйы ғәскәрҙәре сафында химвзводта хеҙмәт итә. Украина ерҙәрендә һуғыша, Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша, I дәрәжә Ватан һуғышы орденына, күп миҙалдарға лайыҡ була. Һуғыштан ҡаты яраланып тыуған яҡтарына ҡайта, илебеҙ үҫешенә фиҙакәр хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға.
Тормош иптәше Мәүлиҙә апай менән 62 йыл татыу ғүмер кисереп, 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Һуғыш ветераны Зәки Зөфәр улы ғүмеренең һуңғы йылдарын Салауат ҡалаһында балалары янында уҙғарҙы. Ул ауылынан ситтә йәшәгән осорҙа ла тыуған ауылы һулышынан, тыуған ауылы тормошонан ситтә булманы, мәғлүмәтле булды, хәленән килгәнсә һәр саҡ ауылына ярҙам ҡулы һуҙҙы. 24 июлдә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны З.З.Урманшинды тыуған ауылы Туғайҙа ауылдаштары, туғандары, район һәм ауыл хакимиәтенән, йәмәғәт ойошмаларынан килгән вәкилдәр хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты.
Яугир Зәки Зөфәр улының йәне йәннәттә булһын!

Бәхил бул, яугир!
Бәхил бул, яугир!
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: