-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Аттар сыҡты бәйгегә...

Ат сабышы элек-электән һабантуй байрамының иң сағыу биҙәге булып тора. Был бәйге башланыр ваҡытҡа күпселек байрамға килгән халыҡ, ҡунаҡтар ат сабышы барған урынға йыйылғайны. Ауыл биләмәләренән 31 ат ярышҡа әҙерләнеп, сабышҡа сығырға йөрьәт иткән ҡыйыуҙар араһында райондың бихисап ауыл биләмәләренән төрлө йәштәге ир-егеттәр бар ине.

Аттар сыҡты бәйгегә...
Аттар сыҡты бәйгегә...

Быйылғы ат сабышы башҡорт, таҙа һәм ҡатнаш тоҡомло юртаҡтар араһында айырым үтте. Башҡорт тоҡомло аттарҙа беренсе этапта Радик Түзбәков – “Йәшен” (ат хужаһы Владимир Түзбәков), Рифҡәт Фәхретдинов – “Барон” (“Урожай” КХ ЯСЙ-һе), Радик Бәхтийәров - “Скакун” (“Урожай” КХ ЯСЙ-һе), Арыҫлан Фәттәхов - “Ел”, Миңлеғәле Ғәзизов - “Орлик”, Фәнил Әхтәмов “Абрек” (Илшат Кинйәбулатов) ҡушаматлы атында, ошо уҡ тоҡомло аттар менән икенсе этапта Илья Миних – “Ласточка” (Олег Түзбәков), Руслан Фәхретдинов – “Ваня” (“Урожай” КХ ЯСЙ-һе), Айназ Юлбарисов – “Кашка” (Айнур Шәйхолов), Илнур Рәхмәтуллин – “Ислам” (Урал Сәйфуллин), Миңлеғәле Ғәзизов – “Вороной”, “Толпар”, Инсаф Бикташев – “Валера”һында, өсөнсө этапта Радик Түзбәков – “Аҡбуҙат”, Рифҡәт Фәхретдинов – “Берта” (“Урожай” КХ ЯСЙ-һе), Рәшит Бәхтийәров – “Мирон”, Илнур Рәхмәтуллин – “Майка”, Тимерйән Килмөхәмәтов – “Буян” (Миңлеғәле Ғәзизов), Әхмәт Аҫылбәков – “Буян”, Альберт Урманшин – “Ғафури” (Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе) ҡушаматлы атында ҡатнашты. Ә саф һәм ҡатнаш тоҡомло юртаҡтарҙа беренсе этапта Эдуард Түзбәков – “Малинка”, Радик Түзбәков – “Эрмитаж” (Владимир Түзбәков), Илшат Ғиззәтуллин – “Тоғро”, Рифат Ҡаҙаҡҡолов – “Клотик” (Ринат Ҡаҙаҡҡолов), Ринат Ҡазаҡҡолов – “Ялҡын”, Әхмәт Аҫылбәков – “Игрун”, икенсе этапта Эдуард Түзбәков – “Карнет”, Эдуард Кәримов – “Гермес”, Фәнис Фәхретдинов – “Патрисия”, Фидан Хәбибуллин – “Аман”, Тимур Ишмаев – “Кукла” (Рафаил Бәхтейәров), өсөнсө этапта ситтән килгән ярышыусылар менән бергә Эдуард Түзбәков – “Крона”, Владимир Васильев – “Абдулла”, Василий Кудрямов – “Герда” ҡушаматлы атта ярышты.
Һәр этапта ла, аттарға старт бирелеү менән, улар уҡтай алға ынтылды. Уларға идара иткән ир-аттар ҙа осоп килгән кеүек тойолдо. Әлбиттә, һәр кем атта елдәй елә алмай, һыбай йөрөргә лә оҫталыҡ, таһыллыҡ, ҡыйыулыҡ кәрәк. Бына, етеҙ аттар күҙ асып йомған арала финишҡа килеп тә етте. Башҡорт тоҡомло аттарҙа Арыҫлан Аҫылбәков еңеү яуланы. Икенсе урынды – Зиннур Юлбирҙин, өсөнсөнө - Тимерйән Килмөхәмәтов алды. Таҙа һәм ҡатнаш тоҡомло юртаҡтарҙа беренсе булып Тимур Ишмаев, икенсе – Денис Фёдоров, өсөнсө – Рифат Ҡаҙаҡҡолов килде. Өсөнсө этапта Эдуард Түзбәков – беренсе, Фәнил Әхтәмов – икенсе, Радик Түзбәков өсөнсө булып финиш һыҙығын үтте.
Ат сабышы еңеүселәре һәм призёрҙары ҡиммәтле бүләктәр, Дипломдар менән бүләкләнде.
Һыбайлыларҙың тамашаһы бының менән генә тамамланманы әле. Майҙан алдында Башҡортостан тарихында булған данлыҡлы ваҡиғаларҙы өйрәнеүҙе дауам итеү, башҡорттарҙың Тыуған илгә тоғролоҡ, ҡаһарманлыҡ сифаттарын күрһәтеү, халыҡтың тарихи үткәндәре менән ғорурлыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү маҡсатында Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 210 йыллығына һәм Рәсәй Армияһының 1813-1814 йылғы сит ил походтарына арналған “Дрезден янындағы алыш” хәрби-тарихи реконструкцияһы күрһәтелде. Был тамашаны Бөрө, Силәбе һәм Өфө ҡалаларынан килгән реконструкция клубтары әҙерләгәйне.
...1812 йылдың 12 июнендә Наполеондың 500 меңлек армияһы Рәсәйгә баҫып инә. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813-1814 йылдарҙағы сит илгә походында 10 мең кешелек 20 атлы башҡорт полкы ҡатнашҡан. Һәр бер полк 500 яугирҙан торған, командирҙар составына 30 кеше ингән. Француздарға ҡаршы һуғышыусы полктарҙан тыш, 12 мең башҡорт Рәсәйҙең көнсығыш сигендә хеҙмәт итә - һыҙыҡ һағы хеҙмәтен үтәй. Шулай итеп, Наполеондың “еңелмәҫ” армияһын ҡыйратыуҙа ҡатнашып, башҡорттар ҡыйыулыҡ, етеҙлек, мәргәнлек һәм яугирлыҡ сифаттары менән дан яулайҙар. 1812 йылдың 25 декабрендә император Александр I Ватан һуғышында рус ғәскәрҙәренең еңеүе тураһында манифест иғлан итә. Башҡорттарҙың дош-манды эҙәрләй-эҙәрләй Парижға барып ингән 1-се, 2-се, 5-се, 8-се, 9-сы, 12-се, 13-сө, 14-се, 15-се полктарының бөтә яугирҙары ла “1814 йылдың 14 мартында Парижды алған өсөн” көмөш миҙалы менән, ә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәммәһе лә “1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” көмөш миҙалы менән бүләкләнә.
Һабантуйҙа хәрби-тарихи реконструкцияны ҡарап, күпмелер ваҡытҡа үткәндәргә ҡайтып, тарихты иҫкә төшөрҙөк, ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы, батырлығы үлемһеҙ булыуын да аңғартты был күренеш.

Аттар сыҡты бәйгегә...
Аттар сыҡты бәйгегә...
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: