+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
29 Декабрь 2023, 09:30

Оҫталыҡтарын күрһәттеләр

Уҡытыусы һәм остаз йылында Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге "Остаз" республика конкурсы үткәрҙе. Йыл дауамында зона этаптарын үтеп, йомғаҡлау этабы 14 декабрҙә Өфө ҡалаһында тантаналы шарттарҙа үткәрелде.

Оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Оҫталыҡтарын күрһәттеләр

Ғафури районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының "Ғафури вариҫтары" командаһы Стәрлебаштағы зона ярышында ҡатнашып, "Мәғарифтың ныҡлы ҡалҡаны" номинацияһында еңеү яуланы.
14 декабрь, башҡорт теле көнөндә Өфө ҡалаһында уҙғарылған йомғаҡлау өлөшөндә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Дипломы һәм һәр уҡытыусыға Рәхмәт хаты тапшырылды. Ошо мәртәбәле конкурста ҡатнашып, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән бүлешкән, төрлө яҡлап методик оҫталыҡтарын күрһәткән уҡытыусыларға: Ю.Р.Мәүлетҡолов, Э.С.Ҡунафина, М.М.Рәхимова, С.Х.Йәнмырҙина, Д.Ҡ.Абдуллина, А.Ш.Абдуллин, Ф.Ф.Баязитова, Т.М.Шәрипова, И.Р.Шәйәхмәтов, Б.Р.Шәрипов һәм туған телдәр буйынса методист Ә.Ә.Шаһиеваға рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Афариндар!
Көслө лә, рухлы ла беҙҙең башҡорт теле уҡытыусылары!
Эльвера ҠУНАФИНА,
Н.Мәжитов исемендәге КБГИ-ның
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Оҫталыҡтарын күрһәттеләр
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: