+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

"Урындағы башланғыстарға ярҙам" программаһы буйынса 5 меңгә яҡын проект тормошҡа ашырылды

2014 йылдан Башҡортостанда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса 5 меңгә яҡын проект тормошҡа ашырылды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың финанс вице-премьер – министры Лира Иғтисамова хәбәр итте.

"Урындағы башланғыстарға ярҙам" программаһы буйынса 5 меңгә яҡын проект тормошҡа ашырылды
"Урындағы башланғыстарға ярҙам" программаһы буйынса 5 меңгә яҡын проект тормошҡа ашырылды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 йыл элек Программаны Урал Аръяғының ете районы биләмәһендә башланылар, Ә 2016 йылдан уны Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында тормошҡа ашыра башланылар.

Программаның иң кәрәкле проекттары иҫәбендә – мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын ҡорамалдар менән йыһазландырыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү, автомобиль юлдарын ремонтлау.

2014 йылдан алып республика Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһын тормошҡа ашырыуға бөтәһе 3,5 миллиард һум самаһы йүнәлткән. Бынан тыш, муниципалитеттар, бағыусылар, шулай уҡ тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр берлектә финанслау шарттарында 1,7 миллиард һум аҡса һалған.

Вице-премьер Лира Игтисамова билдәләүенсә, 2023 йылда республиканың ППМИ-ға ярҙамы 600 миллион һум тәшкил иткән. Конкурс буйынса 708 проект һайлап алынды. Шул уҡ ваҡытта бер башланғысты тормошҡа ашырыуға максималь субсидия күләме 1 миллиондан 1,2 миллион һумға тиклем арттырылды.

– Быйыл программа проекттарына 600 миллион һум йүнәлтергә ниәтләйбеҙ, - Тине Лира Иғтисамова. - Ғаризаларҙы теркәү башланған да инде, ул 19 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Республиканың йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән 1 меңдән ашыу башланғысты көтәбеҙ. Конкурсҡа йомғаҡ 2024 йылдың апрель аҙағында яһаласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ППМИ-ға ихтыяждың ҙур булыуын билдәләне.

- Был бик яҡшы программа. Уның кешеләрҙе берләштереүе мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Беҙ халыҡтың башланғыстарын яҡлауҙы дауам итәсәкбеҙ һәм урындағы проекттарҙы финанслауҙы арттырасаҡбыҙ.

"Урындағы башланғыстарға ярҙам" программаһы буйынса 5 меңгә яҡын проект тормошҡа ашырылды
"Урындағы башланғыстарға ярҙам" программаһы буйынса 5 меңгә яҡын проект тормошҡа ашырылды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: