+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Гимназия – илһөйәрлек үҙәге

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡыусыларҙы патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Илһөйәрлек рухындағы саралар йыш үтеп тора.

Гимназия – илһөйәрлек үҙәге
Гимназия – илһөйәрлек үҙәге

Сираттағы, 3 апрелдә был уҡыу йортоноң тамаша залында үткән илһөйәрлек сараһы  1812-1814 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 210 йыллығына арналды. Сарала оҙаҡ йылдар Башҡортостандың “Любизар” 1-се Башҡорт атлы полкы” (“Төньяҡ амурҙары”) хәрби-тарихи клубы төбәк ойошмаһы етәксеһе булған, хәҙер Советтар Союзы Геройы Т.Күсимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромында эшләүсе яҡташыбыҙ Илдар Шәйәхмәтов, “Мәргән уҡсы” хәрәкәтендә ҡатнашыусы Илшат Хәбибуллин, Илдар Абыҙгилдин, Дәүләкән районынан ҡунаҡтар, гимназия директоры Гөлсөм Монасипова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, мәғариф ветераны Ғәлинур Ҡалмырҙин, ДОСААФ-тың район бүләксеһә рәйесе Василий Калачигов, Юлыҡ һәм Сәйетбаба ауылынан вәкилдәр, гимназия уҡыусылары, уҡытыусы-тәрбиәселәр ҡатнашты. Илһөйәрлек сараһын ойоштороусы булып  “Граница” сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ришат Шаймарҙанов торҙо.

Сарала сығыш яһаусы ҡунаҡтарҙың данлы тарих тураһындағы фәһемле сығыштары уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Башҡорттарҙың нисек Наполеон етәкселегендәге француз армияһына ҡаршы көрәшеп, Парижды алыуҙары, француздар уларҙың сәпкә мәргән  атыуҙарына һоҡланыуҙарын белдереп, “Төньяҡ амурҙары” тип атауҙары, уҡ-йәйәләрҙе нисек әҙерләүҙәре, ҡулланыуҙары, атыуҙары, һыбай килеш уҡтан атыу, һөңгөнө ырғытыу ысулдары, тыныс тормошта хужалыҡта  мәҫәлән, һунарсылыҡта, ҡулланылған хеҙмәт ҡоралдары менән яуға күтәрелеүҙәре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләнеләр.

Ҡунаҡтар буш ҡул менән килмәгән. 1812-1814 йылғы Ватан һуғышында француздарға ҡаршы көрәшкән боронғо башҡорт яугирҙарының яу кейемен (үҙҙәре был кейемдәрҙә килгәндәр ине), ҡоралдарын һәм кәрәк-яраҡтарын, шулай уҡ төрлө хәрби приёмдар буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр.

 

Гимназия – илһөйәрлек үҙәге
Гимназия – илһөйәрлек үҙәге
Гимназия – илһөйәрлек үҙәге
Гимназия – илһөйәрлек үҙәге
Гимназия – илһөйәрлек үҙәге
Гимназия – илһөйәрлек үҙәге
Гимназия – илһөйәрлек үҙәге
Гимназия – илһөйәрлек үҙәге
Гимназия – илһөйәрлек үҙәге
Гимназия – илһөйәрлек үҙәге
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: