+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәт менән биҙәлгән ғүмер

23 февралдә районыбыҙҙың ихтирамлы шәхестәренең береһе – бар ғүмерен урман хужалығына бағышлаған хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Мозафар Мостафа улы Аллаяров 75 йәшлек олпат юбилейын билдәләне.

Хеҙмәт менән биҙәлгән ғүмер
Хеҙмәт менән биҙәлгән ғүмер

Бынан  75 йыл элек Ташбүкән ауылында Ғәшиә Атаулла ҡыҙы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мостафа Садиҡ улы Аллаяровтарҙың көтөп алған беренсе балалары булып улдары донъяға ауаз һала. Уға Мозафар тигән матур башҡорт исеме бирәләр. Ғаиләлә иң өлкәне – ағай булараҡ, алты туғанын – өс энеһе һәм өс һеңлеһен ҡарашып, үҙендә яуаплылыҡ тойоп үҫә ул.

Йәше еткәс, тиҫтерҙәре менән бергә Ташбүкән һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡырға төшә һәм 8-се кластан һуң, урта белемде күрше Ишембай районының Маҡар мәктәп-интернатында ала. Өлгөргәнлек аттестаты эйә булғас, Өфө индустриаль техникумына уҡырға инә. 1969 йылда был уҡыу йортонда урман  әҙерләү технологы һөнәрен үҙләштереп, уңышлы тамамлаған йәш белгес тыуған яҡтарына юллана. Һәм  Миҙхәт Хәмиҙулла улы Рәхимов етәкселегендәге Ғафури леспромхозының паркет цехында өлкән мастер булып тәүге хеҙмәт юлын башлай. Баш инженер Александр Федорович Кириченко, түбәнге келәт мөдире Ғаззали Ноғоман улы Сәғәҙиев кеүек үҙен эшкә өйрәтеүселәре менән бергә эшләгән саҡтарын һағынып иҫкә ала ул. Әммә 1970 йылда эштең бар нескәлектәренә төшөнөп, дәртләнеп, тырышып эшләп йөрөгән йәш белгес йүнәлтмә буйынса Өфөгә эшкә күсерелә. Бында фанера комбинатында өлкән мастер, леспромхозда техник етәксе, урман комбинатында прораб, участка начальнигы вазифаларын башҡара.   Башҡорт дәүләт Аграр университетын ситтән тороп тамамлап, юғары белемгә эйә була. Биләгән вазифаларҙа үҙен һәләтле, тырыш, эшлекле һәм кешелекле итеп күрһәткән Мозафар Мостафа улын Нуриман район Советы рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары итеп эшкә тәғәйенләйҙәр (1984-1985 йй.).

Әммә сит яҡта солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тиҙәр халыҡта. Бында эше көйлө генә барһа ла, тыуған яҡтарҙың тартыу көсө көслөрәк булып сыға, 1986 йылда Красноусолға әйләнеп ҡайтырға насип була. Тиҫтәнән ашыу йылға яҡын ҙур тәжрибә туплап ҡайтҡан белгесте тәүге хеҙмәт юлын башлаған тыуған Ғафури леспромхозына баш инженер итеп эшкә ҡабул итәләр, аҙаҡ хеҙмәт һәм эш хаҡтары бүлеге, производство начальнигы була. Тора-бара леспромхоз тарҡала, лесхозға күсеп, инженер, дүрт йыллап районыбыҙҙың әҙерләүҙәр контораһы директоры булып та эшләп ала. Мозафар Мостафа улы өс районға бер Ишембай район-ара лесхозында директор, хаҡлы ялға туҡтағансы 5 йыл Ғафури ауыл урмансылығында директор йөгөн тартып, 2009 йылда пенсияға сыға. Әммә уға тиҙ генә хаҡлы ялға китергә насип булмай әле, кисәге етәксегә ышаныс күрһәтеп, БР Урман хужалығы министрлығының Ғафури районы буйынса дәүләт контролендә әйҙәүсе белгес-эксперт итеп тәғәйенләп тә ҡуялар. Йәнә биш йыл – 65 йәшкә тиклем был йөктө тартырға тура килә уға. Шулай итеп, 40 йылдан ашыу эш стажы иҫәпләнә уның. Тырыш, намыҫлы хеҙмәт, әлбиттә, баһаланмай ҡалмай. М. Аллаяровтың Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ, иң ҡәҙерлеһе – Рәсәй Федерацияһы Урман хужалығы министрлығынан бирелгәне, “РФ-ның хеҙмәт ветераны”, “БР-ҙың атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе”  исемен лайыҡлы йөрөтә ветеран. 

Был төп вазифаларынан тыш, Мозафар Мостафа улы Аллаяров йәмәғәт эштәрендә лә ең һыҙғанып эшләй. КПСС-тың район комитеты ағзаһы, бер нисә саҡырылыш район һәм ауыл Советтарына депутат итеп һайланып, халыҡҡа хеҙмәт итә.

Шәхси тормошона килгәндә, Мозафар Мостафа улы 1970 йылда Ҡариҙел районынан Земфира Ғарифулла ҡыҙы менән яҙмыштарын бергә бәйләп, 54 йыл татыулыҡта йәшәйҙәр. 3 бала – ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар, ике ейәнсәр, ике ейәндең яратҡан олатай-өләсәһе лә улар. Земфира Аллаярова дөйөм туҡланыу өлкәһендә – ашхана директоры булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, ҮҙәкСоюздың Почётлы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ. Аллаяровтарҙың  балалары ғаиләләре менән Өфөлә төпләнгән. Ҡыҙҙарының иң өлкәне Раушания Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған, РКБ-2-лә баш табип урынбаҫары. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исемен йөрөтә, Пирогов ордены менән бүләкләнгән. Уның ҡыҙы Алина үҙе кеүек медицина юлын һайлаған, табибә. Улдары Руслан һөнәре буйынса инженер, “Энерготехсервис” ЯСЙ-енең генераль директоры. Уның ҡыҙы Диана – табибә, улы  Радмир  Санкт-Петербург юғары иҡтисад мәктәбенең 1-се курс студенты. Иң кеселәре – Айгөл Күсемһеҙ милек агентлығы директоры, улы Арсен М.Кәрим исемендәге мәктәп-интернатта 4-се класта уҡый.

 Аллаяровтар Красноусолда Чесноковка биҫтәһендә үҙ көстәре менән һалып ингән ҙур, иркен йорттарында ғүмер йомғағын һүтәләр. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарыныда мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Мозафар Мостафа улын ысын урмансы тиергә була, йорт яны баҡсаларында ниндәй генә ағастар үҫмәй: пихта, туя, кедр, зәңгәр шыршылар, ҡарағайҙар, миләштең ҡыҙылы һәм ҡараһы, сейә, әлморон һәм башҡа емеш ағастары. Балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡунаҡҡа ҡаршы алып  оҙатып, ҡәҙер-хөрмәттәрен тойоп, тиңлектә-тигеҙлектә тормош көтәләр.

-Юбилейым уңайынан бик күп ҡотлауҙар ҡабул итеп, шатлыҡ тойғоһо кисерҙем. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов исеменән район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов өйгә килеп ҡотланы, бер юбилейҙы ла ҡалдырмайҙар. Район етәкселегенең миңә иғтибары өсөн айырыуса рәхмәтлемен. Элекке урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин һәм башҡа ғаилә дуҫтарыбыҙ булған республиканың күренекле шәхестәре ҡотланы, - ти ҡәнәғәтлек менән юбиляр М.Аллаяров. Олоғайған көнөңдә онотмай ошолай хөрмәт күрһәтәләр икән, тимәк, йәшәлгән һәм йәшнәп эшләгән йылдар бушҡа үтмәгән...

Хеҙмәт менән биҙәлгән ғүмер
Хеҙмәт менән биҙәлгән ғүмер
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: