+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды

3 апрелдә район хакимиәтенең ултырыштар залында йылдағыса “Ғафури районында туризмдың үҫеше” тигән семинар-кәңәшмә үтте. Уның эшендә БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министр урынбаҫары А.Х.Ғәлин, “Торатау” геопаркының генераль директоры А.М.Иҙелбаев, БР ООПТ буйынса ДБУ дирекцияһы директоры урынбаҫары А.Н.Вәлетдинов, “Еҙем”  тәбиғәт паркы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Х.Ә.Ғәйнуллин, туризм өлкәһендә эшләүсе дүрт тиҫтәнән ашыу эшҡыуарҙар һәм был йүнәлеш буйынса эш башларға планлаштырыусылар, райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды

Кәңәшмәне район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм инвестиция эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы А.В.Ғафаров алып барҙы һәм сығыш яһаны.

Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Ғафури районында һәм республикала туризм үҫеше, туристик индустрияға ярҙам мәсьәләләрен уртаға һалып тикшерҙе, беҙҙең район биләмәһендә “Торатау” геопаркы үҫеше, “Еҙем” тәбиғәт паркының эшмәкәрлеге һәм башҡалар тураһында һөйләнеләр.

(Кәңәшмәнән тулыраҡ гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ).

Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: