+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Телевидение легендаһы менән осрашыу

12 мартта Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында күренекле яҡташыбыҙ – республикала ғына түгел, тотош Рәсәй кимәлендә киң билдәле шәхес, телерадиожурналист, педагог, Евразия телевидениеһы һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены һәм “Милләт әсәһе” миҙалы кавалеры, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Мәжит Ғафури исемендәге республика, Рәсәй  Кинематографистар союзы премиялары лауреаты, йыл башында олпат юбилейын билдәләгән Имәндәш ауылы ҡыҙы - Шәүрә Ғилманова менән осрашыу кисәһе үтте.

Телевидение легендаһы менән осрашыу
Телевидение легендаһы менән осрашыу

Гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусы-тәрбиәселәре менән тулы тамаша залында арҙаҡлы яҡташыбыҙҙы барыһы ла аяғүрә баҫып, алҡышлап ҡаршы алдылар. Шәүрә Ғәббәс ҡыҙына арнап күргәҙмә урын алған.

Балалар менән йылы аралашыуға – әңгәмәгә ҡоролған кисә бик матур, ихлас үтте. Сараны алып барыусылар Ш.Ғилманова менән таныштырып үткәс, һүҙ Шәүрә Ғәббәс ҡыҙының үҙенә бирелде.

-Красноусол башҡорт гимназия-интернатына гелән шундай хис-тойғолар менән киләм, һеҙ беҙҙең эште, ғөмүмән, беҙҙең быуынды дауам итеүсе генә түгел, ә гимназияла киләсәктә илебеҙҙе ҡулда тотоусы балалар уҡый, мин шуны беләм, - тине Ш.Ғилманова һәм үҙенең бала сағы, тормош юлы, эшмәкәрлеге хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы шулай уҡ үҙ – башҡорт телен белеп, аңлап етмәгән, күберәк русса һөйләшкән балаларға мөрәжәғәт итеп, үҙ телегеҙҙе белмәһәгеҙ, Башҡортостанда һеҙ ярты кеше, ярты шәхес – шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, тип тә өҫтәне.

Шәүрә Ғилманова Башҡортостан радиоһында күп йылдар балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн тапшырыуҙар редакцияһында эшләй. Кескәйҙәр өсөн радиокитап, уҡыусылар өсөн “Пионер осҡоно” һәм “Пионерская искра”, өлкән кластар өсөн “Юлдаш” һәм “Спутник” радиожурналдары, йәштәр, студенттар, уҡытыусылар өсөн тапшырыуҙар әҙерләп алып бара. Бөгөн был тапшырыуҙары атамаларын Башҡортостандағы радиолар йөрөтә. “Спутник” һәм “Юлдаш” радиоларын һәр кем тыңлайҙыр. Бер нисә йылдан сәйәсәт комментаторы итеп тәғәйенләйҙәр, дәүләт ҡоролошо, депутаттарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында һөйләй. “Балалар йорто нисек йәшәй?”, “Ғәрип кеше кемгә кәрәк?”, “Сатирик микрофон” тигән тапшырыуҙарын халыҡ бигерәк тә көтөп алған. 1980 йылдарҙа илдә барған үҙгәртеп ҡороу, был хәрәкәткә бәйле төрлө сетерекле проблемалар тураһында һөйләгән радиожурналист Шәүрә Ғилманова. Өҫтәүенә, ул тапшырыуҙарын башҡорт һәм рус телдәрендә әҙерләгән. Башҡортостан радиоһы тарихында бик күп ҡыҙыҡлы заманса эшләүҙе башлап тап ул ойошторған. Мәҫәлән, ҡала урамдарында йыйылған халыҡ менән тура эфирҙа һөйләшеү алып барған. 1990 йылда уны телевидениеға күсерәләр. Башҡортостан телевидениеһындағы хеҙмәте сикһеҙ: ул башта телестудияла нәфис тапшырыуҙар өсөн яуап бирә,  йыр-моң, әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт, дини тормош, кино, халыҡ ижады, тарих, фән, спорт донъяһын сағылдырыу өсөн яуаплы була. Телевидениела ла тәүгеләрҙән булып заманса жанрҙар үҙләштергән, яңы проекттар уйлап сығарған, өс телдә тапшырыуҙар алып барған журналист. Башҡортостан телевидениеһының алтын фондында 500-ҙән артыҡ телевизион әҫәре һаҡланыуы билдәле. Шәүрә Ғилманова Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең мәҙәни мираҫы буйынса дәүләт комиссияһы ағзаһы. Ул бөйөк шағир һәм уның ижады тураһында 30-ҙан ашыу фильмдар авторы. 2014 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры Шәүрә Ғилманованың Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижады буйынса яҙған “Ҡара йөҙҙәр” инсценировкаһын сәхнәгә ҡуя һәм тарихта беренсе тапҡыр Рәсәйҙең иң юғары театр бүләге – “Алтын битлек”те яулай. “Ай ҡыҙы” беренсе башҡорт телесериалының идеяһы ла, тәржемәһе лә Шәүрә Ғәббәс ҡыҙыныҡы була. 35 сериялы фильмдың генераль продюсеры, йәғни ойоштороусыһы.  Тыуған ауылында яңы мәктәп төҙөүҙе, Еҙем йылғаһы аша күпер һалдырыу, ауылға газ индереү, Ҡарағай менән Имәндәш ауылдары араһында юл күтәртеү эштәрен ойошторғаны өсөн 2007 йылда яҡташтары Шәүрә Ғилмановаға “Почётлы гражданин” исеме бирә. Улы Салауат, ҡыҙы Әлиә ғаиләләре менән икешәр ҡыҙ үҫтерәләр, бәхетле өләсәй ҙә ул. Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы тарихы музейына нигеҙ һалыусы ла булып тора. 

Сара барышында алып барыусылар тамашасыларҙы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы менән таныштырып ҡына ҡалманы, ә төрлө һорауҙар биреп, үҙен дә әңгәмәгә саҡырҙы. Ике халыҡ шағирының (М.Ғафури, М.Кәрим) ижадын төптән өйрәнгән кеше булараҡ, бөйөк әҙиптәр тураһында уның фекерен,  үҙе әҙерләгән тапшырыуҙарҙы нисек башлап ебәреүе, Салауат педучилищеһын тамамлап, Красноусолға уҡытыусы булып ҡайтҡан Шәүрә Ғәббәс ҡыҙына  тормошон радио һәм телевидение менән бәйләргә кем йә булмаһа нимә этәргес биреүе, ҡыйыу идеялар ҡайҙан килеүе, ниндәйҙер тапшырыу эшләүҙе кем уйлап сығарыуы, үҙе әҙерләгән иң ҡәҙерле, иҫтәлекле тапшырыуҙары, продюсерҙың кем булыуы, Башҡортостан телевидениеһының нисек йәшәүе, йәштәрҙең эшкә килеүе, кадрҙар мәсьәләһе һәм башҡалар тураһында ла белеште алып барыусылар. Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы барыһы тураһында ла бәйнә-бәйнә ихлас  һөйләне.

Шәүрә Ғилманова буш ҡул менән килмәгән, 1997 һәм 2006 йылдарҙа гимназия тураһында яҙылған ике фильм бүләк итте.

Бөгөн Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында үҙе асҡан  уҡытыу үҙәге - Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы директоры һәм уҡытыусыһы.

Гимназия директоры Гөлсөм Монасипова телевидение алиһәһе – Ғафуриҙың легендар шәхесе Шәүрә Ғилманованың үҙҙәренә ҡунаҡҡа килеп, башҡорт ҡыҙ-егеттәренең күңеленә орлоҡ һалыуы өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе. Һәм гимназия коллективы мсеменән юбилейы уңайынан тәбрикләп, иңенә “бәхет яулығы” тип, шәлъяулыҡ һалып, сәскә гөлләмәләре бүләк итте.

Телде яратҡан, һүҙгә иғтибарлы булған, ихлас, мөләйем Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы гимназияның “Нөктә ТВ” телестудияһының йәш журналистарына фәһемле кәңәштәрен бирҙе, һорауҙарына тулы яуап ҡайтарҙы. Осрашыу ҡунаҡтың биографияһы буйынса әҙерләнгән бик күп фото материалдар, видеосюжеттар һәм гимназистарҙың сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы. Фәһемле сара һәр кемдең күңелендә матур хәтирәләр ҡалдырҙы. “Һеҙҙең йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен, ә күңелегеҙ һәр ваҡыт шатлыҡ менән тулы булһын, сәләмәт булығыҙ, ҡыуаныстар менән тулы аяҙ көндәр, оҙон ғүмер, балалар шатлығында, яҡындарығыҙҙың йылыһын тойоп, бәхетле ғүмер кисерергә насип булһын. Алдағы йылдарҙа ла именлектә, муллыҡта киләһе юбилейҙарығыҙҙы билдәләргә булһын”, тигән теләктәр әйтелде. Телевидение легендаһы менән осрашыу иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Телевидение легендаһы менән осрашыу
Телевидение легендаһы менән осрашыу
Телевидение легендаһы менән осрашыу
Телевидение легендаһы менән осрашыу
Телевидение легендаһы менән осрашыу
Телевидение легендаһы менән осрашыу
Телевидение легендаһы менән осрашыу
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: